"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

ИҒТИБАР! СӘСМӘ ӘҪӘРҘӘР БӘЙГЕҺЕ ДАУАМ ИТӘ! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тиҫтерҙәрең ижады
23.08.2016 00:00

Sesme_eserzer_beygehe_logoЖурнал уҡыусылары ара­һын­да иң шәп ҡәләм оҫталарын билдәләү маҡсаты менән иғлан ителгән сәсмә әҫәрҙәр (хикәйә, әкиәт, нәҫер) конкурсы дауам итә.

Еңеүселәр 2017 йылдың ғинуар айында бер нисә номинацияла билдәләнәсәк. Уларға “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың автографлы китаптары бүләк ителәсәк.

МӨХӘРРИРИӘТ.


Шифалы шиш­мә

(Әкиәт)

Ай­һылыу йәйге каникулды түҙемһеҙ­ләнеп көтә тор­ғайны. Ә быйыл ял мәлен­дә бер ҡай­ҙа ла бар­ғыһы кил­мәй, ауыл­ға ла һис күңеле тартмай. Ай­һылыуҙың кире яҡ­ҡа үҙ­гәреүе ха­ҡын­да ата-әсә­һе бик оҙаҡ уй­лан­ды ла, кәңәш һорап, өләсә­һенә хәбәр ит­кәс, ул ҡыҙ­ҙарын ауыл­ға алып килеү­ҙәрен үтен­де, берәй сара­һын күрермен, тип өмөт­лән­дер­ҙе.

Шулай итеп, бер йәм­ле йәйге көн­дә Ай­һы­лыу ауылда ине ин­де. Ата-әсә­һе, бик оҙаҡ тормай, кире ҡай­тып кит­те, Ай­һылыу иһә өләсә­һен­дә теләр-теләмәҫ кенә тороп ҡалды.

Уның холҡоноң ысын­лап та үҙгәргәнлеген күр­гән өләсә­һе тамам аптырау­ҙа ҡалды: нисек кенә аҡыл­лы, яр­ҙамсыл элекке Ай­һылыуҙы кире ҡай­тарыр­ға, тип баш ват­ты.

Ҡыҙыҡай өләсә­һе һөй­лә­гән­дәр­ҙе ишет­мә­не, ул ҡуш­ҡан эш­тәр­ҙе лә үтәмәне, көнө буйы телефонына ҡарап ятыуын белде. Виртуаль донъянан бөтөн­ләй айырыл­мағас, ейән­сәрен  хәстәр­лә­гән өләсәй, бер көн уның телефонын алды ла бирмәне лә ҡуй­ҙы. Ай­һылыу ныҡ үтенә тор­ғас ҡына ҡаҙ бәпкәләрен көтөр­гә тигән шарт ҡуйып, телефонын кире ҡай­тарыр­ға ри­за­лаш­ты.

Ҡушыл­ған эш­те үтәмәйен­сә телефон тәте­мә­йәсәген аңлаған ҡыҙ себеш­тәр­ҙе ҡарар­ға урамға сы­ғып кит­те. Ҡояш нур­ҙары аҫ­тын­да һары ғына себеш­тәр йәшел хәтфә үлән­дә ята ине. Ҡыҙыҡай улар­ға ҡарап тор­ҙо-тор­ҙо ла эскәмйә­гә барып ултыр­ҙы. Себеш­тәр­ҙе күҙә­теп ултырыу уға бер ҙә ҡыҙыҡ то­йол­маны, ә, киреһен­сә, ялҡыт­ты ғына. Хат­та улар­ҙың үҙ­ҙәренә хас тауыш сығарып йөрөү­ҙәре лә йәнен көй­ҙөр­ҙө.

1

Бер нисә көнөн себеш­тәр янын­да үт­кәр­гән­дән һуң, баш­ҡа түҙер әмәле ҡал­май, урамға сыҡ­маҫ булды. Өләсә­һенән телефонын тап­тыр­ҙы. Ҡы­ҙының һаман яҡшы яҡ­ҡа үҙ­гәрмә­гәнен һиҙ­гән өләсә­һе ин­де ни эш­ләр­гә лә бел­мәне. Ауылдағы төр­лө билдәле урын­дар ту­ра­һын­да ҡыҙыҡлы тарих, леген­да, риүәйәт­тәр һөй­ләп тә ҡараны, әм­мә Ай­һылыу тыңлар­ға ла теләмәне. Бөтә нәмәнән баш тарта, сит­ләшә баш­ланы.

