"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Беҙҙең ысын дуҫтар PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.10.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар! “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте һәм директорға Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға – махсус Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһенә, йәки яҙылыуҙы ойоштороусы башҡа кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.

Түбәндә тәүгеләрҙән булып акцияға ҡушылып, бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылыусы синыфтарҙы күрәһегеҙ. Һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

boton-klass-2

boton-klass-1 boton-klass-3

boton-klass-4 boton-klass-5

 
Жители Башкортостана смогут оценить эффективность деятельности муниципалитетов PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
21.10.2016 00:00

golos_rbС 1 октября на портале «Голос РБ» проходит опрос населения республики.


Жителям муниципальных районов и городских округов Республики Башкортостан предоставлена возможность оценить результаты работы администраций муниципальных образований, а также государственных и муниципальных организаций, осуществляющих оказание услуг населению, по итогам 2016 года.


Интернет-опрос проводится на входящем в систему «Открытая Республика» портале «Голос Республики Башкортостан» с 1 октября по 31 декабря 2016 года. Участие в нем может принять каждый житель, прошедший процедуру регистрации на указанном портале – для этого достаточно иметь компьютер или мобильное устройство с доступом в Интернет.

Опрос населения проводится во исполнение указов Президента Российской Федерации и Главы Республики Башкортостан в целях повышения эффективности деятельности органов местного самоуправления. С результатами опроса можно будет ознакомиться после завершения интернет-опроса и подведения его итогов на портале «Голос Республики Башкортостан».
 
"Аманат"ҡа яҙылығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
18.10.2016 00:00

Хөрмәтле иптәштәр!

"Аманат"ҡа яҙылыу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. 2017-гә, ярты йылға - 295 һум 86 тингә, ә бер йылға 591 һум 72 тингә яҙылырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бер йылға яҙылһаң, яртышар йылға бүлеп яҙылғанға ҡарағанда яҙылыу хаҡы 65 һум 4 тингә арзаныраҡ була. Әйткәндәй, әле 23 октябргә хәтлем республикала Матбуғатҡа 10 процентҡа ташлама менән яҙылыу декадаһы бара, ошо акцияны ла файҙаланып, 10 процентҡа тағы ла арзаныраҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Ҡайһы бер почта бүлексәләрендә, бер йылға яҙҙырмайбыҙ, беҙ был турала белмәйбеҙ, тиеүҙәре мөмкин. Әммә талап итергә кәрәк, белмәһәләр, главпочтамптың подписка бүлегенә шылтыратһындар.

09_2016_big

 
Онлайн яҙылығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
28.09.2016 00:00

RBSMI.RU сайтында “Аманат”тың электрон вариантына бер йылға яҙылыу ни бары 404 һум тора!

1 йыл – 404 һум, 6 ай – 238 һум, 1 ай – 40 һум.

 
Уҡытыусыма ғашиҡ булдым… Ни эшләйем икән? PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мәңгелек сер
19.10.2016 00:00

“Мин, әлбиттә, һеҙгә үҙем тураһында һәм ҡайҙа йәшә­гән­ле­гемде яҙ­мая­саҡ­мын. Әм­мә, эсемде тишеп барған серем хаҡында кемгәлер һөй­ләргә кәрәк һы­маҡ... Юғиһә, түҙерлек әмәл ҡал­маны...

...Мин ғашиҡ булдым. Һәм бөтөн 9-сы, 10-сы синыф уҡыусылары кеүек түгел, ә ысынлап! Мөхәббәтемә ҡарата янған һөйөүем, гүйә, ялҡын ке­үек бөтөн аңымды томалай. Һәм унан бер нисек тә ҡотола алмайым. Уның ҡарашы, тауышы, йәшкелт күҙ­ҙәре­нең бал­ҡышы – барыһы өсөн дә әллә нимәләр эш­ләргә әҙермен.

Тик, уға үҙем­дең тойғоларым хаҡында әй­тергә ҡыймайым... Аңламаҫ, ҡыуып ебә­рер тип ҡурҡам, сөнки мин беләм – ул шулай буласаҡ та.

