"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Бүләктәрегеҙҙе килеп алығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
15.09.2016 00:00

Дуҫтар! Беҙҙә “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһының еңеүселәренә инселәнгән бүләктәр саң менән баҫылып ята бирә. Уларҙы килеп алып китегеҙ әле, юғиһә, кабинетта йөрөр урын ҡалманы.

Бына ошо кешеләр бүләктәрен һаман килеп алманы:

1. Нәзирә Рәхмәтова – йәшелсәләргә һиптергес (опрыскиватель);

2. Теүәлбаева З. (Һабыр ауылынан) – шампурҙар тупланмаһы;

3. Лилиә Вәлиева – ҡырға сығыу өсөн һауыт-һаба тупланмаһы;

4.Ҡоҙаҡаев Денис – һиптергес;

5. Ләйсән Ғәббәсова – мангал;

6. Раянова Гөлназ – барбекю яһағыс;

7. Сөләймәнова Гөлсирен – поход ултырғысы;

8. Йосопова Айгүзәл – поход ултырғысы;

9. Вәхитов Ю. – баҡса өсөн һиптергес;

10. Ғилманова Гөлирә – һауыт-һаба йыйылмаһы;

Подробнее...
 
Шәхси эшме, дөйөммө? PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
07.09.2016 00:00

Республикабыҙҙа ата-әсәләр мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында законһыҙ аҡса йыйыуҙар тураһында хәбәр итә ала. БР Мәғариф министрлығында был аҙнала “ҡыҙыу линия” эшләй башланы. Ведомство белгестәре дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 9-ҙан 18-гә саҡлы (347)218-03-28 телефоны буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә.

dengi

БР Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова БЮТ-тың “Власть яуап бирә” тигән программаһында мәктәптәрҙәге аҡса йыйыуҙы миҙгелле күренеш тип билдәләне. “Әлеге мәлдә аҡсаны – дәреслектәргә, ә май аҙағында ремонтҡа йыялар тип зарланалар. Беҙ һәр саҡ әйтә киләбеҙ, был эш һәр кемдең үҙ иркендә булырға тейеш һәм был һорауҙарҙы класс сәғәттәрендә түгел, ә шәхси һөйләшеүҙәр барышында хәл итергә кәрәк. Беҙҙең статистика буйынса, кешеләр күп осраҡта аҡса йыйыуға түгел, ә улар менән айырым һөйләшмәгәндәре өсөн зарлана. Әгәр ҙә эш шәхси алып барылһа, күп осраҡта ризалашалар, сөнки бының үҙ балаһы өсөн кәрәк икәнен аңлайҙар”.

 
Шаян һүрәт PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
31.08.2016 00:00

– Ну, әсәй кемде яҡшыраҡ ашата?

bala-besay

 
Һөнәрмәндәр, алға! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
31.08.2016 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! “Оҫтахана” конкурсы дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл бәйгебеҙ бик һүлпән бара. Етмәһә, килгән эштәрҙән дә конкурс талаптарына тура килгәне бик һирәк. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан килгән хатты алып ҡарайыҡ. Унда “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе бер төркөм ҡыҙҙарҙың ғәҙәти булмаған ҡул эше менән шөғөлләнеүе хаҡында бәйән ителә. Топиарий (бәхет ағасы), фоамирандан (йомшаҡ табаҡлы материал) эшләнгән сәскәләрҙән ободоктар,декупаж, атлас таҫмаларҙы ҡулланып картиналар яһарға өйрәнә улар. Бик хуп. Тимәк, хәҙерге ваҡытта популяр булған заманса ҡул эштәре менән мауығалар. Был һылыуҙар шул үҙҙәре эшләгән эштәрен тотоп фотоға төшкәндәр. Күреүебеҙсә, бәйге шарттары тулыһынса үтәлмәгән. Алтын ҡуллы ҡыҙҙарыбыҙҙың үҙҙәрен һәм матур-матур эштәрен фотоһүрәттә күреүен күрҙек тә... тик эштәренең нисек эшләнгәнен аңламаныҡ.

