"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Буранай(март) һаны донъя күрҙе. PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 0
ХудшийЛучший 
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
23.03.2017 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле.Amanat_03_2017

Журналды асыу менән сираттағы“Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, планшет отҡан Нәргизә Сабитованы күрәбеҙ. Затлы бүләкте, Ғафури районының Сәйетбаба мәктәбенә алып барып, бөтөн кеше алдында тапшырғанда бүләгегебеҙҙең лайыҡлы уҡыусыға эләгеүенә үҙебеҙҙә бик шатландыҡ. Нәргизә купонды ҡырҡып алып тултырған сағында тап планшет отоу хаҡында хыялланған икән! Күрәһең, фәрештәнең “Амин!” тигән ваҡытына тура килгәндер инде, ысынлап та, теләге тормошҡа ашҡан бит. Шулай уҡ журнал үткәргән конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе булған әүҙем авторҙарыбыҙ, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары Нәркәс Баһауетдинова менән Алһыу Абсалиҡованы ла күрәбеҙ. Афарин, ҡыҙҙар, гел шулай тырыш, ныҡышмал булығыҙ!

“Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота. Шулай уҡ сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Альвена Шәмсетдинованың “Берҙәмлектә – көсөбөҙ” тигән әкиәте бирелгән. Аллаға шөкөр, оҙон ҡышты ла үткәреп ебәрҙек. Яҙғы ҡояш хәҙер ныҡ йылыта башланы, йылға-күлдәрҙе ҡаплаған боҙҙар муртайҙы. Әгәр уйламайынса боҙ өҫтөнә барып сыҡһағыҙ, ни эшләргә? Был хаҡта Мансур Ҡаҙаҡаевтың мәҡәләһенән уҡығас, белерһегеҙ. “Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме тураһында бәйән итә.

Тәскирә Даянованың “Һин барҙа юғалмам” повесының аҙағы бирелгән. Камилә атлай башлармы? Камилә менән Инсафтың мөнәсәбәттәре артабан нисек булыр? Һынауҙарҙа һыналған дуҫлыҡты һаҡлай алырҙармы-юҡмы? Ошо һорауҙар бик күптәрегеҙгә тынғы бирмәйҙер, моғайын. Тәскирә апайҙан киләсәктә лә ошондай уҡымлы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

“Аманат” йондоҙлоғо”нда был юлы йәш йырсы Айгөл Әминева менән танышырһығыҙ.

Журнал тышлығында – йәш хәбәрсебеҙ Гөлиә Айытбаева. Ул ярты йыл буйына “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә барған “Оҙонсәс” конкурсында хаҡлы рәүештә еңеп сыҡты. Сәсенең оҙонлоғо – 110 см! Бар яҡлап өлгөлө был һылыу менән Нурия апайығыҙ таныштыра. Дуҫтар, “Оҙонсәс” беҙҙең журнал төркөмөндә артабан да дауам итә, һеҙҙән асыҡ, сифатлы фотоһүрәттәр көтәбеҙ. Төп приз – еңеүсе оҙон сәсле һылыуҙың фотоһы журналдың март һаны тышлығында донъя күрәсәк!

Һөйгәнегеҙ ниндәй сәскә бүләк итергә ярата? Баҡтиһәң, гөлләмәһенә ҡарап, уның һеҙгә ҡарата ниндәй хис-тойғолар кисергәнен дә белеп була икән! Зарина Нәзирова әҙерләгән “Сәскәләрҙең дә үҙ теле бар” тигән материал һеҙгә ҡыҙыҡлы тойолор тип уйлайбыҙ. “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсы дауам итә. Был һанда Әбйәлил һылыуҙары, билдәле модельерҙар Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар урын алған. Шулай уҡ традицион рубрикалар – “Замана һөнәрҙәре”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Башҡортостан балыҡтары”, “Һабаҡ”, “Ай, һылыу!”, “Мөғжизәле донъя” һәм башҡа рубрикалар күңелегеҙгә хуш килер тигән уйҙабыҙ.

Дуҫтар! “Аманат” журналына яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел! Әгәр яҙылмаған булһағыҙ, бөгөндән үк яҙылырға мөмкин һәм журнал һеҙгә киләһе айҙан башлап киләсәк!

Шулай уҡ 31 мартҡа хәтлем 2017 йылдың 2-се яртыһына былтырғы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. 6 айға яҙылыу хаҡы – 295 һум 86 тин.

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?