Подробнее...
 
УРАҒАЙ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
22.08.2016 00:00

Каникулдың һуңғы айы ла килеп етте. “Аманат” журналында йәмле йәйгә ниндәйерәк йомғаҡтар яһалыр икән? Был хаҡта урағай һанына булған күҙәтеү аша белерһегеҙ.

“Аманат”ҡа 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә үткәрелгән уйындың еңеүсеһе Бөрйән районының Байназар ауылынан Илназ Теләүсингә төп бүләк – пульт менән осороп йөрөтөп була торған ҡыйбатлы уйнысыҡ вертолет тапшырылды. Артабан да журналыбыҙҙа бындай шәп бүләкле уйындар уҙғарыласаҡ әле!

“Мәғлүмәт” рубрикаһы һеҙҙе республикабыҙҙағы төрлө яңылыҡтар менән таныштырыр, 1 сентябрь – Белем көнө айҡанлы тәбрикләр.

“Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһы сиктәрендә “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә йәнәш сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе лә башланды. Унда уҡыусыларыбыҙҙың төрлө сәсмә әҫәрҙәре (хикәйә, әкиәт, нәҫер) донъя күрәсәк. Еңеүселәр 2017 йылдың ғинуар айында бер нисә номинацияла билдәләнәсәк һәм уларға журналдың Маҡтау билдәләре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың автографлы китаптары бүләк ителәсәк. Конкурстан ситтә ҡалмағыҙ, йәш ижадсылар!

08_2016

“Ҡырым саҡырҙы беҙҙе!” тигән мәҡәләлә һеҙгә тиҫтерҙәрегеҙ Ғафуриҙан Фәриҙә Юнысова менән Сибайҙан Урал Аблаев “Артек” лагерында нисек ял итеүҙәре хаҡында һөйләр. Ә Арыҫлан Сәлихов иһә АҠШ-ны яулап ҡайта: ул халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙалға лайыҡ була! Тулыраҡ был хаҡта Мансур Ҡаҙаҡаевтың “Нью-Йорктан алтын миҙал менән, йәки Арыҫлан Канадала уҡыясаҡ!” тигән мәҡәләһе аша белә алаһығыҙ.

“Башҡорт тарихы” рубрикаһында тарихсы Азат Юлан һеҙҙе башҡорт халҡының ағастан эшләнгән боронғо һауыттары менән таныштырыр.

Урағайҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Олатайым тураһында хикәйәләр”енең аҙағы баҫыласаҡ. Башы – майайҙа. Төп геройға атаһының ҡомартҡыһы итеп яҡындары нимәне тапшырыуын әҫәр аша төшөнөрһөгөҙ.

Был һанда яҡут халыҡ әкиәте “Ниңә ҡарға ҡара төҫтә?” тигән һорауға яуап бирер.

Подробнее...
 
Еңеүселәребеҙҙе бүләкләйбеҙ PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
18.08.2016 00:00

Илназ “Аманат”лы ла, вертолетлы ла булды!


“Һаумыһығыҙ! Бүләк өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Ильназ улым һаман ҡыуанып һөйләп йөрөй. Тик ныҡ оялдым, хатта рәхмәт әйтергә лә оноттом, шикелле, ¬– тип йөрөп ята.
Үкенескә ҡаршы, һеҙ бүләк вертолетты беҙҙең өйгә алып килгәндә мин өйҙә була алманым. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Беҙ яратҡан журналыбыҙға йыл да яҙылырбыҙ, Алла бирһә!”

Журналыбыҙҙың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “Аманат”ҡа 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында үткәрелгән һәм июль башында йомғаҡ яһалған уйыныбыҙҙың еңеүсеһе, Бөрйән районы Байназар ауылынан Илназ Теләүсиндең әсәһе Динә ханым яҙған хат был.

Ilnaz

Был уйында ҡатнашҡан бик күп уҡыусыларыбыҙ араһында еңеп сыҡҡан һәм беҙ вәғәҙә иткән пульт менән осороп йөрөтөп була торған ҡыйбатлы уйынсыҡ вертолетты отҡан тоғро уҡыусыбыҙ Илназдың ҡулына бүләген үҙебеҙ алып барып тапшырҙыҡ.
Әсәһенә, хатта рәхмәт әйтергә лә оноттом, шикелле, тиһә лә, онотманы Илназ ул тылсымлы һүҙҙе әйтергә. Улай ғына түгел, ғүмере буйы “Аманат”ҡа тоғро ҡалырға, үҙе ҙурайғас, һеңлеһен өсөн дә, артабан балалары өсөн дә “Аманат”ты яҙҙырырға вәғәҙә итте.