livemaster

Тағы ла, әйҙәгеҙ, Бөрйән районының Мораҙым ауылынан Рәзинә Моратшинаның эштәренә туҡталайыҡ. Букет, сувенир һәм муйынсаҡ тәҡдим итә был маһир ҡыҙыҡай. Һүҙ ҙә юҡ, бик үҙенсәлекле Рәзинәнең эштәре. Үҙ ҡулдары менән эшләгәне лә күренеп тора. Тик, үкенескә күрә, Рәзинә лә нишләптер эш барышын фотоға төшөрөүҙе кәрәк тип тапмаған. Әлбиттә, уларҙы яһар өсөн ниҙәр кәрәклеген, нимәнән яһағанын аңлатып яҙған ул. Рәзинә беҙҙең иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып, ижади эштәрен яңынан бәйгегә ебәрһә, бер ҙә насар булмаҫ ине. Бөрйән районының Мораҙым ауылынан Юлдаш Моратшиндың һөйән ағасынан эшләнгән сувениры ла иҫ киткес матур килеп сыҡҡан. Тик ул да эш барышын фотоға төшөрөп ебәрергә онотҡан. Ағасты ырып-юнып эшләү ул халҡыбыҙҙа бик борондан килә. Афарин, Юлдаш! Ошо эшеңде нисек эшләгәнеңде фотоға төшөрөп, яңынан беҙгә һалып ебәрерһең, тигән теләктә ҡалабыҙ.

26 августа килгән Баймаҡ районының Билал ауылынан Наҙгөл Күсәрбаеваның иһә эшен күреп бик һөйөндөк. Конкурс талаптарына тулыһынса яуап бирә. Наҙгөл һеҙ барығыҙ ҙа яратып ашаған ҡарбуҙ менән ҡауын орлоҡтарынан бына тигән бүләк эшләргә өйрәткән. Иманыбыҙ камил: ҡул эшенә оҫталар һәр класта бар. Бары тик иренмәҫкә һәм үҙ һөнәреңде башҡаларға күрһәтеүҙән тартынмаҫҡа ғына кәрәк. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, шундай шәп бәйгенән ситтә ҡалмайыҡ.

“Оҫтахана” конкурсының шарттарын йәнә бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. 
Конкурстың темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки элеккесә почтаға ебәрергә кәрәк.

Подробнее...
 
Төп бурыстарҙың береһе - һөнәр һайларға өйрәтеү PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.08.2016 00:00

25 августа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Өфө ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе булып үтте. Ултырышта мәғариф алдында торған мәсьәләләр ҡаралды, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде.

augustovskoe-soveshanie-uchiteleyДөйөм белем биреү системаһына 128 учреждение ҡарай, шул иҫәптән 21 гимназия, 21 лицей, айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеүсе  7 урта мәктәп, 9  белем биреү үҙәге, мәктәп-интернат, асыҡ смена мәктәбе һәм башланғыс йәйге әҙерлеге булған мәктәп-интернат.

Киләһе уҡыу йылында мәктәптәрҙә яңы федераль дәүләт белем биреү стандартын артабан да индереү төп йүнәлеш булып ҡала.  Шулай уҡ электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса ла бик күп һүҙҙәр әйтелде. “Был йәһәттән әле эшләнәһе эштәр етерлек”, – тип белдерҙе Республика Хөкүмәтенең премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үҙ сығышында.

Тағы ла бер өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – уҡыусыларға профессиональ йүнәлеш биреү, ябай ғына итеп әйткәндә, һөнәр һайларға өйрәтеү. Яҡын йылдарҙа мәктәптәрҙе бер сменала уҡытыуға ҡалдырыу ҙа төп бурыс булып ҡала. Әлеге ваҡытта Өфөлә дүрт мәктәп төҙөлә. Киләсәктә тағы ла 9 белем усағын сафҡа индереү күҙ уңында тотола.

