"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Бер-беребеҙҙән ҡалышмайбыҙ PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
Автор: Administrator   
27.02.2017 00:00

“Аманат” журналында “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” (“Игеҙәгем-биҙәгем”) тигән конкурс иғлан ителгәнен ишеткәс, мин дә ҡатнашырға булдым.

Конкурс: “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”

Igezekter_ShemilShere_Gebbesovtar_1Igezekter_ShemilShere_Gebbesovtar_2Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан булам. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Шамил менән мин – игеҙәктәр.

80-се йылдар… Беҙгә 5-6 йәш тирәһе булған­дыр. Элек туңдырма әлегеләй тулып ятманы бит инде. Шулай итеп, өйҙә эшләргә булдыҡ уны. Ярты кәстрүл байлыҡты бүлешә алмайынса, бер мәл һуғыша башланыҡ. Беҙҙең тауыштан ҡолағы тонған атайым, күп уйлап тормай, кәстрүлде форточканан тышҡа олаҡтырҙы. Беҙ, Шамил менән, бөтә низағтарыбыҙҙы онотоп, йәһәт кенә кейенеп, икенсе ҡаттан йүгереп төшөп, билдән ҡар кисеп, туңдырмабыҙҙы эҙләргә тотондоҡ! Шулай итеп, ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа осраһаҡ, шунда уҡ, үпкәләребеҙҙе онотоп, берләшә торғайныҡ!

Бала саҡта беҙ йыш ҡына һуғыша инек. Ҡыҙ кеше булһам да, мин дә бирешеп барманым. Атай-әсәйҙән эләкмәйенсә ҡалмай бит инде, икебеҙ ике мөйөштә илап алабыҙ ҙа, шунан: “Дуҫ ҡына уйнайыҡ, йәме, Шәүрә (Шамил)?” тигән һүҙ әйтелеп, бәхәскә нөктә ҡуйыла.

Мин бәләкәйҙән алдараҡ йөрөнөм. Идеялар күберәк минән булһа, уларҙы тормошҡа ашырыу Шамилдан ине. Бер ваҡытта ла мәктәптә партала бергә ултырманыҡ. Мин бөтә фәндәр­ҙән дә тик “бишле”гә өлгәшһәм, игеҙәгем уҡыу яғына йомшағыраҡ булды. Өйгә эште гел минән күсерә торғайны.

Тағы ла бер ҡыҙыҡ ваҡиға хәтеремдә ҡалған. Бер заман Фәтих ағайым миңә матур плащ тотоп килде. Шамил, миңә лә шундай кәрәк тип, төнө буйына илап сыҡты. Аптыраған атайыбыҙ, иртә менән, универмагҡа барып, инәлеп (тауар­ға ҡытлыҡ ваҡыт), Шамилға ла плащ алып ҡайт­ты. Бер иш кенә булып, йөрөнөк шулай. Үҫкән саҡта, гел бер иштән кейенмәһәк тә, берәй элементы барыбер икебеҙҙә лә оҡшаш булыуын талап итә торғайныҡ.

Музыка мәктәбендә шөғөлләндек. Мин Өфө сәнғәт училищеһының – фортепиано, һуңынан сәнғәт институтының композиция бүлеген тамамланым. Икенсе юғары белем дә алдым – хоҡуҡ белгесемен. Ә Шамил Төркиәлә Истанбул университетында уҡыны. Ҡурайҙа оҫта уйнай. Әлеге көндә Өфөлә йәшәй, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Дүрт малайы бар. Мин дә унан ҡалышмайым, дүрт бала үҫтерәм.

 

Шәүрә Ғәббәсова.

Өфө районы, Шамонин ауылы.
 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?