"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Башҡорт мөсәле буйынса тауыҡ йылы килә PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мөғжизәле донъя
2017 йыл Көнсығыш календары буйынса – әтәс, ә баш­ҡорттарҙың 12 йыллыҡ мөсәл иҫәбендә тауыҡ йылы тип хисаплана. Мө­сәл календары мәжүсилек дәүеренән үк килгәс, был йорт ҡошо ла беҙҙә күптән үрсе­теләлер, сөнки халыҡта тауыҡҡа бәй­ле мифик төшөнсәләр бик күп: тауыҡ име (дауалау), ауырыуҙы тауыҡ ҡаны менән осоҡлау, тауыҡ йөрәге ултыртыу, тауыҡ тиҙәге менән дауалау һ. б.

Тауыҡ һымаҡ ҡоштар донъяла 283 төр иҫәп­ләнә. Беҙҙең йорт тирәһендә аҫралған тауыҡ­тарҙың ата-бабалары һаналған ҡырағай банкив тауыҡтары әле лә ҡырағай рәүештә йылы яҡтарҙа йәшәп ята. Һүрәттән күреүегеҙсә, улар беҙҙәге ауыл тауыҡтарынан бер нимәһе менән дә айырылмай.

Уларҙы беҙҙең дәүергә тиклем 6 мең йыл элек ҡулға эйәләштергәндәр тип һанайҙар. Был урта таш быуат осорона тура килә (мезолит). Шулай булыуы бик ихтимал, сөнки тауыҡ һы­маҡ­тар ғаиләһенә ҡараған фазандар, цесаркалар, беҙҙең тирәлә йәшәгән селдәр, һуйырҙар, ҡорҙар, бүҙәнәләр ҙә кеше янында бик тиҙ үҙләшеп, ситлектәрҙә йәшәй ала. Тауыҡтарҙан айырмалы, арыу уҡ оса ла белгәнлектән генә улар беҙҙә йорт ҡошо булып китмәгән. Был ҡоштар үҙ-ара “ҡатнаш никах”ҡа ла инергә һәләтле, тик гибрид себештәр артабан үрсем бирмәй.

Тауыҡ һымаҡтарҙың барыһының да йәшәү рәүеше бер төрлө: улар ерҙә йәшәй, тибенеп ризыҡ таба, кетәккә ҡунып йоҡлай. Шуға ла уларҙың тәпәйҙәре бик көслө, суҡыштары кәкре һәм ҡаты, ә ҡанаттары ҡыҫҡа. Себештәре йо­морт­ҡанан сыҡҡас та үҙаллы туҡланып йәшәй башлай. Балаларын һаҡлау өсөн тауыҡ үҙен ҡорбан итергә лә әҙер, уның дошмандарына нисек ташланғанын күптәр күргәне барҙыр. Хәйер, тауыҡ өсөн бала айырыу тигән нәмә юҡ, ул бөтә ҡош балаларын да үҙ балаһылай ҡарап үҫтерә.

Барыбыҙ ҙа Туҡайҙың “Шүрәле” әкиәтенән “Тауыҡтары йырлай, тиҙәр” тигән юлдарҙы хәтерләй. Күпселектә Әтәс йыры тураһында белһәк тә, тауыҡтарҙың йырында ла тиҫтәләгән төрлө моңло тауыш айыралар. Улар хатта һауанан килгән хәүефкә бер төрлө, ә ерҙәге дошман яҡынлашыуына икенсе төрлө тауыш бирә, имеш! Хәйер, урам эсендә күңелле генә итеп кәйефләнеп йырлап йөрөүсе тауыҡты күргәнегеҙ барҙыр. Йомортҡа эсендә ятҡан, уны тишеп сығырға әҙерләнгән себеш тә инәһе менән бик күп төрлө сигналдар биреп аралаша. Шулай итеп, бында һөйләшә белеүсе йомортҡа тураһында ла һүҙ алып барырға мөмкин (әкиәттәрҙә һәм йәнһүрәттәрҙә ҡулланыу өсөн ниндәй шәп тема!)