Подробнее...
 
СИРАТТАҒЫ ЙӘЙГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАР УЙЫНДАРЫ 2019 ЙЫЛДА ӨФӨЛӘ УҘАСАҠ! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Спорт
24.08.2016 00:00

Sport_Logo_ICG_NewTaipeiCityБыл хаҡ­та 11 июнь көнө Нью-Тайбей ҡала­һын­дағы юбилей 50-се Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары барышын­да иғлан ителде. Халыҡ-ара балалар уйын­дарының 12-16 йәш­тәге спортсылар өсөн тотош донъя кимәлен­дәге ысын олимпия уйын­дары икәнлеген иҫәптә тот­ҡан­да, был хәлдең Башҡортостан өсөн ҙур һәм мөһим ҡаҙаныш икән­леген дә төшөнөр­гә мөмкин. Әм­мә был уйындарҙың олимпиаданан айырмалы­ғы шун­да: балалар илдәр­ҙең түгел, ә ҡалалар­ҙың вәкилдәре булараҡ сы­ғыш яһай.

fn0t5436_ejw_800_ejw_800Баш­ҡортостан исеменән Республика Баш­лы­ғы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйын­дарын ойоштороусылар­ға видеобәй­ләнеш аша: “Беҙ – спорт йә­һәтенән үҫеш­кән респуб­лика­быҙ һәм йыш ҡына халыҡ-ара спорт ярыш­тарын ҡабул итәбеҙ. Беҙ­ҙә спорт үҫеш­һен өсөн бөтөн шарт­тар ҙа булдырыл­ған, шул иҫәптән балалар һәм үҫмер­ҙәр спорты өсөн дә. Үҙ сира­ты­быҙ­ҙа, беҙ 2019 йыл­да у­ҙасаҡ Йәйге Халыҡ-ара балалар уйын­дары сағыу спорт байрамы бул­һын өсөн бөтөн көсөбөҙ­ҙө һала­саҡ­быҙ, – тип өн­дәш­те.

Ысын­лап та, быға тик­лем беҙ­ҙҙең республика 2013 йылда Ҡыш­ҡы Халыҡ-ара балалар уйын­дарын ҡабул ит­кәйне һәм ул ваҡыт­та ойош­тороусылар Баш­ҡор­тостан менән ҡәнәғәт ҡалды. Хат­та, Өфөләге уйын­дар­ҙың ойош­торолоу ки­мәлен – тарих­тағы иң яҡшы өлгө тип атанылар. Ул заман­дан алып бөгөнгәсә баш­ҡалабыҙ­ҙа бихисап яңы спорт объ­ект­тары, ҡунаҡхана­лар, күр­гәҙмә комп­лекстары сафҡа инеүен күҙ уңына алып, 2019 йылда ла тотош донъя алдын­да һыр бирмәйәсәкбеҙ, тип өмөт итер­гә нигеҙ бар.

Подробнее...
 
Һағынам, нишләйем? PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тормош һабаҡтары
24.08.2016 00:00

Ауыл­ға ҡай­т­ҡас, өй­ҙә кәш­тәләге китап­тар­ҙы ҡарап сы­ғыр­ға булдым. Шулар­ҙың араһын­да бик ҡыҙыҡлы хат табып алдым әле. Уны за­манын­да, миңә өс йәш ярым саҡта олатайым ата-әсәйемдәр­гә яҙған: “... Зарина былай һеҙ­ҙе ул тик­лем һағынып иламай, шулай ҙа йыш ҡына: “Атай балыҡ­ҡа бар­ҙымы икән?” – тип һорай”. Бына һиңә мә! Мине шулай сабый көйө ата-әсәйемдең өләсәй­ҙәр­гә ҡунаҡ­ҡа ебәреүе ҡыҙыҡ тойолдо. Ысын­лап та, иламаным­мы икән? Ғөмүмән, балалар бит ата-әсә менән тәүге айырылышыуҙы ауыр кисерә. Ә ола­тай­ҙың хатынан күренеүен­сә, мин ар­тыҡ бошонмаған­мын. Хәтер­ләүемсә, мин улар­ға берен­се класҡа бар­ған­ға тик­лем ана шулай ҡунаҡ­ҡа бара тор­ғайным. Йәйен ола­тайым утын артынан килгән­дә шулар менән бер­гә күр­ше район – Хәйбул­лаға юл­лана инем. Бер заман хат­та ҡустым утын тейәлгән “КамАЗ” артынан йүге­реп, илап ҡал­ғайны. Күрә­һең, уның да ҡунаҡ­ҡа барғыһы килгән­дер...

