"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

IТ-сектор. Замана һөнәрҙәре PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 1
ХудшийЛучший 
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
27.02.2017 00:00

Мәғлүмәт технологиялары – тиҙ үҫешкән тар­маҡ­тар­ҙың береһе. Про­ект­лау, йөк ташыу, ресурстар һәм кешеләр ме­нән идара итеү, мар­кетинг һәм бү­тән өлкәләр – ба­ры­һы ла мәғлүмәт технологиялары йоғонтоһона бирелә.

ZH_IT-sectorМәғлүмәт системалары архитекторы. Мәғлүмәт эшкәртеүҙә квалификациялы белгес. Мәғлүмәт базаһын проектлай, эш итеү алгоритмын булдыра, мәғлүмәттәрҙең һаҡланыу сифатын күҙәтә һ.б.

Интерфейстар дизайнеры. Кешегә яраҡла­шырҙай, хәүефһеҙ интерфейс ҡоролмалары, техника, төрлө кимәлдәге программалар (софт) уйлап табыу менән шөғөлләнә.

Виртуаллек архитекторы. Виртуаль ысын­бар­лыҡта эшләү, уҡыу, ял итеү мөмкинлеген проектлаусы. Ҡулланыусының биологик һәм психологик үҙенсәлектәренән сығып ҡоролма һәм программалар уйлап сығара.

Виртуаль донъя дизайнеры. Виртуаль донъя өсөн концепция (философия, тәбиғәт һәм йәмғиәт закондары, ландшафт, архитектура, хис-тойғо, тойомлауҙар (шул иҫәптән еҫ һәм тауыш), тере донъя һәм социаль донъя) булдыра.

Селтәр юрисы. Селтәрҙә норматив-хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен ойоштороу менән шөғөл­лән­гән белгес. Кешене һәм Интернеттағы милекте (шул иҫәптән виртуаль милекте) хоҡуҡи яҡлау системаларын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Нейроинтерфейстар проектлаусыһы. Ҡул­ланыусыларҙың психологияһын һәм физио­логияһын иҫәптә тотоп, кешенең нервы систе­ма­һы менән тура килгән интерфейстар булдырыу менән шөғөлләнә.

Интернет-берләшмәләр ойоштороусы. Селтәрҙә электрон форумдарҙы, белем һәм уйын майҙандарын ойоштороу һәм моделләү буйынса белгес.

Цифрлы тел белгесе. Тәржемә (мәғәнә һәм контексын күҙ уңында тотоп) өсөн лингвистик системалар, кеше менән компьютер араһында яңыса аралашыу интерфейстары уйлап сыға­рыу­сы профессионал.

Big Data моделдәрен эшләүсе. Интернеттан алынған күләмле мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм эшкәртеү системаларын проектлаусы белгес. Аналитик моделдәр һәм йыйыу интерфейстарын уйлап сығара.

Ҡайҙа белем алырға?

Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математика­һы һәм кибернетика факультеты; Мәскәү физик-техник институты; Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика милли тикшеренеү университеты; “МИФИ” милли тикшеренеү йәҙрә университеты; Томск политехник милли тикшеренеү университеты; Томск дәүләт милли тикшеренеү университеты; Новосибирск дәүләт милли тикшеренеү университеты; Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты; Мәскәү дәүләт радиотехника, электроника һәм автоматика техник университеты һ.б.

Ҡайҙа эшләргә мөмкин?

Мәғлүмәт технологиялары өлкәһен­дә программалар етештереү буйынса Рәсәй донъяла алдынғы урындарҙы биләй.

“Милли компьютер корпорацияһы”, “Касперский лабораторияһы”, “ЛАНИТ”, “РОСТЕЛЕКОМ”, Yandex, ABBYY, IBC, 1C, IBM, Microsoft, Intei Corporation кеүек эре һәм бүтән ваҡ компания­ларҙа эшләү мөмкинлеге бар.

 

Л. Шәрипова әҙерләне.

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?