"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, бер-берегеҙгә ҡушамат аташмағыҙ!” PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Һабаҡ
09.11.2016 10:46

_“Эх, ошолар­ҙың синыфы! Килеп инә­һең... зоопарккамы ни!” – тип көлә тор­ғай­ны беҙ­ҙең уҡытыу­сыбыҙ. Сөнки сины­фы­быҙ­ҙа бер-беребеҙ­гә “хомяк”, “волчара”, “кар­ку­ша”, “мед­ведь”, “змей”, “брой­лер” кеүек хай­уан исемдәрен ҡушамат итеп ҡушып бөтөр­гән инек һәм тәнәфестә бер-бере­беҙ­гә исем­ләп түгел, ә шул ҡушамат­тар буйын­са өн­дәшә инек...

Хәҙер­ге көн­дә уй­лап ҡарайым да, ҡайһылай алйот бул­ғанбыҙ тип ҡуям. Үҙебеҙ­ҙең атай-әсәй­ҙә­ребеҙ тыуған сағыбыҙ­ҙа бир­гән исем­дәр­ҙе ниңә улай ҡәҙер­һеҙ­лә­гәнбеҙ икән? Исемдәр бит юҡ­тан ғына алып ҡушыл­май. Уны мәғәнә­һенә, матур­лы­ғына ҡарап һай­лап алалар. Күп осраҡ­та исемде тотош ғаиләләр, туған­дар, дуҫтар менән һай­лай­ҙар. Шун­дай ҡәҙер­ле һәм кеше тормошон­да мөһим нәмәне нисек кәм­һетеп ҡушамат­ҡа ал­маш­тырмаҡ кәрәк?

Алйот бул­ғанбыҙ шул... Бөгөнгө аҡылым ул көн­дәр­ҙә бул­һа, бер-беребеҙ­гә насар ҡуш­мат­тар әй­т­термәҫ инем. Әй­телгән һүҙ терелтә лә, үлтерә лә тигән­де ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр, мо­ға­йын. Бына шул ҡушамат­тар ҙа һүҙ булып әй­телә бит! Ә бөгөн ғалимдар һәр һүҙ­ҙең үҙ энер­гияһы бар, уны әй­теү менән һүҙ юҡ­ҡа сыҡмай, ә тирә-яҡ донъялағы мәғлүмәти ысын бар­лыҡ­ҡа инеп урын­лаша, шулай итеп, кешеләр­ҙең яҙмышына йоғонто яһай тип иҫбат итә.

Быға бер миҫал – халҡыбыҙ­ҙағы йөрөгән мәҡәл: һарыҡ­ҡа йөҙ тапҡыр сусҡа тип әй­тһәң, ул хорхолдай баш­лай, тиҙәр. Кешеләр менән дә шул уҡ: берәй бик тә етеш, теремек аҡыл­лы баланы гел генә “алйот” тип әр­ләп йөрөт­һәң, бер аҙ­ҙан ул, ысын­лап та, “алйот”ҡа әй­ләнә баш­лай. Сөн­ки үҙе лә аңламаҫтан, үҙен ысын­лап та алйот тип һанай баш­лай икән!

10-2016-1

Ярай, был мәсьәләнең бер яғы. Ә икен­се я­ғы кешеләр­ҙең ысын исемдәрен үҙ­гәртеп әй­теү. Мә­ҫәлән, Илдар­ҙы – дарик, Азат­ты – азюк, Данисты дан­сик тигән­дәрен ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр. Әле­ге лә бая­ғы исемдәр­ҙең кеше яҙ­мышына йоғонто яһай тигә­ненә әй­ләнеп ҡай­тып, һәр исем­дең үҙенә һалын­ған мәғәнә­һе бар­лы­ғын әй­теп үт­ке килә. Улар­ҙың һәр береһе була­саҡ шәхес тормошона махсус “програм­ма” бирә. Мәҫәлән, ҡыҙ­ҙар­ҙың Ай­һылыу тигән исемен алып ҡарайыҡ. Ул ҡыҙ кешегә ай кеүек һылыу бул­һын, тормош­тоң ҡараң­ғылы­ғын­да яҡ­тылыҡ өләшеп йөрөһөн тип ҡушыл­ған бит. Йәки Илшат­ты алып ҡарайыҡ – ил шатлы­ғы! Тимәк, Илшат исем­ле бала киләсәк­тә иленә шатлыҡ килтереүсе әҙәм булыр­ға тейеш­ тә­баһа! Ә кемдер уға “ишәк” тигән ҡушамат тағыр­ға йөрьәт итә... Әлбит­тә, был ҡушамат­тан малай­ҙың ҡойроғо ла, оҙон ҡолағы ла үҫеп сыҡмаясаҡ. Әм­мә уның аңына ишәк­тәр­гә хас һыҙат­тар (тиҫкәрелек, аңла­маусан­лыҡ, үсексән­лек) инеп ҡалыуы их­тимал.