Үҙемсә барыбер ата-әсәй­ҙе һағын­ған­мын­дыр ин­де, тип уй­лайым. Сөнки һағы­ныу бәләкәй­ҙәр­гә хас күренеш.

bear-1272799_640Бер таныш ғаиләнең Әҙилә исем­ле ҡыҙ­ҙары һигеҙ йәшен­дә баш ҡалаға шифаханаға ял итер­гә килә. Ул яңы мөхит­те бик ауыр кисерә, көн һайын өйгә шылтыратып илай, мине килеп алығыҙ, тип ялбара. Һөҙөмтәлә уны ата-әсә­ләре ял итеүҙең дүртенсе көнөн­дә килеп алыр­ға мәжбүр була.

Килә­һе йыл­ға Әҙиләне тағы Өфөгә ял итер­гә ебәреп ҡарай­ҙар. Хәлен белер­гә тип бар­ғайным, был бала ҡай­т­ҡым килә, тип түгелеп илай баш­ланы. Йөрәккә ҡыйын булып кит­те. Уның тиңдәш­тәренең ҡай­һы бер­ҙәре шулай уҡ телефон­дан илай-илай һөй­ләш­кән­дәре ишетелеп ҡалды. Шун­да вах­тала ултыр­ған апай былай тине: “Балалар ата-әсәләрен бик һағына,  ҡайтҡылары килеп, балауыҙ һығалар. Ни хәл итә­һең, әлегә баш­лан­ғыс класс уҡыу­сылары бул­ғас, шулай ин­де. Ә бына өлкән кластағылары улай уҡ илаш­май, һин дә мин йөрөй­ҙәр”.

Әҙилә был юлы шифаханала туғыҙ көн үҙ ал­лы булды. Уның ата-әсә­һе әй­теүен­сә, был бик яҡшы әле, яй­лап үҙ ал­лылыҡ­ҡа өйрәнә, тине­ләр.

Психологтар билдәләүен­сә, бала дүрт йә­ше­нә ҡарай нин­дәй­ҙер кимәлдә үҙ ал­лы булыр­ға тейеш. Әгәр ҙә ул ата-әсә­һе менән айыры­лыу­ға әҙер түгел икән, уны көсләп ҡай­ҙалыр бер үҙен ял итер­гә ебәрер­гә кәрәк­мәй.

Подробнее...
 
Башҡорт балалар уйындары PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Балалар өсөн уйындар
23.08.2016 00:00

Бөгөнгө техник прогресс заманын­да балалар йәйгеһен күп осраҡ­та буш ваҡыт­тарын йә телевизор­ға текәлеп, йә компьютер уйын­дарына баш­көл­лө сумып уҙғара. Улар­ҙың һаулыҡ­тары бынан нисек ҡаҡша­ғанын өй­теп тора­һы ла түгел. Ә бит атай-әсәйҙәребеҙ, уйын уйнап, эш эшләп, урам­дан инмәгән. Әйҙәгеҙ, улар уйнаған уйындарҙы уйнап алайыҡ. Һаулығығыҙғы ла файҙа булыр боронғо башҡорт уйындары ла онотолмаҫ.

