"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Яҙғы боҙға, яр­ҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға, көҙгөләй булһа ла, ышан! PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 0
ХудшийЛучший 
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
01.04.2017 00:00
MCHS_logo_RB_yanvar2017

Ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса!

Халыҡ төрлө әйтемдәр­ҙе юҡ-барға уйлап сығармай бит ул. Бына яҙ ҙа килеп ет­те һәм йылға-күлдәр­ҙе ҡаплаған боҙ­ҙар мур­тай­ҙы. Әгәр ошо хаҡта белмәһәгеҙ һәм уй­ла­ма­йынса боҙ өҫ­төнә барып сыҡһағыҙ – бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Сөнки яҙғы ҡояш­тың нур­ҙарына, йылы елгә көндөҙ боҙ ирей, ә аҫ­тан уны һыу ағымдары соҡой. Шул сәбәпле боҙ ҡатламында ваҡ тишектәр, күҙәүҙәр бар­лыҡҡа килә. Ә төнөн боҙ­ҙоң өҫ­тө яңынан туңып ҡата һәм алдаҡсы күренеш барлыҡҡа килә.

 

Боҙ мурт булған урындар:

  • Аҡһыл тоноҡ төҫлө
  • Өҫ­төндә ҡар ятҡан (ҡар ирегән боҙ­ҙоң кире туңыуына ҡамасаулай)
  • Ҡамыш йәки башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән майҙандар
  • Һыу ағымы көслө булған, туҡтауһыҙ ел өргән ер­ҙәр­ҙә

 

Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт боҙ өҫтөнән йылға аша сығырға, йәки боҙ өҫтөндә ултырып, балыҡ тоторға ла тура килә. Был хәлдә ҡурҡыныс­ты нисек мөмкин тиклем кәметергә һуң? Берен­сенән, төндә, томан, ҡар йәки ямғыр ваҡы­тында боҙ өҫ­төнә аяҡ баҫмаҫҡа. Икенсенән, йылға-күлдәр­ҙе боҙ аша сыҡҡанда кешеләр тапаған һуҡмаҡтар, саңғысылар юлынан барыу хәүеф­һеҙерәк. Әгәр улар булмаһа, боҙға баҫыр ал­ды­нан барасаҡ юлығыҙ­ҙы ентекле ҡарап алы­ғыҙ. Өсөнсөнән, төркөм менән боҙ аша сыҡ­ҡанда кешеләр араһында кәмендә 5-6 метр арауыҡ булырға тейеш! Дүртенсенән, бер ҡасан да боҙ­ҙоң ныҡлығын аяҡ менән баҫып тик­шермәгеҙ! Бының өсөн махсус оҙон таяҡ ҡул­ланырға кәрәк. Әгәр таяҡ менән һуҡҡан урындан һыу килеп сыға икән, яйлап ҡына, аяғы­ғыҙ­ҙы боҙ­ҙан шыуыштырып ҡына килгән яғығыҙға кире ките­геҙ. Әгәр ҙә боҙ­ҙоң аяҡ аҫтығыҙҙа шытырлауын ишетһәгеҙ һәм уйылыу ихтималлығын той­һа­ғыҙ, ятығыҙ һәм шыуышып китегеҙ.

 

Mchs_ice-danger_risӘгәр ҙә үр­ҙәге әйтелгәндәр­ҙе һанға һуҡ­май барып, боҙ уйылып китһә, нимә эш­ләргә?

  • Паникаға бирелмәҫкә!
  • Сәбәләнеп, йоҡа боҙға бөтөн ауырлы­ғы­ғыҙ менән ятып маташмағыҙ, сөнки ул ярылып тик торасаҡ һәм һеҙ­ҙең хәлегеҙ тиҙерәк бөтәсәк;
  • Баштан-аша һыуға суммаҫ өсөн ҡулда­ры­ғыҙ­ҙы тирә-яҡҡа йәйеп ятығыҙ, сөнки тән йылы­һының 75% тиклем баш аша сы­ғып китә. Ә сәбәләнгән һайын тәнегеҙ йылытып өлгөргән һыу сит­тән һыуығы менән алма­шы­насаҡ һәм һеҙ тиҙерәк өшөйә­сәк­һегеҙ.
  • Боҙ ситенә терһәктәр менән таянып, тәнегеҙ­ҙе йөҙгәндәге кеүек горизонталь торошҡа килтерергә тырышығыҙ;
  • Боҙ ситенә яҡыныраҡ килеп аяғығыҙ­ҙы боҙға һалғандан һуң һыуҙан тәгәрәп сы­ғы­ғыҙ;
  • Шыуышып, мөм­кин тиклем хәүефле урындан ситкәрәк китегеҙ.
  • Эргә-тирәлә кешеләр булһа, яр­ҙамға саҡы­ры­ғыҙ!
  • Хәүефһеҙ урынға барып еткәс, кейе­ме­геҙ­ҙе сисеп һығып алығыҙ, шунан кире кейегеҙ.

 

Әгәр һеҙ берәйһенең боҙ аҫ­тына төшөп киткәнен күрһәгеҙ, шунда уҡ боҙға ятығыҙ һәм уға яр­ҙамға киләсәгегеҙ­ҙе ҡысҡырып әйтегеҙ. Был уға көс өҫ­тәйәсәк. Яр­ҙамға мотлаҡ шыуышып барығыҙ. 3-4 метр ҡалғас, бер-бере­һе­нә бәйләнгән ҡайыш, ыштан, шарф кеүек нә­мә­ләр менән, әгәр ҡулығыҙ аҫ­тында таяҡ, бау йәки таҡта кеүек нәмәләр булһа, шулар менән уны һыу­ҙан тартып сығарығыҙ. Боҙ емерелгән урынға ныҡ яҡын барыу, бәләгә тарыусыға ҡул биреп сығарырға маташыу хәүефле, сөнки үҙегеҙ ҙә төшөп китеүегеҙ ихтимал. Ҡул аҫ­тығыҙ­ҙа мобиль телефон булһа, берәйһен яр­ҙамға саҡырырға ла онотмағыҙ!

 

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?