Әйткәндәй, һарысайҙан (сентябрҙән) 2017 йылдың 1-се яртыһына журналға яҙылыу башлана. Шул уҡ ваҡытта һарысайҙың 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, “Аманат" өйөгөҙгә ҡарасайҙан (октябрҙән) килә башлар.

Артабан да журналыбыҙҙа һәм интернеттағы төркөмөбөҙҙә төрлө-төрлө конкурстар һәм уйындар үткәрелеп торасаҡ.

“Аманат”ҡа яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
 
“АМАНАТ”ҠА ЯҘЫЛЫУ БЕР ВАҠЫТТА ЛА ҺУҢ ТҮГЕЛ!!! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
17.08.2016 00:00

Хатта Ҡурған өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә яратып уҡый уны!


“Аманат”ҡа яҙылыу бер ваҡытта ла һуң түгел! Был һүҙҙәр, почтальон, йәки уҡытыусының ваҡытында иҫкә төшөрмәүе һәм башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында икенсе ярты йыллыҡҡа журналға яҙылырға өлгөрмәй ҡалдым, тиеүселәргә яуап булыр. Сөнки һәр айҙың 20-һенә хәтлем яҙылһағыҙ, ул һеҙгә киләһе айҙың башынан килә башлар. Мәҫәлән, әле урағайҙың (августың) 20-һенә саҡлы яҙылып өлгөрһәгеҙ, “Аманат”ты һарысайҙан (сентябрҙән) ҡулығыҙға алырһығыҙ.

Хөрмәтле уҡыусылар, әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылын “Аманат” менән ҡаршылайыҡ!

Ашығығыҙ! Дүрт айға яҙылыу хаҡы – 200 һум да 64 тин.

chitateli

Шул уҡ ваҡытта Ҡурған өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән өлгө алығыҙ. Башҡортостандан йөҙәрләгән саҡырым ситтә ятыуға, башҡорт теле уҡытыуҙың уларҙа йылдан-йыл ҡыҫыла барыуына ҡарамаҫтан, милли рухтарын юғалтмай улар. “Аманат”ты ла яратып уҡый улар!

 
Ҡатнашып өлгөрөгөҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
11.08.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар!

“Аманат” журналы ойошторған “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсына һәм “Мин донъяны һүрәтләйем” һүрәттәр конкурсына үҙегеҙҙең ижади эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ! Әүҙем булығыҙ!

Еңеүселәргә йыл аҙағында бүләктәр тапшыраласаҡ!

kuz-menan-kash-arahy

 
Үәт! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
10.08.2016 00:00

Фидан Ҡолмөхәмәтов:

"Аманат" балалар журналының июль һанында минең менән бик ҡыҙыҡлы интервью сыҡты. Хатта минең менән постер эшләгәндәр. Все, мин йондоҙ, әй! Рәхмәт!!
#какресукеш #фиданкакресукеш #фиданкульмухаметов #фиданҡолмөхәмәтов#standup #subashkortsa #хайерлеstandupкис #аманат

k-s

 
Майай һанына күҙәтеү PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
08.07.2016 00:00

Каникулдың иң ҡыҙған осоро. Күңелле ял ваҡыттарына тоғро дуҫығыҙ “Аманат”тың майай (июль) һаны үҙенә күрә бер йәм өҫтәп ебәрер. Нимәләр менән беҙҙе ҡыуандырыр икән ул?

Тышлыҡта – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең 18-се йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында ҡатнашыусы Салауат районының командаһы тора. Ә журнал эсендә был сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Зарина Бағышаеваның “Башҡортостан – бай ерем, сәсәндәре бар ерем” тигән мәҡәләһендә табырһығыҙ. Быйыл Гран-приға Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 10-сы синыфын тамамлаусы Гөлфруз Хисмәтуллина лайыҡ булды.