Күмәк тотош

kumak-totoshУйын­да 10-20-ләп кеше ҡат­на­ша. Бер генә тапҡыр оҙон һа­наш­маҡ әй­теп, баҫтырыу­сы һай­лай­ҙар. Баш­ҡалары унан ҡаса. Баҫ­тырыу­сы берәй йүгерек­те тотоп ал­һа, ҡу­лы­нан уны ысҡын­дыр­май 12-гә тик­лем һанай. Әгәр то­тол­ған бала шул ваҡыт эсен­дә ысҡынып өлгөр­һә, ул тотол­ған­ға иҫәп­лән­мәй, баҫ­ты­рыу­сы уны яңынан тотор­ға тейеш. Ә ин­де, тотолоп, баҫ­ты­рыу­сы 12-гә тик­лем һанаған­сы ыс­ҡынып ҡаса ал­ма­һа, тотол­ған бала ла баш­ҡа ҡасыу­сылар­ҙы баҫтыра баш­лай һәм берәй­һен тота ҡал­һа, үр­ҙәгесә эш итә.

Шулай итеп, баҫтырыу­сылар ишәй­гән­дән-ишәйә бара һәм аҙаҡ­тан бер ҡа­сыу­сы тороп ҡала. Ул йыл­ғыр йүгерек исемен яулап ала.

Ялҡытма­һа, уйын­ды яңынан баш­лар­ға мөм­кин. Был юлы иң алда тотол­ған­ды баҫтырыу­сы итеп ҡуялар.

Өй­һөҙ ҡуян

oyhoz-kuyanӘҙер­лек. Балалар, һанаш­маҡ әй­теп, араларынан «һунар­сы» ме­нән «ҡуян» билдәләй­ҙәр. Ҡал­ған­дары, өсәр­ләп, түбән­дәгесә түңәрәк яһап баҫа: ике бала бер-береһе менән ҡул­ға-ҡул тотоношоп ҡара-ҡар­шы тора, улар­ҙың ур­та­һына икен­се берәү килеп баҫа.

Уйын­дың аңлатма­һы һәм ҡағиҙәләре. «Ҡуян» төр­көм-төр­көм булып тор­ған балалар ара­һы­нан ҡаса, «һунарсы» уны баҫтыра. Ә­гәр «ҡуян» бер иш урта­һына килеп баҫһа, ун­да тор­ған уйнаусы «ҡуян» булып ҡаса. «Һунарсы» «ҡу­ян»ды тот­һа, улар ролдәрен ал­маш­тыра: «һунарсы» – «ҡу­ян», ә «ҡуян» «һу­нар­сы» була.

«Ҡуян» тотол­ған һайын өсәр­ләп тор­ған уйнаусылар ара­һын­да урын­дар ал­машына бара: берен­се тотолоу­ҙа ҡара-ҡар­шы тороу­сылар­ҙың береһе уртаға ба­ҫа, ә уртала тор­ған уның урынын ала; икен­се тотолоу­ҙа иш­тәр­ҙең икен­сеһе уртаға баҫа. Уйын шул тәр­тип­тә да­уам итә.

“Баш­ҡорт халыҡ балалар уйын­дары” китабынан.
 
Серфинг – Интернетта аҡса эшләү ысулы PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тырышҡан - табыр
23.08.2016 00:00

Turushkan-taburБөгөн күптәр­ҙең, хатта бөтә­һенең дә тигән­дәй компьютеры бар һәм ул Интернет селтәренә тоташ­тырыл­ған. Шулай уҡ, белеүебеҙсә, күп үҫмер­ҙәр бөгөн буш ва­ҡыт­тарын он­лайн­да уҙғарыр­ға ярата. Ә беҙ һеҙ­гә дәрестән һуң, эш­һеҙлектән йонсоп, компьютер артында бушты бушҡа ауҙарып ултырмаҫҡа, виртуаль донъяла “ыш­тан туҙ­ҙырып” йөрөмәҫ­кә, ә аҡ­са эш­ләп ятыр­ға тәҡдим итәбеҙ.

