"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Ниңә ата-әсәләр йыйылышҡа йөрөмәй? PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 1
ХудшийЛучший 
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
03.04.2017 00:00

Аманат” трибунаһы

Ысынлап та, хәҙер ата-әсәләр ҙә, дәрес­кә ҡайһы бер уҡыусылар килмәгән һымаҡ, йыйылышҡа йөрөмәй. Күпселеге баланы мәк­тәпкә урынлаштыра ла, ҡалғанын уҡы­тыу­сылар ҡараһын, тигән ҡарашта.



 

Балалар баҡсаһында баланың һәр ҡыла­нышын, тын алышын белешеп торһалар ҙа, ундағы йыйылышҡа баралар әле. Ә мәк­тәп­тә хәл бөтөнләй икенсе: бөтә нәмәне уҡытыусыға япһаралар ҙа – вәс­сәләм. Әл­лә йыйылышта аҡса йыйып ҡуйырҙар тип ҡасалармы икән? Белмәйем. Ниңә улай үҙ балаларығыҙға битараф бу­лыр­ға? Исма­һам, бер килеп, дәрес нисек үткәнен ҡара­һа­ларсы... Уҡыу хәлен, уҡы­тыу­сыны дәре­сенән айырып, телефон аша, ваҡытһыҙ шылтыратып, шарт-шорт һора­шалар ҙа шуның менән эштәре бөтә.

Беҙ бала саҡта дәрес ваҡытында бер кем дә уҡытыусыға ҡамасауламай ине. Хәҙер иһә дәрес үткәрергә лә ирек бирмәйҙәр, төрлөһө, ҡырҡ­маһа ҡырҡ һорауы менән борсоп, теманы бүлә­ләр. Шунан аптырайҙар, ни өсөн барыһы ла һан өсөн ҡыҙыға, ә һөҙөмтәне ҡайғыртмай. Иң мөһиме – дәрес һәм уны аңлап алыу бит. Бала уҡырға килгән.

Сит­тән ҡараһаң, күптәр төрлө сәбәп таба: йәнәһе, дәресте төшөнмәһә, Интернет дуҫы бар, унан ҡалһа, репетитор аңлатыр әле. Беҙ элек белем алғанда уҡыу программаһы еңеле­рәк ине. Уҡытыусылар ҙа барлыҡ күңелен биреп уҡыта торғайны. Хәҙер иһә уҡыу программаһы бигерәк ҡатмарлы. Уҡытыусылар ҙа, ҡағыҙ эш­тәренә күмелгәнлектән, йүнләп уҡыта алмай, етмәһә, әйләнгән һайын төрлө саралар ойошторола.

Хәҙер йәше лә, ҡарты ла һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабалана, бөтәһенең дә башы мәғлүмәт менән тулған. Балаларҙы шунан, уҡымай, тип зарланалар. Өйгә эште өйөп бирәләр. Уҡыусы ҡайҙан барыһын да белеп, ятлап өлгөрһөн?

Хәҙерге программаға күҙ һалһаң, уны тик яҡшы уҡығандар өсөн генә уйлап сығарғандар төҫлө. Ә уртаса уҡығандарға иғтибар юҡ. Әйтер­һең дә, уҡыу – ул тиҙ йөрөшлө поезд: кем өлгөр, етеҙ, тиҙ төшөнә, шул уға эләгеп ултырып китә. Ә кем ығыш, теманы аңлай алмай, социаль яҡтан ауыр йәшәй – уға урын ҡалмай.

Элек бер ниндәй психолог та булманы. Бала­ларҙы бер ҡалыпҡа һалып уҡыт­тылар. Ә хәҙер яҡшы уҡығандарын айырып, уларҙы көслө уҡыт­ҡан уҡытыусыларға бирәләр. Ә уртасаларға “бушаҡ” уҡытыусы ла ярап тора... Берәү ҙә ар­тыңдан этеп, ярҙам итеп тормай. Мәктәптә яҡшы уҡығандарҙы ғына кешегә һанайҙар.

Уҡыусыға баһаны бөгөнгө, йәғни әлеге мәлдә әҙерләгән өйгә эше өсөн генә ҡуйырға кәрәк. Ә уның холҡо, матурлығы, кемдең бала­һы, уҡыу алдынғыһы булғаны һәм матди бай­лығы өсөн түгел. Бары тик уның белеме, ошо теманы нисек аңлағанына ҡарап, тейешле билдә ҡуйылһын ине.

Ҡайһы бер уҡытыусылар уҡыусыларға ҡарата тупаҫ ҡылана: һин ығыш, шымбай, ялҡау, кем­дәндер күсергәнһең һ.б һүҙ­ҙәр менән кәмһетә. Бәлки, шулай ҡыланғансы, киреһенсә, яҡшы һүҙ­ҙәр әйтеп дәртләндерергәлер?

Шулай итеп, һүҙемде йомғаҡлап, түбәндәге­ләрҙе әйтер инем: беренсенән, уҡыусының төп эше – уҡыу; икенсенән, уҡытыу­сылар, шәхси мөнәсәбәт­тәрҙе ҡыҫтыр­май ғына, уҡыусыға ысынлап лайыҡлы баһаны ҡуйһын; өсөнсөнән, уҡыусылар ҙа, үҙ сиратында, мәктәпкә белем алырға барыуҙарын онотмаһын.

Заманалар үҙгәрҙе. Әммә был хәл олоно – оло, кесене кесе итеү кәрәкмәй тигәнде аң­латмай әле. Шуға күрә бер-беребеҙгә иғтибар­лыраҡ һәм ихтирамлыраҡ мөнәсәбәт­тә булһаҡ ине.

РАНИЯ.

Редакциянан: Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар, һеҙҙә хәлдәр нисек?

Бергәләп фекер алышырға саҡырабыҙ, һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?