"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Ҡәҙерле дуҫтар! Журналыбыҙҙың шаҡай(февраль) һаны донъя күрҙе. Ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле. PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
27.02.2017 00:00

Февраль, тиһәк, барыбыҙҙың да  хәтеренә, келт итеп, әһә, был айҙа 23 февраль  бит  әле, ир-егеттәр байрамы  тигән уй килә. Шуға был һанда материалдарҙың күпселеге  Ватанды  һаҡлаусылар көнөнә бағышланыуы  бер ҙә ғәжәп түгел.

Amanat_02_2017Журналдың тышлығында  Күмертау ҡалаһының  6-сы мәктәбенең 6-сы кадет синыфының алдынғы  уҡыусылары Динислам Рафиҡов менән Илдар Кәримов сәләмләй. Был малайҙар һәм улар уҡыған мәктәптең кадет синыфтары  менән журналист  Сибәғәт Рахманғоловтың мәҡәләһендә  танышырһығыҙ.

Февраль  айында республикабыҙҙа  йәмәғәтселек  халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Ошо айҡанлы  журнал  биттәрендә  Рәми  ағайҙың  ижадына урын  бирелеүе бик яҡшы күренеш. Был  юлы  постерҙа  бөйөк шағирҙың портреты бирелгән. “Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында  “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота. Шулай уҡ сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Наҙгөл Аҡманова ның “Ни өсөн йәнлектәр айырым йәшәй?” тигән әкиәте лә мауыҡтырғыс ҡына.”Башҡорт тарихы” нда тарихсы Азат  Юлан 1938 йылда  Хәсән күле янында япондар менән һуғышта батырлыҡ күрһәткән башҡорт командиры Ғәни Ғәлимов тураһында бәйән итә.

“...Коляскалағы ҡыҙ бөгөн килмәне. Өләсәһе бөгөн уға ваҡыт тапмағандыр. Инсаф уны көтөп йөрөнө, Камилә килмәгәс, күңеле төштө. Егет быны үҙе лә аңлап етмәй ине. Ул бөтәһенән дә алда ҡайтырға йыйына башланы...”  Яҙыусы Тәскирә Даянованың “Һин барҙа юғалмам” тигән повесынан был өҙөк. Күңелдең иң нескә ҡылдарына үтерлек итеп шундай  шәп яҙылған, уйландыра ла, илата  ла. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙ уҡырһығыҙ әле. “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсы дауам итә. Шөкөр, яйлап һеҙҙән хаттар килә башланы. Әүҙемерәк булһағыҙ ине, дуҫтар! Бындай конкурстар гел генә бит үткәрелеп  тормай. Артабан хәбәрсе  Нурия апайығыҙ  Бишбүләктән туғыҙ йәшлек Инсаф исемле бер батыр малай менән таныштыра. Былтыр ул батып барған оло кешене, һыуҙан тартып сығарып, үлемдән ҡотҡара.

Хәрби хеҙмәт кәрәкме ул? Рәфис Ҡуйбағаров ошо темаға малайҙар һәм әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егеттәр менән һөйләшеү  ойоштора. Сит илдәрҙә дәүләт ҡарамағында булған мәктәптәрҙә белем биреү системаһы нисек ҡуйылған? Ошо хаҡта Нурия  Әхтәмова  әҙерләгән материал да ҡыҙыҡлы тойолор тигән уйҙабыҙ. “Сәләмәт бул!” рубрикаһында Зарина Нәзирова ның “Күҙ йәше ни өсөн кәрәк?”, БДУ студенты Гөлиә Шафиҡованың  берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүселәргә кәңәш формаһында яҙылған  “Барыһы ла үҙебеҙҙән тора” тигән мәҡәләләре  лә һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Шулай уҡ традицион рубрикалар -  “Мәңгелек сер”, “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Башҡортостан балыҡтары”, “Ай, һылыу!”, “Аманат” энциклопедияһы”, “Хат-хәбәр”, “Мөғжизәле  донъя” рубрикалары  ла күңелегеҙгә  хуш килер.

Дуҫтар! Форсаттан файҙаланып, тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Аманат”ҡа  яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел! 31 мартҡа тиклем 2017 йылдың 2-се яртыһына былтырғы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. 6 айға яҙылыу хаҡы – 295 һум 86 тин.

 

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?