"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Эс ҡатыуы (ҡаталау) PDF  | Печать |
Сәләмәт бул!
19.10.2016 00:00

Эс ҡатыу проблема­һы һәр дүртен­се кешелә осрай. Ҡай­һы бер балалар­ҙы ул сабый сағынан уҡ яфала­һа, икен­селәрен­дә иһә мәк­тәпкә уҡыр­ға төш­кәс баш­лана. Ҡаталауҙың төп сәбәптәренә оҙаҡ ашамай йөрөү, уҡыу стресы, ултыраҡ тормош һәм ваҡытын­да бәҙ­рәфкә бармау ҡарай. Мәҫәлән, күп кенә уҡыу­сылар дәрес мә­лен­дә уҡытыу­сынан: “Сы­ғыр­ға мөмкин­ме?” – тип һорап сы­ғыр­ға уңай­һыҙ­ланып, тәнәфесте көтөп, “түҙеп” ултыра. Йәки баш­ҡа төр­лө ваҡытһыҙ сәбәптәр табыла.

SelemetBul_doctorКүп кенә ата-әсәләр балалар­ҙың оло ярау итеүе көн һайын даими булыр­ға тейеш тип уй­лай. Әгәр ҙә бала тәүлек буйына был “эш” бу­йын­са бәҙрәфкә бармаған икән – тимәк, ҡата­лау тип хафаға төшәләр. Әм­мә ысынбар­лыҡ­та хәлдең бөтөн­ләй икен­се төр­лөрәк булыуы мөм­кин. Сөнки норма – ул ин­дивидуаль төшөн­сә. Ҡай­һы бер балалар­ҙың эсәк­тәре көн һайын “буша­һа”, икен­селәренә иһә ике көнгә бер барыу ҙа нормаль күренеш иҫәп­ләнә.

Әгәр ҙә бала оло ярау итер өсөн әбрәкәйгә ваҡытын­да барып, ун­да артыҡ оҙаҡ ултырма­һа һәм уңай­һыҙ­лыҡ­тар кисермә­һә, барыһы ла тәби­ғи тиер­гә була. Әм­мә ошолар­ҙың тап кире­һе бул­ған осраҡ­та ысын­лап та баланың ҡа­та­лау менән яфаланыуы бар. Икен­се төр­лө ҡа­талауҙы “ялҡау эсәк син­дромы” тип тә атай­ҙар.

Ҡаталауҙың бар­лыҡ­ҡа килеүенә эсәк­тең эш­мәкәр­леген көй­ләүсе нервы система­һының ҡаҡшауы сәбәпсе. Эсәк­тең тиҙ­леген һәм ритмын көй­ләүсе механизмды имтихан­дар мә­лен­дәге ҡайғырыу­ҙар, көн­дәлек­тәге “икеле” бил­дә­һе, эсәк һәм респиратор­лы вирус ин­фек­ция­ла­ры, аш­ҡаҙан-эсәк һәм бәләкәй таз ауы­рыу­ҙары, дөрөҫ туҡлан­мау һәм баш­ҡа күп төр­лө фак­тор­ҙар боҙоуы мөмкин.

SB_Zapor

Эсәк менән бул­ған проблемалар кешенең психологик торошона бәй­ле. Белгестәр бил­дәләүен­сә, эс ҡатыу менән яфаланыу­сылар­ҙың күптәре йәшерен депрессияла йөрөй, шулай уҡ нин­дәй­ҙер психоневрологик ҡаҡ­шау­ҙар­ға дусар булыуы ла их­тимал. Шуға күрә “ялҡау эсәк син­дромы” бул­ған осраҡ­та баланы педиатр менән гастроэнтерологҡа ғына түгел, ә нев­ро­логҡа алып барыу ҙа кәрәк. Һәр белгес был проблеманы хәл итеүҙең ысулдарын әй­тер. Мә­ҫәлән, төр­лө ял итеү саралары, массаж, тын алыу гимнастика­һы һәм психотерапия сеанс­тары фай­ҙа­һын бирмәй ҡал­маҫ.

Подробнее...
 


Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?