Подробнее...
 
Мөхәббәткә маңҡа мәшәҡәтләмәйме?! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мәңгелек сер
09.11.2016 10:16

9-сы һандағы теманы дауам итеп:

МӨХӘББӘТКӘ МАҢҠА МӘШӘҠӘТЛӘМӘЙМЕ?!

Мәктәптә уҡытам, кейәүҙә түгелмен. Бер заман унынсы синыф егете, дәрестән һуң ҡалып, миңә мөхәббәтен белдерҙе. “Һеҙ миңә оҡшайһығыҙ, аңлайым беҙҙең арала бер нәмә лә булыуы мөмкин түгел икәнен, тик һеҙҙе көн һайын күрге килеп тик тора”, – ти.

Быға тиклем дә, тәнәфес ваҡытында инеп, хәл белешеп, һөйләшеп сыға ине. Дәрестәремдә беренсе партаға килеп ултыра башланы. Һеҙҙең предметты ярата башланым, ти. Ә мин хәҙер был хәлдән һуң ни эшләргә белмәйем, бөтәһе лә шул турала белгән кеүек...

Әрләмәгеҙ, зинһар.. Кәңәштәр көтәм.

ҠЫҘ, 23 йәш.


MenSer_logoВенера:

Юрый мыҫҡыл итәләрҙер тием мин. Аҙаҡтан, ысынлап та, көлөп һөйләп йөрөрҙәр, исемегеҙҙе сығармағыҙ. Унан статья бар!!! Уйланығыҙ!!!


Миңсара:

Ашыҡма! Һынау үтәһең инде шулай. Уҡып бөткәнен көт, һуңынан күҙ күрер. Егетте өмөтлән­дермә. Бәлки, ул дуҫтары менән бәхәсләш­кән­дер.


Таңһылыу:

Йәш айырмаһы 6-7 йәш, ул мәктәпте уҡып бөткәс, 18 йәше тулғас, ҡарарһың. Бәлки, бәхәс тә түгелдер, ул егетте белмәйбеҙ бит. Минеңсә, егетте әрләп торорға кәрәкмәйҙер, тим. Сөнки ул ысынлап та оҡшатһа, беренсе мөхәббәтенән яҡты хәтирәләр ҡалһа, яҡшыраҡтыр. Беҙ ҙә ҡыҙҙар менән уҡытыусы ағайҙарҙы оҡшата торғайныҡ, улар беҙҙең өсөн өлгө һымаҡ ине.


Гөлфиә:

Уҡыусы менән уҡытыусы араһында ниндәйҙер ара, дистанция булырға тейеш. Иң мөһиме, үҙең башыңды юғалтма. Хеҙмәттәштәрең, ата-әсә­ләр, уҡыусылар алдында абруйынды төшөрмә!


Зөлфиә:

Үҙеңде уҡытыусы урынында тот, дәрәжәңде төшөрөргә, исемеңде бысратырға юл ҡуйма! Ул һинең өсөн – у-ҡ-ы-у-с-ы! Закон талаптарын да уйла.

Гүзәл:

Яҡшы баһалар өмөт итәлер был егет.


Ҡәйүм:

Яратһа ни, ярата ла ҡуя инде, һин оятҡа ҡалып йөрөмәһәң булды.

Подробнее...
 
