"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Фаббинг менән ауырыма! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Am@net
18.10.2016 00:00

Фаббинг – ул баш­ҡалар менән аралаш­ҡан­да төр­лө гаджет­тар менән ҡул­ланыу. Фаббинг бөгөнгө ижтимағи ысынбар­лыҡ өсөн яңы күренеш, сөнки ул һуң­ғы ун йыл эсен­дә генә бар­лыҡ­ҡа килгән тиһәң дә була. Ә уның бар­лыҡ­ҡа килеүе сәбәбе – бөтә­һенең дә тигән­дәй смартфон, п­ланшет һәм баш­ҡа гаджет­тар менән үтә мауы­ғыуы.

Fabbing-pic

Фаббинг һүҙе инглиз теленең “телефон” (phone) һәм “һан­ға һуҡмау” (snubbing) һүҙ­ҙәре бер­ләшеүенән килеп сыҡ­ҡан. Бөгөн донъя буйын­са психологтар һәм ғалимдар фаббингты өйрәнеү менән мәшғүл. Мәҫәлән, Техастағы Бей­лор университеты док­тор­ҙары Джеймс Робертс менән Мередит Дэвид 453 кеше ҡатнаш­лы­ғын­да тикшеренеү уҙғар­ған.

Тәүге этапта улар нин­дәй төр шәхестә­р аралашыу барышында фаббингҡа күпме бирелгән­леген асыҡлай. Ғалимдар билдәлә­үен­сә, кешеләр­ҙең дүрт төрө бар. Берен­сеһе – аралаш­ҡан ваҡыт­та теле­фон­дарын телә­гән ваҡыт­та ҡарай алыр­лыҡ итеп һалып ҡуйыу­сылар. Икен­сеһе – телефон­дарын һәр ваҡыт ҡулдарын­да ғына тотоусылар. Өсөн­сөһө – һөй­ләш­кән ваҡыт­та гаджетына тек­ләп ултырыр­ға яратыу­сылар. Дүртен­сеһе – һөй­ләшеү бары­шын­да пауза бар­лыҡ­ҡа кил­һә, гаджет­тарына “инеп сы­ғыу­сы”лар.

Килә­һе этапта тикшеренеүселәр 145 ке­ше­нән һорау ала.

 
295,86-262,26=? PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
07.10.2016 00:00
13-23 октябрҙә Рәсәй Почтаһы яҙылыу декадаһын иғлан итә. Шул сәбәпле барлыҡ тигәндәй баҫмаларға 2017 йылдың 1-се ярты йыллығына яҙылыу хаҡы төшөрөлә. Мәҫәлән, беҙҙең журналға был көндәрҙә ярты йылға яҙылыу 33.6 һумға арзаныраҡ буласаҡ!
Яҙылыу индексы: П2706.
 
Һүрәттәр конкурсы: "Төҫлө бала саҡ" PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
29.09.2016 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! Иҫегеҙҙә булһа, Мәҙәниәт министрлығы менән Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан һеҙҙең өсөн “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” тигән республика фольклор фестивале иғлан ителеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. (Уның тураһында тулы мәғлүмәтте журналдың сайтынан алырға мөмкин). Был фестиваль сиктәрендә “Аманат” журналы башҡорт халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре, эпостары темаһына арналған “Төҫлө бала саҡ” тигән тағы бер һүрәттәр конкурсын ойошторҙо.

Былтырғы конкурсҡа ебәрелеп, баһаланмайынса тороп ҡалған һүрәттәр ҙә быйылғы бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Конкурс тамам. Түбәндәге авторҙарҙың эштәре иң яҡшыһы тип табылды, уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ.

Еңеүселәргә бүләктәр 2016 йылдың 28 октябрендә, фестивалдең Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында уҙасаҡ йомғаҡлау тантанаһында тапшырыласаҡ! Шулай итеп, түбәндәге уҡыусыларыбыҙ еңеүсе тип табылды:

1. “Урал менән Шүлгән һунарҙа”. Аҡсәскә Әхмәтшина. Әбйәлил районының Асҡар ауылы.

1

2. “Урал батыр – тере һыу менән”. Радмир Ҡәҙерғолов. Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы.

2

3. “Аҡбуҙат”. Эльза Белова. Туймазы районының Серафимовка ауылы.

3

 
“Төҫлө бала саҡ” конкурсы еңеүселәре PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.09.2016 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар!

