"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 85 йыл PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 0
ХудшийЛучший 
"Аманат" рубрикалары - "Аманат" йондоҙлоғо
1393522766_ramiБөйөк шағир

Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,

Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.

Шағир – шаңдағы ул заманының,

Һәм көсө лә уның халҡында.

Artist_razworot_fevralr2017Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Баш­ҡор­тостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа. Тыу­ған ауылында етенсе синыфты тамамлағас, Өфө­гә килеп, 9-сы баш­ҡорт мәктәбенә (хәҙерге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға инә.  Артабан Мәскәүҙә А. М. Горький исемендә­ге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

“Совет Башҡортостаны” гәзитендә, Башҡортостан китап нәшриәте, “Ағи­ҙел” журналы, Салауат районы гәзите редак­цияһында эшләп ала.

Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡор­тостаны” гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була. Бай­таҡ йылдар “Башҡор­тостан ҡыҙы” журна­лының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара.

Рәми Ғарипов Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, ә Өфөлә, 9-сы мәктәптә уҡығанда, әҙәби түңә­рәктә әүҙем ҡатнашыуы, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыуы, консультациялар алыуы уның ижадын йән­ләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уны ижад нигеҙ­ҙәрен нығыта.

Бөйөк шағир матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Уның “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғари­пов тыу­ған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсә­фәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙә­ниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй.

Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғ­риәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.

Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған “1937” поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә.

1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: “(башҡорт) Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ”; “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ” һ.б. Бөйөк шағир 1977 йылда 45 йәшендә генә вафат була!

 

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

 

Халҡым теле минең – хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле минең – сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Бала булып булмай, тик бала саҡ...

 

Бала булып булмай, тик бала саҡ –

Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;

Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,

Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.

 

Һин донъяны яҡын күргең килһә,

Бала күҙе менән баҡ уға:

Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,

Иҫең китерлек бит донъяға!

 

Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,

Болоттарға һуҙһам ҡулымды.

Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,

Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?