Хатта, минең һөйөүем ҙур хаталыр тип уйлайым... Эх, ни өсөн башҡаға ғашиҡ бул­маным?! Рәхәтерәк булыр ине. Ә былай...

...Эйе, быйыл мин икенсе мәктәпкә уҡырға киткәс еңелерәк булып ҡалды ла ул ҡалыуын, тик шулай ҙа, ҡайһы саҡ уны иҫемә төшөрһәм, йәки “Бәйләнештә”ге фотоларын яңылыш ҡына күреп ҡалһам да айға ҡарап олорҙай булам. Башымды стенаға ғына сәсрәтә һуғырға ине лә... Шундай алйот булғанлығыма үҙемде үҙем әрләп тә бөттөм инде! Сөнки ысын хыялыйҙың ғына үҙенең уҡытыусыһына ғашиҡ булыруы мөмкин бит инде! Әммә бер нәмә лә эшләй алмайым: йөрөйөм-йөрөйөм дә хыялдар донъя­һына төшәм дә китәм...” – тигән хат алдыҡ бер көн.

Ошондай осраҡтар тормошта осрап торғанға күрә журналда бер аҙ фекер алышыу ҡамасау­ламаҫ тигән уйға килдек.

Тәүҙә хат авторына үҙебеҙҙең ҡарашты етке­рәйек:

Нисек кенә тапалған яуап булып тойолмаһын, ғашиҡ булыуың һинең йәшең өсөн – ғәҙәти күренеш. Быға аптырарға ярамай. Был йәштә күпселек уҡыу­сылар, айырыуса ҡыҙҙар үҙ­ҙәренең уҡытыусы­ларына ғашиҡ була. Әммә улар ғашиҡ булыу менән мөхәббәтте бутай.

Мөхәббәт – таҙа, изге, матур хис. Кешегә ул тойғо бөйөк маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бирел­гән. Һөйөү ул – бәхеткә илтеүсе юлдарҙың береһе.

 
Каруанһарай – Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Башҡорт тарихы
18.10.2016 00:00

Башҡорт халҡының мәшһүр йорто – Ырымбур ҡалаһындағы

Каруанһарайҙың асылыуына – 170 йыл


Тарихтан билдәле булыуынса, Каруан­һарай Ырымбур генерал-губернаторы В.А. Перовскийҙың инициативаһы менән Баш­ҡорт ғәскәренең ҡунаҡһарайы булараҡ төҙөлә. Ғәскәр йомошо менән Ырымбурға килгән башҡорттар Каруанһарайҙа ҡунаҡ­лаған. Был бинаны төҙөү идеяһын башҡорт халҡы хуплай. Кантондарҙа төҙөлөш өсөн халыҡтан иғәнә йыйыла. Бынан тыш, Ка­руан­һарайҙы төҙөүҙә меңәрләгән башҡорт ҡатнаша. Мәҫәлән, төҙөлөш башланған 1838 йылда унда 4 меңдән ашыу башҡорт эшләй. Үҙе аҡса йыйып, үҙе төҙөгән Ка­руан­һарайҙы башҡорт халҡы хаҡлы рәүеш­тә үҙенең милке, тип һанай.

Tarih_KarayanHaray_shema

Тап ошо мәлдә мәшһүр башҡорт халыҡ йыры “Каруанһарай” тыуа:

Айҡай ҙа ғына сайҡай, таштар вата,

Һай кем, таштар вата,

Каруан да ғына һарай, ай һалырға,

Һай кем, ай, далала.

Торлаҡ ҡына булыр, яуҙан ҡайтһа,

Һай кем, яуҙан ҡайтһа,

Атлы ла ғына яуға, ай, ятырға,

Һай кем, ай, ҡалала.

Каруанһарай 1846 йылдың 30 авгусында тантаналы рәүештә асыла һәм 20 йыл тирәһе Башҡорт ғәскәренең резиденцияһы вазифаһын үтәй. Уның мәсете башҡорт ғәскәри йәмиғ мәсете сифатында була.