Иҫегеҙҙә булһа, Мәғариф министрлығы менән Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан һеҙҙең өсөн “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” тигән фольклор фестивале иғлан ителеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Был фестиваль сиктәрендә “Аманат” журналы башҡорт халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре, эпостары темаһына арналған “Төҫлө бала саҡ” тигән тағы бер һүрәттәр конкурсы ойошторҙо. Былтыр ебәрелеп, баһаланмайынса тороп ҡалған һүрәттәр ҙә бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, уҡыуҙарында уңыштар, киләсәктә лә журналдың яҡын дуҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!

toslo-bala-sak_10

toslo-bala-sak_1 toslo-bala-sak_2 toslo-bala-sak_3

toslo-bala-sak_4 toslo-bala-sak_5 toslo-bala-sak_6

toslo-bala-sak_7 toslo-bala-sak_8 toslo-bala-sak_9

 
Республика уҡыусылары астрономияны өйрәнә башлаясаҡ PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.09.2016 00:00

Рәсәй Мәғариф министры Ольга Васильева мәктәп программаһына астрономия предметын ҡайтарыу кәрәклеген белдерҙе. Был тәҡдимде Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы вәкилдәре лә хупланы. Бөйөк космик держава булып һаналған илдә, әлбиттә, уҡыусылар ғаләмде өйрәнергә тейеш. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйесе Эльвира Айытҡолова министрҙың астрономия фәнен мәктәп программаһына ҡайтарыу инициативаһын күптән көтөлгән һәм дөрөҫ тип белдерҙе. ”Рәсәй киләсәктә лә космонавтика өлкәһендә ал бирмәҫ позицияларын һаҡлаһын өсөн, балаларҙа мәктәп эскәмйәһенән үк ғаләмдең серле донъяһына юл асырға, ә вуздарҙа астрономия уҡытыусыларын әҙерләүҙе тергеҙергә кәрәк”, – тип билдәләне ул.

astronomia

Эльвира Айытҡолова шулай уҡ Башҡортостанда 2011 йылдан “Гагарин көндәре” тигән республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтеүе, унда һәр саҡ легендар совет осоусы-космонавтарының да ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Йыл һайын сара сиктәрендә уҡыусыларҙың Юрий Гагарин исемендәге Кубогына уҙғарылған республика олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнә.

 
“ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛ!” фотоконкурсы тамам. Кемдәр еңеүселәр? PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
23.09.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар! “Бәйләнештә” сайтындағы “Аманат” журналы төркөмөндә барған “ЭХ, КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛ!” фотоконкурсы тамамланды. Еңеүселәрҙе журналдың Маҡтау билдәһе һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә. Уларҙы редакцияға шәхсән үҙегеҙ килеп, йә булмаһа Өфөләге берәй туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы ебәреп ала алаһығыҙ. Ә килеп алмағандарға бүләктәр – баш мөхәррирҙең ҡултамғаһы менән китаптар һәм Маҡтау билдәләре – почта аша ебәрелер. Әммә улай ваҡыттың оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, шуға күрә мөмкинселегегеҙ булһа, килеп алырға тырышығыҙ.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бына кемдәр улар еңеүселәребеҙ:

Алмас Абдрахманов. Өфө ҡалаһы.

Нәркәс Баһауетдинова. Белорет районының Уҫманғәле ауылынан.

Хәлимә Дәүләтгәрәева. Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылынан.

Илнара Илекәева. Миәкә районының Илсеғол ауылынан.

Наҙгөл Күсәрбаева. Баймаҡ районының Билал ауылынан.

Нурзилә Йәғәфәрова. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан.

Рүзилә Йәғәфәрова. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан.

Юлдаш Моратшин. Бөрйән районының Мораҙым ауылынан.

Гөлдәр Ҡотлобирҙина. Сибай ҡалаһынан.

kanikul-gramota kanikul-gramota_1

 
Яңы автомобилдәр, автобустар һәр саҡ кәрәк PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
21.09.2016 00:00

Рөстәм Хәмитов тиҙ ярҙам күрһәтеү автомобилдәре һәм мәктәп автобустары алыуға сертификат тапшырҙы

gazel-next16 сентябрҙә Конгресс-холда Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов район үҙәк дауаханаларының баш табиптары менән белем биреү учреждениелары директорҙарына тиҙ ярҙам күрһәтеү автомобилдәре һәм мәктәп автобустарын алыуға сертификат тапшырҙы.

Республика мәктәптәре һәм дауаханалар өсөн автотранспорт Рәсәй Хөкүмәтенең күрһәтмәһенә ярашлы итеп федераль бюджеттан бүленгән сараға алынған.

Атап әйткәндә, Башҡортостан 38 тиҙ ярҙам күрһәтеү автомобиленә эйә булды. Автомобилдәр бөтөн стандарттарҙы күҙ уңында тотоп йыһазландырылған.

