"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Оҫтахана” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ! Конкурс киләһе йылда ла дауам итә! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
Автор: Administrator   
22.02.2017 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! “Оҫтахана” кон­курсына йомғаҡ яһалды. Ул йыл буйына “Бәйлә­неш­тә” сай­тын­дағы төркөмөбөҙҙә алып барылды.

Бәйгенең шарттары буйынса беҙ эштең үҙен­сәлегенә, оҫталығына, “лайк”­тарҙың күпле­генә ҡарап, өс еңеү­сене билдәләргә, уларҙы Маҡтау бил­дәләре һәм “Аманат”тың фирма сә­ғәт­тәре менән бүләкләргә вәғәҙә ит­кәйнек. Шулай итеп, фирма сәғәт­тәре түбәндәге уҡыусыларға тапшырыла:

Ostahana_Liana_Eftehova1. Лиана Әфтәхова. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

Лиананың “Тыуған яғым – алтын бишегем” тигән эше төркөмөбөҙҙә иң күп “лайк” йыйҙы.

“Был эште мин бик тырышып, ике ай ярым тигәндә, эшләп сыҡтым. Балаҫ сигеүе техника­һында башҡарылған өсөнсө ҙур эшем. Уны эшләгәндә түҙемлелек кәрәк”, – тип яҙған беҙгә Мәсетле һылыуы.

 

 

 

 

Ostahana_Vildan_Gaisin2. Вилдан Ғайсин. Бөрйән районының Ҡол­ғана ауылынан.

Вилдан, үҙ йөрөшлө машина тәҡдим итеп, күп кон­курсанттарҙы артта ҡалдырҙы.

“Мин төрлө кә­рәк­мәгән әйберҙәрҙе кәрәк­легә әйлән­де­рергә яратам. Был үҙ йөрөшлө машинаны кәрәкмәгән иҫке уйынсыҡ машина ҡалдыҡ­тарынан һәм онталған ике DVD-ҙан эшлә­нем”, – тип яҙа ул хатында.

 

 

 

 

 

Ostahana_Nerkes_Bagaytdinova3. Нәркәс Баһауетдинова. Белорет райо­ны­ның Уҫманғәле ауылынан.

Нәркәс сигергә, сәй­лән менән төрлө әйбер­ҙәр яһарға, витраж ме­нән төшөрөргә ярата.

“Ә шулай ҙа иң ныҡ оҡша­ғаны – атлас таҫ­ма­ларҙан төрлө сәскәләр яһау, йәғни, канзаши ме­нән булышыу. Уларға резинка ҡуйып, сәсе­геҙ­гә тағып ҡуйырға ла мөм­кин”, – тип хәбәр итә үҙе­нең хатында.

 

 

 

 

 

Ә был конкурсанттар әүҙем ҡатнаш­ҡан­дары өсөн журналдың Маҡтау билдә­ләре менән бүләкләнә:

Гөлнур Аралбаева. Ейәнсура районының Ибрай ауылы;

Рәзинә Моратшина. Бөрйән районының Мораҙым ауылы;

Фирүзә Ғәлина. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылы;

Илсур Хажиев. Салауат районының Ҡарағол ауылы;

Тәнзилә Таһирова. Йылайыр районының Һабыр ауылы.

 

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

 

 

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һеҙ­гә ни бары ижади эшегеҙ­ҙе төр­лө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағаны­ғыҙ­ҙы аңлатып яҙып, беҙ­ҙең “Бәй­ләнеш­тә”ге төркөмгә һалыр­ға, йәки элек­трон почтаға ебәрер­гә кәрәк. Конкурстың да тема­һы ирек­ле: кем нимә­гә оҫта – шуны эш­ләй.

Әйт­кән­дәй, ҡул эше мотлаҡ беҙҙең конкурс өсөн эш­ләнер­гә тейеш. Мөхәрририәт­тең конкурсҡа килгән эш­тәр­ҙең алдан эш­ләнгәненә, йә иһә уның авторының бөтөн­ләй икен­се кеше булыуын­да шиге тыума­һын өсөн, эш барышы нисек бар­ған­лы­ғын да фотоға, йәки видеоға төшөрөп ебәрегеҙ!

Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағын­да яһала.

“Аманат” журналы мөхәрририәте эш­тең үҙен­сәлегенә, оҫталы­ғына, “лайк”­тар­ҙың күп­легенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исем­леге һәм улар­ҙың ижади эш­тәре журналда 2018 йылдың ғинуар һанын­да баҫыласаҡ.

Еңеүселәр “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡ­тау билдә­һе менән бүләк­ләнәсәк.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?