Бын­дай ысулдар­ҙың береһе – серфинг. Ул, беҙ­ҙеңсә әй­т­кән­дә, – төр­лө сай­т­тар­ға инеп, ун­дағы мәғлүмәт­тәр­ҙе, видеолар­ҙы ҡарап, ҡай­һы саҡ­та репост яһап, йәки ком­ментарий ҡалдырып сы­ғыу һәм шуның өсөн аҡ­са алыу юлы...

Шун­да уҡ иҫкәртеп ки­тер­гә кәрәк­тер: серфинг – ни бары Интернет сел­тәрен­дә өҫтәл­мә килем табыу ысулы. Уның ме­нән һеҙ мил­лион­дар эш­ләп ала­саҡ­һы­ғыҙ ти­гән һүҙ тү­гел... Әм­мә көнөнә 50-250 һум эш­ләр­гә мөм­кин. Был аҡ­салар уҡыу­сы балалар­ҙың бай­таҡ мох­тажлыҡ­тарын ҡап­лар­ға, йәки тәүге капиталын туп­лай баш­лауға ярап торор.

Turushkan-tabur_ris_avgust2016

Серфинг менән шөғөлләнеүҙе  нимәнән баш­ларға?

1. Үҙегеҙ­гә элек­трон почта ҡумта­һын булдырыр­ға. Сөнки һеҙ­ҙең элек­трон адресы­ғыҙ махсус сай­т­та теркәлеү һәм эш тәҡдим итеүсе менән бәй­ләнеш булдырыу өсөн кәрәк буласаҡ.

2. Элек­трон аҡ­са ян­сы­ғы булдырыр­ға. Сөнки Интернет­та  баш­ҡар­ған бар­лыҡ эш­тәр өсөн тик виртуаль аҡ­салар менән түләй­ҙәр. Ғәҙәт­тә, кешеләр был маҡ­сат­та Вебмани (WebMoney) сервисын ҡул­лана. Әм­мә бын­дай сервистар­ҙың финан­с операциялар өсөн бер ни тик­лем процент аҡсағыҙҙы ал­ған­лы­ғын онотмағыҙ.

Подробнее...
 
НЬЮ-ЙОРКТАН – АЛТЫН МИҘАЛ МЕНӘН! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
23.08.2016 00:00

АРЫҪЛАН КАНАДАЛА УҠЫЯСАҠ!GENIUS_logo_may2011

WP_20160616_15_41_50_Pro

 

Республика инженер лицей-интернаты­ның 9 “Б” синыфын тамам­лаған Арыҫлан Сәлихов АҠШ-тың Нью-Йорк ш­таты университеты­ның кампусын­да уҙған “GENIUS OLYMPIAD 2016” халыҡ-ара олимпиада­һын­да алтын миҙал яуланы! Был олимпиадала 69 илдән, 850 уҡыу­сы, биш йүнәлеш буйынса (фән, бизнес, сән­ғәт, дизайн, эссе) көс һынаша. Арыҫлан­дың “Оҙайтыл­ған тәьҫир­ле антибактериаль хитозан п­ленкалар” атамалы проек­ты фән йүнәлеше буйын­са 262 баш­ҡа проек­т араһынан “иң яҡшы унау” иҫәбенә инә!

Олимпиадаға барыуы хаҡын­да Арыҫлан үҙе шулар­ҙы һөй­ләй:

“Лицей­ҙа беҙ инглиз телен төп­лө өйрәнәбеҙ. Был миңә эш­те әҙер­лә­гән­дә һәм Америкала олимпиада ваҡытын­да бик ныҡ яр­ҙам ит­те.

Шулай уҡ атай-әсәйемдең дә был еңеүемдә өлөшө ҙур: берен­сенән, улар минең булдыра алырыма баш­тан уҡ ышан­ды. Икен­сенән, ә­гәр улар аҡ­са бирмә­һә, Америкаға бөтөн­ләй бара ал­маҫ инем.

Подробнее...
 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 8 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?