"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Июнь һанында уҡығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
14.06.2016 00:00

Йомро сабаҡ ябай сабаҡтан нимәһе менән айырыла һәм уларҙы нисек тоторға? Ә байығыуҙың ете серенең һуңғы өсөһө ниндәй? Ҡаталау нисек килеп сыға, уны нисек дауаларға? Энергетика өлкәһендәге замана һөнәрҙәрен беләһегеҙме?.. Ошо һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәр – журналыбыҙҙың июнь һанында!

06_2016

 
Яҙыл һәм бүләк от! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
08.06.2016 00:00

Үәт! Теге тапҡыр Форд Фокус уйнатһаҡ, был юлы вертолет бүләк итергә булдыҡ.

vertolet

Шулай итеп, “Аманат” журналынан бүләккә вертолет алғығыҙ килһә, һеҙгә ошо шарттарҙы үтәргә кәрәк:

1. “Аманат” журналына 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылырға һәм ошо фекер алышыуға http://vk.com/topic-41010454_33674793 квитанцияғыҙҙың йәки яҙылыу абонементығыҙҙың күсермәһен һалырға.

2. Әгәр “Аманат” журналы төркөмө ағзаһы булмаһағыҙ – төркөмгә инергә.

3. Ошо иғланды үҙегеҙҙең битегеҙгә күсереп алырға һәм подписка осоро тамамланғансы юймаҫҡа.

Еңеүсене махсус ҡушымта ярҙамында редакция билдәләй.

 
Үрнәк алығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
08.06.2016 00:00

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ике ейән-ейәнсәрен ҡатнаштырған Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов бүләктәрен килеп алып та ҡайтты.

mihranov

Шулай, халыҡ, ни бары 80 йәшенә генә һис тә ҡарап тормайынса, Нурулла ағайыбыҙ беҙҙең уйын-конкурстарҙа гел генә шулай актив ҡатнаша ул. Хәлебеҙҙе лә белешергә ай һайын “һә” тигәнсе килеп етә! Афарин!

Унан үрнәк алығыҙ.

 
“Аҙна һайын – бүләк!”тәр тапшырыла тора. PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
08.06.2016 00:00

sabitovaБыл юлы журналыбыҙға яҙылып баҡса һиптергесе отҡан Рәйлә Сабитова бүләген килеп алды. Ул шулай уҡ ”Шоңҡар” журналына ла яҙылған булған икән, шуға бер түгел, ике бүләк тотоп тора!!!

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашыр өсөн журналға 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылғанлығығыҙҙы дәлилләгән квитанцияғыҙҙың (йәки яҙылыу абонементы) күсермәһен ошо (http://vk.com/topic-41010454_32616782?offset=40) фекер алышыуға һалырға кәрәк. Бүләктәрҙе аҙна һайын өләшәбеҙ.

 
“ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛ!” ФОТОКОКУРСЫНДА ҠАТНАШАБЫҘ ҺӘМ БҮЛӘКТӘР ОТАБЫҘ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
02.06.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар!

Бына инде көтөп алған йәй ҙә етте. Шул уңайҙан “Аманат” журналы фәҡәт һеҙҙең өсөн өр-яңы “ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛ!” тип аталған фотоконкурс иғлан итә. Уның шарттары бик ябай: һеҙ каникул дауамында нисек ял иткәнегеҙҙе, ҡайҙа булғанығыҙҙы фотоға төшөрөп, беҙҙең төркөмдөң диуарына һәм юғалмаһын өсөн йәнәш ошо әңгәмәгә http://vk.com/topic-41010454_33675674 һалып барығыҙ.

konkurs-kynelle-kanikul

Һуңынан иң яҡшы тип табылған фотоларҙың авторҙарына журналдың Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ. Конкурсҡа йомғаҡ сентябрь айында яһаласаҡ. 
Тимәк, һеҙҙең алда йәмғеһе 3 ай – тотош каникул ваҡыты бар! Уңышлы фотоһүрәттәр журнал биттәрендә лә донъя күрәсәк! Шуға күрә дуҫтар, әүҙем булығыҙ! Кемдең каникулы күңеллерәк һәм мажараға байыраҡ икән? Тиҙҙән белербеҙ!

ИҪКӘРМӘ: Был конкурсты “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы менән бутамағыҙ. “Күҙ менән ҡаш араһы”нан айырмалы рәүештә, “Эх, күңелле каникул!” фотоконкурсында кадрҙа үҙегеҙ ҙә була алаһығыҙ.

 
“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
31.05.2016 00:00

Акцияға Мәләүез районы Үрге Юлдаш мәктәбенең V синыф уҡыусылары ла ҡушылды (фотола). Был данлы синыфтың етәксеһе Лира Фирғәт ҡыҙы Ғафароваға һәм уның уҡыусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәм вәғәҙә итеүебеҙсә, синыфҡа – Маҡтау билдәһе, ә етәксеһенә Рәхмәт кәлимәһен ебәрәбеҙ.

uldashtar

Афарин, дуҫтар! Бүтән синыфтарҙан да ҡыуаныслы хәбәрҙәр, яҙылыу тураһында квитанцияның (абонементтарҙың) күсермәләрен, фотоларын көтәбеҙ.

Беҙ һәр саҡ вәғәҙәбеҙгә тоғро ҡалабыҙ: бөтөн уҡыусылары ла “Аманат”ҡа яҙылған синыфтар – Маҡтау билдәһе, ә синыф етәксеһе (йәки яҙылыуҙы ойоштороусы бүтән кеше, мәҫәлән, китапханасы) Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Аманат”тың Маҡтау билдәһе менән Рәхмәт кәлимәһе бик күп мәғариф хеҙмәткәрҙәренә категорияларын күтәрергә ярҙакм итте. Һеҙ ҙә шундай форсаттан файҙаланығыҙ!