Педикюр – ул тырнаҡты ғына түгел, ә тотош аяҡты тәрбиәләү! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Айһылыу
09.11.2016 10:05

Үҙен үҙе ихтирам иткән һәр ҡатын-ҡыҙ­ҙың өҫ-башы бөхтә, бите, сәсе, ҡулдары, тыр­наҡтары тәрбиәле булырға тейеш икәнен күптәр белә һәм үҙҙәрен ҡарап йөрөтә. Ә аяҡ, аяҡтағы тыр­наҡ­тарҙы тәрбиәләүҙе ҡайһы берҙәребеҙ белеп етмәй, шуға ла һеҙгә аяҡтарыбыҙҙы нисек тәрбиәләргә һәм матур йөрөтөргә, педикюр эшләргә өйрәтәбеҙ.

Иң беренсе сиратта, аяҡтарыбыҙҙы тоҙ, төрлө үлән­дәр һалынған эҫе һыуҙа ебетеп алабыҙ. Ебегән аяҡтың өҫкө бер ҡат үле тиреһен пемза ярҙамында ышҡып ҡырып төшөрәбеҙ. Шунан, скраб һөртөп, табандары­быҙҙы тағы ла ышҡып алабыҙ (скрабығыҙ булмаһа, ике аш ҡалағы тоҙ менән бер аш ҡалағы бал ҡушып, скраб эшләргә мөмкин). Шулай итеп, ҡатҡан үле тирене бөтөргәс, тырнаҡтарыбыҙҙың эргәһендәге тирене (кутикуланы) ҡыпсыуыр менән ҡырҡабыҙ йәки таяҡса менән этеп ҡуябыҙ, аяҡтарыбыҙҙы һәйбәтләп киптерәбеҙ ҙә, табаныбыҙға крем һөртәбеҙ. Әгәр ҙә аяғыбыҙҙың тырнаҡтарын буярға теләһәк, кремды тырнаҡҡа тейҙермәйбеҙ.

Артабан тырнаҡтарҙы матур форма биреп игәргә һәм буярға ғына ҡалды. Буяғандан һәм һәйбәтләп киптергәндән һуң, тырнаҡтарыбыҙҙың эргәһенә крем һөртөп ҡуябыҙ.

pedikur

Әлбиттә, аяғыбыҙ тағы ла матурыраҡ булһын өсөн уға төрлө маскалар эшләп торорға кәрәк.

Подробнее...
 
О коррупции PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
07.11.2016 14:32

Сообщить о фактах коррупции можно по телефонам:

8 (347) 279-32-92 — для обращений граждан в МВД РБ;

102 (112 для любых операторов мобильной связи) — полиция.

 
ҠАРАСАЙ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
01.11.2016 00:00

“Аманат”тың ҡарасай (октябрь) һанында ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар икән? Әйҙәгеҙ, шул һанға ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ.

Журнал һөйөнөслө хәбәрҙәр менән асыла: “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһында иң тәүгеләрҙән булып, бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылып, Белорет районы Манышты мәктәбенең 2-се (синыф етәксеһе – Вәсимә Миһранова), 3-сө (етәксеһе – Рәйлә Мөлөкова), 5-се синыфтары (етәксеһе – Гөлназ Сафуанова), ошо уҡ райондың Йөйәк мәктәбенең 6-сы синыфы ( етәксеһе – Гөлнар Асҡарова) һәм Бөрйән районының Исламбай мәктәбенең 3-сө синыфы (етәксеһе – Раушания Ғәлиуллина) ҡушылды. Шулай уҡ журналға яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, ҡимммәтле бүләктәр оторға мөмкин. Уйындың купоны һәм башҡа төрлө файҙалы мәғлүмәттәр журналдың “Мәғлүмәт” рубрикаһында урын алған.

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһе һәм “Сәсмә әҫәрҙәр” бәйгеһе “Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһы сиктәрендә әүәлгеләй дауам итә.

Беҙҙең журнал тышын биҙәп торған мөләйем егет – ул Учалы районының Наурыҙ ауылынан 11 йәшлек Айнур-Буранбай Маннанов һыуға батып барған 7 йәшлек малайҙы ла, хатта уның велосипедын да ҡотҡарған. Был хаҡта Баныу Ҡаһарманованың “Утта янмай, һыуҙа батмай – Буранбай батыр икән!” тигән мәҡәләлә уҡырһығыҙ.