Кешелек тарихында тауыҡтарҙың ниндәй генә тоҡомдары уйлап сығарылмаған! Тыш­ҡы ҡиә­фәте, ҡауырһын төҫтәре, кәүҙә ҙурлығы буйын­са декоратив тоҡомдар барлыҡҡа килә. Файҙа­ланыу өсөн йыл әйләнәһенә фабрикаларҙа йомортҡа һалыусы тауыҡтар үрсетелә. Араукана, маран, виандот тигән тоҡомло тауыҡтар төҫлө йомортҡалар һала. Бының өсөн уларҙы дөрөҫ ашатырға ғына кәрәк.

Тауыҡ Францияла һәм Кенияла милли ҡош тип иғлан ителгән. Күп ҡалаларҙың символы итеп тауыҡ, йә әтәс һайланған. 16 илдең тәң­кәләрендә тауыҡ һүрәте төшөрөлгән. Үҙе үҫ­тергән өйрәк балаларының һыуға төшөп ките­үенән ҡурҡып, ярҙа ҡытҡылдап йөрөгән тауыҡты ла күп осраҡта көлкөлө образ итеп күрһәтәләр. Ә асылда тауыҡ һыуҙа батмай, ҡанаттары менән ишеп, бик һәйбәт йөҙә. Әтәс булып ҡысҡырған тауыҡты һыуға сумырып алһаң, ул ҡабаттан асылына ҡайта, тиҙәр, әммә был да дөрөҫлөккә тап килмәй. “Әтәс булып ҡысҡырған тауыҡ” тигән күренеш халыҡта ғәҙәти булмаған хәл тураһында һөйләй (“Ҡара тауыҡ” йырын иҫкә төшөрәйек).

“Әтәсегеҙ күкәй һалған” тигән һүҙбәйләнеш тә халыҡта киң таралған. Ул да ғибрәтле һәм һирәк ваҡиғаға ҡарата ҡулланыла. Ләкин бындай осраҡтарҙы әкиәт тип ҡарарға кәрәкмәй. Тауыҡтарҙа “диморфизм” тигән күренеш ныҡ таралған, йәғни әтәс менән тауыҡ араһында тыш­ҡы айырма бик ҙур. Ләкин гормональ сир арҡаһында (енси ағзалар сирҙәре) һирәк-һаяҡ тауыҡ әтәс булып ҡысҡыра башлай, хатта ҡиәфәте лә әтәскә оҡшап китә, ә әтәстәр, киреһенсә, тауыҡҡа әйләнеп, йомортҡа һала башлауы ихтимал.

Тарихта хатта яртылаш ҡына үҙгәреүҙәргә дусар булған ҡоштар ҙа теркәлгән: яртыһы – әтәс, яртыһы – тауыҡ. Бындай күренеште элек хәүеф янауға һанап, тиҙерәк ул ҡоштарҙан ҡотолорға ашыҡҡандар. “Трансвестит” күренеше йән эйәләренең күпселегендә күҙәтелеүе ихтимал.

Тауыҡтарға һәм уларҙың ғаилә башлығы әтәскә бәйле бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар: себеште көҙ һанайҙар, тауыҡ һымаҡ ҡытҡылдау, “көҙгө әтәстәр”, “әтәсләнеү” һ. б. Беҙҙең арала бик күптәнән йәшәп, йорт һайын үрсетелгән был ҡоштоң, ат, эт, һыйыр, һарыҡ, ҡуян һымаҡ, мөсәл йылына исем бирмәүе ғәжәп булыр ине.

 

Tayuk_Phoenix

Tayuk_AraykanaTayuk_BentamTayuk_Bankivskaya1Tayuk_Maran

Tayuk_Moskovskaya

 

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?