Журналға яҙылыу июнь аҙағына хәтлем дауам итә. 6 айға яҙылыу хаҡы – 300 һум 96 тин. Шулай уҡ RBSMI.RU сайтында журналдың электрон вариантына ла яҙылып була. Хаҡы – 307 һум 80 тин.

“Аманат”ҡа тоғро ҡалайыҡ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!

 
ҺАУ БУЛ, МӘКТӘП! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
30.05.2016 00:00

Әле яңыраҡ ҡына беҙ гимназияға һигеҙенсе класҡа уҡырға килгән кеүек инек, ә хәҙер инде беҙ сығарылыш уҡыусыларыбыҙ. Ни тиһәң дә, ваҡыт бик тиҙ үтә. Күҙ асып йомған арала ун беренсе класҡа еттек.

Гимназияға тәү тапҡыр килеүем әле лә хәтеремдә. Һигеҙенсе класта уҡый башлағанда яңы мөхиткә өйрәнеү күптәргә ауырға тура килгәндер, ҡайһы берҙәр өйҙәрен һағынып, илап та алғандарҙыр. Әммә үҙемдең бәләкәй тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм: гимназияла беҙ тиҙ ваҡыт эсендә бер ҙур ғаилә булып киттек. Бөтәбеҙ ҙә төрлө райондарҙан, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылһаҡ та, тиҙ генә уртаҡ тел табыҙ, дуҫлаштыҡ. Хәҙер инде беҙ бөтәбеҙ ҙә бер туғандар кеүек татыубыҙ.

Гимназия минең тормош юлымдың, тормошҡа ҡарашымдың формаллашыуында ғәйәт ҙур роль уйнаны. Беҙ бында ауырлыҡтарҙы ла уртаҡ кисерҙек, шатлыҡтарҙы ла бергә бүлдек. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам иттек, терәк-таяныс булдыҡ. Дүрт йыл буйы бергә уҡып, бергә йәшәгән өсөндөр ҙә гимназистар минең икенсе ғаиләмә әйләнделәр. Шулай булмай ни, беҙ бит тәүлек әйләнәһенә бергәбеҙ! Мин бында ысын дуҫлыҡтың нимә икәненә төшөндем.

Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт әйткем килә. Һеҙ беҙгә белем генә биреп ҡалманығыҙ, ә тормош дәрестәренә өйрәттегеҙ, кәрәкле кәңәштәрегеҙҙе бирҙегеҙ, оло томош юлына дөрөҫ аяҡ баҫырға ярҙам иттегеҙ.

aizira-hay-bul-maktap

Бына оҙаҡламай, имтихандарҙы тапшырып, төрлөбеҙ-төрлө яҡта уҡыуҙарыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ, әммә сығарылыш уҡыусылары һәр ваҡыт үҙәренең тыуған йортона әйләнгән гимназияға талпынып, ашҡынып килеп торасаҡтарына шигем юҡ. Нисә генә йылдар үтмәһен, күпме генә һыуҙар аҡмаһын, гимназиялағы уҡыған йылдар минең күңелемдә һәр ваҡыт йылы иҫтәлек, яҡты хәтирә булып һаҡланып ҡаласаҡ. Мин бер ваҡытта ла бында бирелгән кәңәштәрҙе, тәрбиәне онотмаясаҡмын.

Подробнее...
 
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
17.05.2016 00:00

Бөгөн, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы уҙған фекер алышыуға һуңғы өс квитанциялар һалыусыларға мангалдар бүләк итәбеҙ!

Ҡотлайбыҙ:
1. Ләйсән Ғәббәсова
2. Гөлиә Айытбаева
3. Ильфира Аҡҡужина

Бүләк отоусылар! Беҙгә паспорт, прописка, ИНН, СНИЛС мәғлүмәттәрегеҙҙе ебәрергә онотмағыҙ (кем бүләктәрҙе редакциянан үҙе килеп ала – шул маладис).

 
“Аманат”тың 5-се һанында: PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
17.05.2016 00:00

Кем ул зәргәр*? Был боронғо һөнәр эйәләрен Башҡортостанда ҡайҙа әҙерләйҙәр? Зәргәр булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был һорауҙарға яуапты 4-се биттә табырһығыҙ.


"Башҡорт тарихы" рубрикаһының даими авторы Азат Юлан был юлы һеҙгә данлыҡлы "Зверобой" - ИСУ-152 үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы командиры, Советтар Союзы Геройы, Федоровка районының Яңы-Яуыш ауылы егете Ғәтиәт Ишҡоловтың батырлыҡтары хаҡында бәйән итер.


Балыҡ тоторға яратыусылар: бағры менән бәрҙе нимәһе менән айырыла? Белмәһәгеҙ – яуап 13-сө биттә ;)


Байығырға теләүселәр өсөн икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе серҙе астыҡ!


Дидаскалейнофобия – мәктәптән ҡурҡыу икән дәһә! Тимәк, уҡырға барғығыҙ килмәһә, тағы бер һылтау бар. Шул хаҡта ентекләберәк 27-се биттә уҡырһығыҙ.

05_2016

 
Белмәнем, тимә! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
13.05.2016 00:00

ҺӨЙӨНСӨ! “АМАНАТ”ҠА ЯҘЫЛЫУ ТАҒЫ ЛА АРЗАНАЙҘЫ!

12-22 майҙа Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үтә. Декада ваҡытында почта матбуғат баҫмаларына яҙылыуға 5%-ҡа тиклем ташлама яһаясаҡ. Шулай итеп, был көндәрҙә һеҙ “Аманат” журналына 285 һум 90 тингә яҙылып ҡала алаһығыҙ. Форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ! “Аманат”лы булайыҡ!

05_2016

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 10 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?