"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

PDF  | Печать |


Беҙҙең вернисаж (һүрәттәр конкурсы)

“Мин донъяны һүрәтләйем”

2013 йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәс, сираттағы һүрәттәр конкурсын да ошо темаға арнаныҡ.

Ғөмүмән, был конкурсҡа кеше һәм уны уратып алған мөхит тураһындағы һүрәттәр ебәрер кәрәк. Һүрәттәрегеҙҙе почта аша ла, электрон адрес буйынса ла ебәрергә мөмкин.

Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе “Аманат”тың Маҡтау билдәләре, иҫтәлекле бүләктәр көтә.



"Оҙонсәс"

Ҡәҙерле дуҫтар! “Оҙонсәс” конкурсының шарттары: сәсегеҙҙе күрһәтеп төшкән фотоларығыҙ матур, сифатлы булырға тейеш.

Үҙегеҙ тураһында бер аҙ мәғлүмәт тә яҙып ебәрегеҙ, шулай уҡ сәсегеҙҙең нисә см икәнен дә хәбәр итергә онотмағыҙ.

Иң оҙон сәсле һылыуҡайҙың фотоһүрәте 2017 йылдың март һанының журналы тышлығында сығасаҡ.


 

“Күҙ менән ҡаш араһы”

Йыл дауамында почта йә электрон рәүештә фотолар ебәреп торор кәрәк. Темалар һәм күләм сикләнмәй.  Талап – улар сифатлы булырға тейеш! Темалар: ғаилә тормошо, мәктәптәге ваҡиғалар, тәбиғәт ҡосағы һ.б.

Еңеүселәр “Аманат”тың Маҡтау билдәһе һәм электрон фоторамкалар менән бүләкләнәсәк!



"Башҡортостан беҙҙән башлана"

шиғриәт бәйгеһе дауам итә!

Хөрмәтле йәш ҡәләм оҫталар! Әҙәбиәт йылы башланыуы айҡанлы, былтыр йыл дауамында барған "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһен быйыл да дауам итәбеҙ.

Һеҙҙән төрлө темаларҙы яҡтыртҡан матур йөкмәткеле шиғырҙар көтөп ҡалабыҙ! Тыуған ил, туған тел темаһы менән генә сикләнмәгеҙ, яңы уй-фекер, образдар эҙләгеҙ! Бәйге йыл аҙағына тиклем барасаҡ.

Еңеүселәргә "Аманат"тың иҫтәлекле бүләктәре һәм маҡтау билдәләре тапшырыласаҡ!



“Аҙна һайын – бүләк!”

Кем дә кем 2017 йылға ярты йыллыҡ йәки тулы йыллыҡ подписка эшләгән, шулар редакцияға килеп бүләк алыу хоҡуғына эйә! Әлбиттә, бүләктәр һаны сикле, тимәк, ашығырға тырышығыҙ...

Бүләктәрҙе алыр өсөн һеҙҙән беҙгә яҙылыу абонементығыҙҙың күсермәһе (фотоһы, скан-копияһы), ИНН номерығыҙ, СНИЛС, прописка, паспорт мәғлүмәттәрегеҙ кәрәк. Уларҙы һеҙ почтабыҙға Этот e-mail адрес защищен от спам-ботов, для его просмотра у Вас должен быть включен Javascript ебәрә, йәки бүләк артынан килгәндә ҡалдырып китә алаһығыҙ.


 

 

"Яҙыл да бүләк от!"

Журналыбыҙ йылдан-йыл "Яҙыл да бүләк от!" уйынын уҙғарып килә. Аллаға шөкөр, һәр еңеүсебеҙгә бүләктәрен теүәл тапшырып киләбеҙ. Ә был йылдар дауамында уларҙың һаны байтаҡ булып китте, тимәк, күпме кеше "Аманат"тың стена сәғәттәре, планшет, электрон китап, смартфондарын, ә иң бәхетлеләре - велосипедын алып ҡыуанды! Шуға был матур йолабыҙҙы быйыл да дауам итәбеҙ!

"Яҙыл да бүләк от!" уйыны сентябрҙән башланды. Унда ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2017 йылдың 1-се ярты йыллығына яҙылып, журнал битендә сыҡҡан купонды, йәки журналдың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә һәм рәсми сайтында донъя күргән купонды ҡырҡып (баҫтырып алып), тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияһының (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Шул купондарҙы беҙ, Яңы йыл байрамынан һуң, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.

Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, планшет, смартфон һәм "Аманат"тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә!


 

 

"Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!"

һәм "Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!"

Конкурстар уҡыу йылы менән бергә старт алды.

Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә "Аманат"тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Ә синыфҡа иһә етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе ебәреләсәк.

Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.


 

 

Сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе

Журнал уҡыусылары араһында иң шәп ҡәләм оҫталарын билдәләү маҡсаты менән сәсмә әҫәрҙәр (хикәйә, әкиәт, нәҫер) конкурсын иғлан итәбеҙ.

Еңеүселәр 2017 йылдың ғинуар айында бер нисә номинацияла билдәләнәсәк. Уларға "Аманат" журналының Маҡтау билдәләре һәм Ноғман Мусиндың автографлы китаптары бүләк ителәсәк.

Уңыштар, дуҫтар! Йәгеҙ, кемдең ҡәләме үткерерәк?

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Комментарий өҫтәргә

Иҫкәрмә өсөн!
Яман һүҙ "тағыр" алдынан ныҡ уйлан, дуҫ! Йәшерен исем аҫтында булһа ла дәрәжәңде төшөрөү кәрәкме икән? Ҡыҫҡаһы, насар һүҙҙәр яҙмағыҙ, тәртипле булығыҙ! ) Алдан уҡ рәхмәтлебеҙ!


Һаҡланыу коды
Яңыртырға

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?