 
Ун бер йәшлек механик PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тырышҡан - табыр
19.10.2016 00:00

Turushkan-taburҠайһы бер малайҙарҙың салбар кеҫәләре запас частар келәтенә оҡшаған. Әсәйҙәре, кер йыуырға, тип аҡтара башлаһа, унан нимәләр генә килеп сыҡмай: тутыҡҡан болт, кәкре сөй, нәҙек гайка, йыуан шөрөп, алюмин сым һ.б. һ.б. Шаҡы-шоҡоно йыйыр ҙа йөрөр инде, тип һуҡранып, әсәйҙәре уларҙы ташлап торған һайын, малайҙары, байлыҡтарын яңынан “тер­геҙеп”, һанын арттырып уҡ ебәрер. Ҡатын-ҡыҙ күп нәмәне төшөнөп еткермәй, тип аңлатты шундай бер “келәт”тең туғыҙ йәшлек мөдир-хужаһы: “Артыҡ-бортоҡ һис нәмә юҡ, бөтәһе лә кәрәкле. Мәҫәлән, ошо сөй менән һарайҙың иҫке йоҙағын асып була, тимер сыбыҡ менән киң ыштандың биленән эләк­тереп, бөрөп ҡуяһың да, ул йүгергәндә төшөп ыҙалатмай, ә был болтҡа, ҡаурыйҙы бәйләп, елгәр­һәң, әллә-ә-ә ҡайҙарға тиклем оса торған осҡосҡа әйләнә”.

Булыр бала – бишектән, малтабар хужалар ошо малайҙарҙан үҫеп сыға, биллаһи. Улар һәр ауыл-ҡалала туп-тулы, яҙам тиһәң, ҡайһыһына туҡ­талырға белеп булмай. Береһен яҙһаң, икенсеһе үпкәләр һымаҡ. Шуға ла күҙҙе йомоп, картаға төрттөк. Һуҡ бармаҡ Учалы районының Ҡобағош ауылын күрһәтте. Халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов, ғалим Марат Минһажетдинов, шағир Вил Ғүмәровтың тыуған төйәгендә лә егәрлеләр быуа быуырлыҡ: Ҡобағош­тоң үрге яғында ла, бирге яғында ла ел һуғарып йөрөү­селәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә, таба алмаҫһың – эшкә ингән бар бала-саға ҡош-ҡорт ҡарай, баҡсала мәж килә, бесән эшләшә.

Tractor_Ranis_Zykrin

Шул уңғандар араһында Рәнис Зекрин айырым урын биләй. Ун бер йәшлек үҫмер руль тотоп тыуған, тиерһең: йә “Беларус” тракторында бесән саба, йә “Нива”һында әсәһен ҡырға алып сыға, йә ауыл буйлап квадроциклда елдерә... Рәнис үҙен белә-бел­гәндән алып атаһы янында уралып йөрөп, техникаға мөкиббән киткән. Хәҙер машинаның берәй ере тыҡылдай баш­лаһа, атаһы түгел, ә ул атаһына, тыҡыл­дауҙың сәбәптәрен атап, кәңәштәр бирә: “Майларға ваҡыт”, “Шәм­дәрен алыш­ты­рырға кәрәк”, “Бәлки, нығыраҡ тарт­тырыр­ғалыр...” Мотор геүләүе­нән техника­ның хәл-торошон тойған үҫмер автомобиль, трактор, мотоциклдарҙың “анатомия”һын арҡы­рыһына-буйына ятлап алған, һәм белеме менән ихлас бүлешә: “Бына был “Нива”ның карбюраторы була инде, был – цилиндр, унда – катушка, былар – шәмдәр...”

 
Синыфта бер ҡыҙҙы һыйҙырманыҡ... PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мәктәп тормошо
19.10.2016 00:00

Шуға әле лә үкенәм. Бөтөн синыф өсөн үҙемде ғәйепле тоям…

Эх, мәктәп тормошо… Күңел түренә инеп урын ала ла, йылдар буйы онотолмай, оло бер хәтирә булып оҙата килә һине. Шаярып-көлөү­ҙәр, һыҡтап-илауҙар, әрнеүҙәр, беренсе мө­хәб­бәт, дәрестән ҡасыуҙар – барыһы ла мәктәп йылдарында булды бит!