“Мәғлүмәт” рубрикаһында “Аманат” журналының еңеүселәренә һәм йәш хәбәрселәренә бүләктәрҙең барып етеүе һөйөнсөләнә. Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы Бөрйән районының Яңы Усман мәктәбенең 5-се синыфынан килгән хат та урын алған. Ошо уҡ рубрикала Пионерияның вариҫы – “Рух”, БДИ-2016 һөҙөмтәләре менән дә таныша алаһығыҙ.

“Тиҫтерҙәрҙең ижады” рубрикаһында “Илһам” балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсының ҡатнашыусылары ижады бирелгән.

“Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан Лев Толстойҙың Кәрәлек башҡорттарында ҡунаҡта булған осоро тураһында бәйән итә.

07_2016

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Олатайым тураһындағы хикәйәләре” уның ҡыҙыҡлы бала сағын, олатайы менән бәйле иҫтәлекле ваҡиғаларын һүрәтләй. Форсаттан файҙаланып, Ноғман Мусиндың етәкселегендә журнал уҡыусылары араһында иң шәп ҡәләм оҫталарын билдәләү маҡсаты менән сәсмә әҫәрҙәр (хикәйә, әкиәт, нәҫер) конкурсы ойошторабыҙ. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнәсәк. Уларға “Аманат” журнлының Маҡтау билдәләре һәм Ноғман Мусиндың автографлы китаптары бүләк ителәсәк.

Илшат Зарипов тәржемә иткән “Йән аҙығы” тигән фәһемле хикәйә лә һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.

Подробнее...
 
Белмәй ҡалдым, тимә! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
21.06.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар!

Бына инде көтөп алған йәй ҙә етте. Шул уңайҙан “Аманат” журналы фәҡәт һеҙҙең өсөн өр-яңы “ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛ!” тип аталған фотоконкурс иғлан итә. Уның шарттары бик ябай: һеҙ каникул дауамында нисек ял иткәнегеҙҙе, ҡайҙа булғанығыҙҙы фотоға төшөрөп, беҙҙең төркөмдөң диуарына һәм юғалмаһын өсөн йәнәш ошо әңгәмәгә (http://vk.com/topic-41010454_33675674) һалып барығыҙ.

Һуңынан иң яҡшы тип табылған фотоларҙың авторҙарына журналдың Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ. Конкурсҡа йомғаҡ сентябрь айында яһаласаҡ.

konkurs-kynelle-kanikul_1

Тимәк, һеҙҙең алда йәмғеһе 3 ай – тотош каникул ваҡыты бар! Уңышлы фотоһүрәттәр журнал биттәрендә лә донъя күрәсәк! Шуға күрә дуҫтар, әүҙем булығыҙ! Кемдең каникулы күңеллерәк һәм мажараға байыраҡ икән? Тиҙҙән белербеҙ!

ИҪКӘРМӘ: Был конкурсты “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы менән бутамағыҙ. “Күҙ менән ҡаш араһы”нан айырмалы рәүештә, “Эх, күңелле каникул!” фотоконкурсында кадрҙа үҙегеҙ ҙә була алаһығыҙ.

 
Бүләктәр таратабыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
16.06.2016 00:00

Бүләктәр таратабыҙ!


Түбәндәге исемлектәге кешеләр – ни бары журналыбыҙға 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылып, яҙылыу квитанцияларының (йәки абонементтарының) күсермәһен ошо (http://vk.com/topic-41010454_32616782?offset=40) фекер алышыуға һалырға йыбанмаусылар!

1. Әдилә Буранбаева – барбекю ҡурғыс.

2. Таңсулпан Мостаева – һауыт-һаба тупланмаһы.

3. Гөлфинә Латыпова – мангал.

4. Сынтимер Билалов – плед.

5. Зифа Мөхәмәтйәнова (Азалия Һағынбаева) – шампурҙар.

6. Инсаф Баязитов – полисан-агро япмаһы.


Хөрмәтле бүләк алырға тейеш кешеләр!

Беҙҙең һеҙгә үтенестәр бар:

– беҙгә кисектермәҫтән ИНН, СНИЛС, паспорт-прописка мәғлүмәттәрегеҙҙе ебәрегеҙ (уларҙы Илшат Зарипов ҡабул итә, йәки беҙҙең электрон почтабыҙ аша көтәбеҙ: amanat@yandex.ru);
– бүләктәрҙе оҙаҡҡа һуҙмай ғына үҙегеҙ, йәки туған-таныштарығыҙ редакциянан килеп алыуығыҙ һорала. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2, 4-се ҡат

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 9 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?