11_2016

“Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан башҡорт халҡының туҙҙан эшләнгән боронғо һауыттары тураһында бәйән итә.

Айһылыу Йәғәфәрованың “Шүлгәнташҡа сәйәхәт” тигән мажаралы әкиәт-повесын уҡып, төп геройҙар – Айгөл, Таһир һәм Булаттың мауыҡтырғыс сәфәренә ҡушылығыҙ!

“Исемең матур! Кем ҡушҡан?” рубрикаһы һеҙҙе Йылайыр районының Һабыр ауылының шәп егете Шәһит Әҙелгилдин менән таныштырыр.

“Аманат” трибунаһында Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Ҡаһарманованың йәмәғәткә ниндәй әйтер һүҙе барлығын белерһегеҙ.

Подробнее...
 
Сентябрь осҡорҙары PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.10.2016 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! Сентябрь һанында бирелгән табышмаҡҡа бик күп хаттар килде. Улар араһынан дөрөҫ яуапты бына кемдәр ебәрҙе:

Әҙһәм Булташев, Ырымбур өлкәһе Александровский районының Иҫәнгилде ауылынан. 
Динә Исламова, Асҡын районының Солтанбәк ауылынан.

oskor oskor-2

 
“Минең уҡытыусым” конкурсы тамам PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.10.2016 00:00

Журналыбыҙҙың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә үткәрелгән “Минең уҡытыусым” конкурсы тамам. Ҡатнашыусылар күп булды, барығыҙға ла ысын күңелдән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Ошо авторҙар еңеүсе тип табылды. Ҡотлайбыҙ!

teacher-1 teacher-2

 
Беҙҙең ысын дуҫтар PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
26.10.2016 00:00

Хөрмәтле дуҫтар! “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте һәм директорға Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға – махсус Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһенә, йәки яҙылыуҙы ойоштороусы башҡа кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.

Түбәндә тәүгеләрҙән булып акцияға ҡушылып, бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылыусы синыфтарҙы күрәһегеҙ. Һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

boton-klass-2

boton-klass-1 boton-klass-3

boton-klass-4 boton-klass-5

 
Жители Башкортостана смогут оценить эффективность деятельности муниципалитетов PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
21.10.2016 00:00

golos_rbС 1 октября на портале «Голос РБ» проходит опрос населения республики.


Жителям муниципальных районов и городских округов Республики Башкортостан предоставлена возможность оценить результаты работы администраций муниципальных образований, а также государственных и муниципальных организаций, осуществляющих оказание услуг населению, по итогам 2016 года.


Интернет-опрос проводится на входящем в систему «Открытая Республика» портале «Голос Республики Башкортостан» с 1 октября по 31 декабря 2016 года. Участие в нем может принять каждый житель, прошедший процедуру регистрации на указанном портале – для этого достаточно иметь компьютер или мобильное устройство с доступом в Интернет.

Опрос населения проводится во исполнение указов Президента Российской Федерации и Главы Республики Башкортостан в целях повышения эффективности деятельности органов местного самоуправления. С результатами опроса можно будет ознакомиться после завершения интернет-опроса и подведения его итогов на портале «Голос Республики Башкортостан».
 
"Аманат"ҡа яҙылығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
18.10.2016 00:00

Хөрмәтле иптәштәр!

"Аманат"ҡа яҙылыу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. 2017-гә, ярты йылға - 295 һум 86 тингә, ә бер йылға 591 һум 72 тингә яҙылырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бер йылға яҙылһаң, яртышар йылға бүлеп яҙылғанға ҡарағанда яҙылыу хаҡы 65 һум 4 тингә арзаныраҡ була. Әйткәндәй, әле 23 октябргә хәтлем республикала Матбуғатҡа 10 процентҡа ташлама менән яҙылыу декадаһы бара, ошо акцияны ла файҙаланып, 10 процентҡа тағы ла арзаныраҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Ҡайһы бер почта бүлексәләрендә, бер йылға яҙҙырмайбыҙ, беҙ был турала белмәйбеҙ, тиеүҙәре мөмкин. Әммә талап итергә кәрәк, белмәһәләр, главпочтамптың подписка бүлегенә шылтыратһындар.

09_2016_big

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 5 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Июль
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31      

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?