Мәктәпте тамамлауға ярайһы уҡ ваҡыт үтһә лә, күп хәл-ваҡиғалар бөгөнгөләй иҫ­тә ҡалған. Синыф эсендә ҡайнаған хәл-ва­ҡиғаларҙы һа­най китһәң, әллә күпме ҡы­ҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та булғандарын иҫкә төшөрөргә мөмкин. Би­герәк тә ҡыҙҙар ара­һында нимә генә булмай ҙа, нисек кенә бер талашып, бер ярашып бөт­мәйһең! Был күренеш әлеге көндә береһенә лә ят түгел­дер. Матур, эре, үҙен синыфтың иң матур уҡыусылары тип һанаған әхирәттәр ябай ғына кейенеп йөрөгән, бер кемгә лә насар­лыҡ эшләмәгән ҡыҙ баланы һыйҙыр­мау­ҙары мөм­кин. Һыйҙырмаҫҡа тип, ул хәт­лем үк һыйҙыр­мау түгел, ә ситләтеп, үҙҙәре менән аралаштырмай, ҡушмай, һөйләш­мәй йөрөүҙе өҫтөн күрәләр.

Sinyfta_ber_kyzzy_hyyzyrmanyk_L_Gayanova

Икенсе осраҡты алып ҡараһаҡ, синыфта яҡшы уҡыған, үҙен алдынғы итеп күрһәткән, һәр ва­ҡыт беренселекте алып йөрөгән уҡыу­сылар ҙа юҡ түгел. Ундай уҡыусыларҙың ынтылышы, донъяға ҡарашы, теләге бар. Тик нимәгәлер һыйҙырмаусылар бар бит әле. Бәлки, был бер яҡтан көнләшеү арҡаһында килеп сығалыр?.. Уҡытыусы бар уҡыусыларға бер тигеҙ ҡараһа ла, конкурсар, төрлө ярыштар булһа, яҡшы уҡыған уҡыусыларҙы һайлап алырға, улар менән эш итергә тырыша.

Тағы бер күренеште алып ҡарарға була, ул ин­де синыф эсендә барған хәл-ваҡиғаларҙы ситкә таратыу, өйгә алып ҡайтып һөйләү, йәғ­ни, ошаҡсылыҡ. Бындай уҡыусылар тураһын­да һөйләшеү ул инде икенсе тема булып ҡалһын.

Уйлап ултырҙым да, күренештәр синыфтар араһында бер кимәлгә еткәс, бер йәштәр тирәһендә генә буламы икән тип, таныштарымдан һорашып сығырға ҡарар иттем. Баҡ­ти­һәң, йәш кимәле сикләнмәгән. Ҡайҙалыр был – башланғыс синыфтарҙа, ҡайҙалыр – урта, ә ҡай­һы бер таныштарымда университет ваҡы­тына тап килгән икән. Ә бер танышым бөтөн­ләйгә аптырап ҡуйҙы: “Нисек бер синыфта туған­дар кеүек уҡыған кешене айы­рырға була?” Ул уҡыған синыфта бындай күренештәр бөтөнләй булмаған.

11-се синыфты 8 ҡыҙ тамамланыҡ, сөнки егеттәребеҙ төрлө уҡыу йорттарына таралып бөттө. Ҡыҙҙар ғына уҡыһаҡ та, шаярыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй инек. Хәҙер иҫләйем дә уйға ҡалам, нисек улай килеп сыҡҡандыр ҙа, нимә сәбәпсе булғандыр? Бер ҡыҙыбыҙҙы һыйҙырмай инек, һәр саҡ беҙҙән айырылып йөрөнө, һөйләшеп барманы. Уның өндәшмәй йөрөүенә, әлбиттә, үҙебеҙ сәбәп­се, сөнки баҫып алып бара инек. Егеттәр әле китеп бөтмәҫ борон үпкәләтә инеләр, илап ҡайтып киткән саҡтары ла йыш булғыланы. Уҡытыу­сылар ҙа һиҙгәндер инде. Нимәһе, ниндәй ҡылығы менән беҙҙең күңелгә ятма­ғандыр, аңлай алмайым, ябай ғына, ярҙам итерлек, ул хәтлем үк яҡшы ла уҡымаған ҡыҙ ине, тик, оҡшамағас, оҡшаманы ла ҡуйҙы.

