"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Ҡотҡарығыҙ! Ярҙам кәрәк! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
27.02.2017 00:00

MCHS_logo_RB_yanvar2017-Тормошта төрлө хәлдәр булып ҡына тора һәм күп осраҡта уларҙы үҙеңдең генә көсөң менән хәл итеп булмай. Мә­ҫәлән, берәй йортто янғын ялмап алһа, йәки таныш булмаған урманда аҙашһаң, йә булмаһа, ҡараңғы һәм һыуыҡ төндә машинаң менән көрткә батып ултырһаң һәм бер нисек тә сы­ға алмаһаң… Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәр төрлө булыуы ихтимал. Шундай осраҡтарҙа нимә эшләргә?

MCHS_fotoӘлбиттә, ҡыйын хәлгә тарыған ваҡытта пани­ка­ға һәм истерикаға бирелеү һеҙгә бер нисек тә ярҙам итмәйәсәк, ә бына махсус хеҙмәт­тәрҙе саҡырыу хатта ғүме­ре­геҙҙе лә һаҡлап ҡала ала. Улар һеҙҙең шылтыра­тыуығыҙға мотлаҡ яуап бирәсәк һәм мөмкин тиклем тиҙ ваҡытта ярҙам­ға килеп етәсәк.

Башҡортостандағы шундай хеҙмәттәр­ҙең береһе “Ҡотҡарыусылар хеҙмәте” тип атала. Атама­һынан күренеүенсә, улар ғәҙәт­тән тыш хәлдәргә тарыусыларҙы ҡотҡарырға, бәлә ме­нән япа-яңғыҙ ҡал­дыр­маҫҡа тейеш. Мәҫәлән, әлеге лә бая­ғы ҡара урман эсендә аҙашһағыҙ, уларға шылтыратып ярҙам һорарға мөмкин. Был хеҙмәт, үҙенең бөтөн мөмкинлектәрен ҡул­ланып, һеҙ аҙашҡан урынды билдә­ләргә тыры­шасаҡ һәм ҡотҡарыусы төркөм ебәрәсәк. Улар бәләгә тарыусының ғүме­ре­нә һәм һаулығына зыян килтерерлек барлыҡ факторҙарға әҙер була­саҡ. Шуға һеҙҙең аҙашыу тарихығыҙ мөм­кин тиклем кире эҙемтәләрһеҙ тамамланасаҡ.

Шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙы юл-транспорт фажиғәһенән һуң да саҡырыу кәрәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ҡаза күргән автомобилдең эсенән кешеләр үҙҙәре сыға алмаһа, уларға ашығыс ярҙам кәрәк булһа.

Яҙғы һәм көҙгө ташҡындар ваҡыты ла ҡот­ҡа­рыу­сылар өсөн бик көсөргәнешле осор, сөнки тап ошо ваҡыт­тарҙа кеше­ләр­ҙең һыу даръя­һының ҡурҡыныс көсө менән танышыуы мөмкин. Ҡотҡарыу­сы­лар, был осраҡта кәмәләр менән барып, бәләгә тарыусыларҙы эвакуациялай, йә булмаһа, уларға кәрәкле дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ҡалдырып китә.

Ғөмүмән, ҡотҡарыусыларҙы Гол­ливуд блокбастерҙарындағы “Супермен”дар ме­нән дә сағыштырырға була. Тик улар, фильмдағы герой­ҙар­ҙан айырмалы, беҙ­ҙең кеүек үк ябай кешеләр һәм уларҙың да һаны сикле. Шуға эштәрен­дә­ге ҡайһы бер тотҡарлыҡтарҙы тейеш­лесә аңлап ҡабул итеү зарур.

Әммә шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡыйын хәлгә ҡалһағыҙ – һеҙгә мотлаҡ ярҙам итеүсе махсус хеҙмәттәр бар! Уларҙы саҡыра белергә генә кәрәк.

 

Кисектергеһеҙ хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефондары:

Барлыҡ кисектергеһеҙ хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн уртаҡ телефон номеры – 112 (мобиль телефондар өсөн), 01 (стационар телефондар өсөн).

Ышаныс телефоны – 8 (347) 233-99-99

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

Хеҙмәт

МТС

Билайн

Мегафон

БР ян­ғын һүн­де­реү­се­лә­ре

һәм ҡот­ҡа­рыу­сы­ла­ры­ның ур­таҡ те­ле­фоны

101

101

101

БР ҡот­ҡа­рыу­сы­ла­ры­ның уртаҡ телефоны

112

112

112

БР полицияһы

102

102

102

БР ашығыс ярҙам хеҙмәте

103

103

103

БР газ авариялары хеҙмәте

104

104

104

 

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?