Республика мәктәптәре 58 автобус аласаҡ, шуларҙың 35-е – “ГАЗель”, 17-һе – “ПАЗ”, өсөһө – “ГАЗель NEXT”, икеһе – Ford, береһе “КаВЗ” тибында. Уларҙың барыһы ла балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе гарантиялаған стандарттарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән.

 
Сентябрь һаны нимәләр менән ҡыуандырыр? PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
21.09.2016 00:00

Дуҫтар! Журналыбыҙҙың сентябрь һаны нимәләр менән ҡыуандырыр  икән? Булмаһа, ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ әле. Иң тәүҙә һеҙгә шуны әйтергә  теләр инек. Һөйөнсө: “Аманат”ҡа яҙылыу хаҡы кәмене! Эйе, ысынлап кәмене. Хәҙер һеҙгә аңлатып үтәбеҙ.

Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрҙән 2017 йылға ла яҙылыу башланды. Быйылдан башлап киләһе йылға ла, бер йылға ла яҙылып була.

Ярты йылға яҙылыу хаҡы быйыл – 295 һум да 86 тин. Ә былтыр 5 һумға ҡыйбатыраҡ ине.

Шул уҡ ваҡытта бер йылға яҙылыу тағы ла арзаныраҡҡа төшә. Мәҫәлән, яртышар йылға бүлеп яҙылһаң, бер йылға дөйөм яҙылыу хаҡы 591 һум 72 тин килеп сыға. Ә хәҙер бер йылға яҙылһаң – 526 һум да 68 тин. Күрәһегеҙме, 65 һумығыҙ кеҫәгеҙҙә тороп ҡаласаҡ.

09_2016_big

Сентябрь һанында традицион “Яҙыл да бүләк от!” уйыны башланды. Бүләк оторға теләһәгеҙ, 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, ошо журнал битендә сыҡҡан купонды, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә һәм рәсми сайтында донъя күргән купонды (баҫтырып алып), тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Шулай итеп, ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, планшет, электрон китап, смартфон һәм стена сәғәттәре һеҙҙе көтә! Әйткәндәй, журнал тышлығында 2016 йылда уҙғарылған “Яҙыл да бүләк от!” уйынының еңеүсеһе Архангел районының Оҙондар мәктәбенән Илназ Фәйзуллинды ҡустыһы Илнар менән бүләк велосипедта атланған килеш күрәһегеҙ! Шулай уҡ традицион “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” һәм “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла старт алғанын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

 
"Аманат" - 2017 PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
19.09.2016 00:00

Ниһайәт, шатлыҡлы хәбәрҙәр ҙә килеп етте бит әй!

Бөгөнгө бөтөн тауарҙарға ла хаҡтар артҡан заманда, журналыбыҙға яҙылыу хаҡы, киреһенсә, түбәнгә тәгәрәне! Ул ғына ла түгел, хәҙер яратҡан баҫмағыҙға бер йылға ла яҙылыу мөмкинлеге булдырылды – хаҡы 526 һум 68 тин, ә ярты йылға – 295 һум 86 тин. Тимәк, йыллыҡ подписка эшләгән осраҡта һеҙ хәләл тапҡан 65,04 һумығыҙҙы һаҡлап ҡалаһығыҙ! Шулай уҡ, бер айлыҡ ҡына подписка эшләү мөмкинлеге лә бар, хаҡы ни бары – 49,31 һум.

amanat_1

 
Башҡортостанда дәреслектәр етмәүе хаҡында республиканың Йәмәғәт палатаһына хәбәр итергә мөмкин PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
16.09.2016 00:00

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыу менән дәреслектәр етмәүе асыҡланды. Был хәлде контролдә тотоу менән республиканың Йәмәғәт палатаһы шөғөлләнә.

Түләүһеҙ уҡыу әсбаптарының юҡлығы тураһында ғаризаларҙы сентябрь аҙағына тиклем ебәрергә кәрәк.

“Беҙҙең күбебеҙ, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, үҙебеҙ ҙә атай-әсәйҙәр булараҡ, мәктәптәрҙәге хәл-ваҡиғалар тураһында ситтән ишетеп кенә белмәйбеҙ. Бөтөн ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр республиканың Мәғариф министрлығына тапшырыласаҡ. Дәреслектәр менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар урындарҙа – мәктәп һәм район мәғариф идаралығы кимәлендә хәл ителгәнен беҙ беләбеҙ. Ләкин ата-әсәләргә был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итер өсөн уҡыу әсбаптарының бирелмәүе тураһындағы бөтә миҫалдарҙы йыйып, Палатаның асыҡ ултырышында мәғариф министрына тапшырасаҡбыҙ”, – тип һөйләй Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

uchebnik

Был мәсьәлә бөтөн төбәктәрҙә лә киҫкен тора, шуға күрә Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ла саралар уҙғара.

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 7 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?