 
Эс ҡатыуы (ҡаталау) PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Сәләмәт бул!
19.10.2016 00:00

Эс ҡатыу проблема­һы һәр дүртен­се кешелә осрай. Ҡай­һы бер балалар­ҙы ул сабый сағынан уҡ яфала­һа, икен­селәрен­дә иһә мәк­тәпкә уҡыр­ға төш­кәс баш­лана. Ҡаталауҙың төп сәбәптәренә оҙаҡ ашамай йөрөү, уҡыу стресы, ултыраҡ тормош һәм ваҡытын­да бәҙ­рәфкә бармау ҡарай. Мәҫәлән, күп кенә уҡыу­сылар дәрес мә­лен­дә уҡытыу­сынан: “Сы­ғыр­ға мөмкин­ме?” – тип һорап сы­ғыр­ға уңай­һыҙ­ланып, тәнәфесте көтөп, “түҙеп” ултыра. Йәки баш­ҡа төр­лө ваҡытһыҙ сәбәптәр табыла.

SelemetBul_doctorКүп кенә ата-әсәләр балалар­ҙың оло ярау итеүе көн һайын даими булыр­ға тейеш тип уй­лай. Әгәр ҙә бала тәүлек буйына был “эш” бу­йын­са бәҙрәфкә бармаған икән – тимәк, ҡата­лау тип хафаға төшәләр. Әм­мә ысынбар­лыҡ­та хәлдең бөтөн­ләй икен­се төр­лөрәк булыуы мөм­кин. Сөнки норма – ул ин­дивидуаль төшөн­сә. Ҡай­һы бер балалар­ҙың эсәк­тәре көн һайын “буша­һа”, икен­селәренә иһә ике көнгә бер барыу ҙа нормаль күренеш иҫәп­ләнә.

Әгәр ҙә бала оло ярау итер өсөн әбрәкәйгә ваҡытын­да барып, ун­да артыҡ оҙаҡ ултырма­һа һәм уңай­һыҙ­лыҡ­тар кисермә­һә, барыһы ла тәби­ғи тиер­гә була. Әм­мә ошолар­ҙың тап кире­һе бул­ған осраҡ­та ысын­лап та баланың ҡа­та­лау менән яфаланыуы бар. Икен­се төр­лө ҡа­талауҙы “ялҡау эсәк син­дромы” тип тә атай­ҙар.

Ҡаталауҙың бар­лыҡ­ҡа килеүенә эсәк­тең эш­мәкәр­леген көй­ләүсе нервы система­һының ҡаҡшауы сәбәпсе. Эсәк­тең тиҙ­леген һәм ритмын көй­ләүсе механизмды имтихан­дар мә­лен­дәге ҡайғырыу­ҙар, көн­дәлек­тәге “икеле” бил­дә­һе, эсәк һәм респиратор­лы вирус ин­фек­ция­ла­ры, аш­ҡаҙан-эсәк һәм бәләкәй таз ауы­рыу­ҙары, дөрөҫ туҡлан­мау һәм баш­ҡа күп төр­лө фак­тор­ҙар боҙоуы мөмкин.

SB_Zapor

Эсәк менән бул­ған проблемалар кешенең психологик торошона бәй­ле. Белгестәр бил­дәләүен­сә, эс ҡатыу менән яфаланыу­сылар­ҙың күптәре йәшерен депрессияла йөрөй, шулай уҡ нин­дәй­ҙер психоневрологик ҡаҡ­шау­ҙар­ға дусар булыуы ла их­тимал. Шуға күрә “ялҡау эсәк син­дромы” бул­ған осраҡ­та баланы педиатр менән гастроэнтерологҡа ғына түгел, ә нев­ро­логҡа алып барыу ҙа кәрәк. Һәр белгес был проблеманы хәл итеүҙең ысулдарын әй­тер. Мә­ҫәлән, төр­лө ял итеү саралары, массаж, тын алыу гимнастика­һы һәм психотерапия сеанс­тары фай­ҙа­һын бирмәй ҡал­маҫ.

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 6 из 42

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?