"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Ҡәҙерле дуҫтар, журналыбыҙҙың һыуығай(ғинуар) һаны донъя күрҙе. PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 0
ХудшийЛучший 
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
Автор: Administrator   
22.02.2017 00:00
Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле.
Журналдың тәүге битен асыу менән “Аманат”тың сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен күрәбеҙ. Ҡиммәтле приздарыбыҙ бына кемдәрҙең өлөшөнә төшкән!
Oblojka012017Велосипед – Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан Морат Алсынбаевтың бәхетенә насип булған икән! Планшет – Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Нәргизә Сабитоваға тапшырыласаҡ. Смартфонды Баймаҡ ҡалаһынан Йәмил Сәйҙәлиев отто. “Аманат”тың стена сәғәттәренә Илсур Билалов(Бөрйән, Килдеғол), Айсыуаҡ Ҡоҙаҡаев(Ҡырмыҫҡалы, Малай) һәм Искәндәр Сөләймәнов( Белорет ҡалаһы) эйә булды. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” яҙылыу бер ваҡытта ла һуң түгел! Был юлы Өфө ҡалаһының З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһының 4-се “Б” синыфы, Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбенең 5-се “А” синыфы, Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең 3-сө синыфы һәм Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 5-се синыфының 19 уҡыусынан торған 2-се төркөмө тәрбиәләнеүселәре беҙҙең акцияға ихлас ҡушылды. Ҙур рәхмәт, дуҫтар!
Шулай уҡ сәсмә әҫәрҙәр конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Был бәйгелә йәш хәбәрселәребеҙ Гөлназ Ишемғужина(Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) менән Йәмил Сәйҙәлиев(Баймаҡ, 2-се мәктәп) еңеүсе тип табылды.
Йыл буйына “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә барған “Оҫтахана” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Журналыбыҙҙың фирма сәғәттәренә Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Лиана Әфтәхова, Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан Вилдан Ғайсин һәм Белорет районы Уҫманғәле ауылынан Нәркәс Баһауетдинова лайыҡ булды. Тағы ла биш конкурсантыбыҙ әүҙем ҡатнашҡаны өсөн журналдың Маҡтау билдәләре менән бүләкләнә. Афарин, дуҫтар! “Оҫтахана” бәйгеһе киләһе йылда ла дауам итәсәк, алтын ҡуллы йәш дуҫтарыбыҙҙы үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырабыҙ.
Журналдың тышлығындағы һөйкөмлө ҡыҙ - йәш хәбәрсебеҙТәнзилә Таһирова. Ул, “Ай, һылыу!” конкурсында хаҡлы рәүештә еңеп сығып, “Аманат”тың йыл һылыуы – 2016” исемен яуланы!
Артабан хәбәрсе Зарина Бағышаеваның Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 85 йыл тулыу уңайынан яҙылған материалы, “Башҡорт тарихы” рубрикаһында тарихсы Азат Юландың милли хәрәкәт эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, ғалим Ғәлимйән Таған тураһындағы мәҡәләһе менән танышырһығыҙ. Юныс Зөбәйеровтың “Көнсөл Дамир” тигән шиғри күстәнәсе лә күңелегеҙгә хуш килер тип уйлайбыҙ.”Аманат” йондоҙлоғо”нда йәш йырсы,“Йәшлек-шоу – 2016” йәштәр фестивале лауреаты Сәйет Сәйетғәлин менән әңгәмәне уҡырһығыҙ. Шулай уҡ традицион рубрикалар – “Һабаҡ”, “Сәләмәт бул!”, “Ай, һылыу!”, “Мәңгелек сер”, “Башҡортостан балыҡтары”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Аманат” энциклопедияһы һ.б бик ҡыҙыҡлы. Ярай, дуҫтар, күп һүҙ - китапҡа яҡшы, тигәндәй, оҙон-оҙаҡ һөйләп тормайбыҙ. Журнал килгәс, ҡышҡы кистәрҙә рәхәтләнеп үҙегеҙ уҡырһығыҙ әле. Бергә ҡалайыҡ, иҫән-имен булайыҡ!
 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?