"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Наилә халыҡ метеорологы булмаҡсы PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Беҙҙең журнал тышында
07.12.2016 13:46

Мәләүезгә сәфәрем каникул ваҡытына тап килгәс, балаларҙы уятмайым тип, Яҡуповтар­ҙың иркен йорт ишеген һаҡ ҡына ҡаҡтым.

– Борсолмағыҙ, беҙҙең балалар иртә тороп өйрәнгән ул, – тине, тыйнаҡ ҡына йылмайып, йорт хужабикәһе Зөлфиә Рәйес ҡыҙы.

Amanat_11-2016Ысынлап та, күркәм йорттоң түр яғындағы иҙәнгә йәйелгән балаҫ өҫтөнә ултырып, күпе­реп торған сәс толомдарын иңенә төшөрөп һалған ҡыҙ менән ун йәштәр тирәһендәге малай шахмат уйнай ине. Эргәләрендә көйәр­мән­дәре лә бар – туғыҙ-ун йәштәр тирәһендәге сибәркәй Зөлфиә ханымдың бер туған һеңле­һенең ҡыҙы икән, ял осоронда ҡунаҡҡа килгән.

Беҙ танышҡан арала, төнгө дежурствоһын тапшырып, йорт хужаһы Илһам Сабит улы ла ҡай­тып етте. Ул Мәләүез дауаханаһының йәрә­хәт­тәр бүлеге табибы – хирург. Зөлфиә ханым­дың да эш урыны шунда уҡ: ул – операция шәф­ҡәт туташы. Икеһенең дә эше үтә тынғыһыҙ булһа ла, улар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән.

Әлеге ваҡытта Яҡуповтарҙың өлкән улдары Илгиз Өфө дәүләт нефть-техник университеты­ның дүртенсе курсында белем эстәй. Ралина ҡыҙҙары быйыл Ҡазан дәүләт милли-техник универ­ситеты студенты булып киткән. Ә ҡалған икеһе әлегә өйҙә. Наилә 6-сы лицейҙың алтынсы синыфын­да белем ала, ҡустыһы Наил ошо уҡ белем усағында дүртенселә уҡый.

Наиләнең көн торошон алдан фараз итеүе хаҡында ишетеп килгәйнем мин Мәләүезгә, шуға ла һүҙемде шул юҫыҡҡа борам.

– Көн торошон мин биш йыл тирәһе күҙәтеп барам, – ти Наилә. – 2011 йылда Йомағужала йә­­шә­гән өләсәйемдәргә ҡайтҡайныҡ. Шунда беренсе тапҡыр ҡар күҙе төштө. Өләсәйем: “Иншалла, бы­лай булғас, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр,” – тине. Уның шул һүҙҙәре миңә этәргес булды. Өләсәй­емдең әйткәндәре хаҡ булырмы икән тип, көндәрҙе һанай башланым, үҙем күҙәткәндәремде ҡағыҙға теркәй барам. Ләкин ул йылда ҡырҡ көндән һуң ҡар ятманы ла ҡуйҙы. Ә бары тик илле биш көндән генә ерҙе аҡ юрған ҡапланы. Шул ваҡыттан алып ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһына башланым.

Ныҡыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ күҙәтеүҙәрен көндәлектәргә генә теркәп бармаған, ватман ҡағыҙҙарын бергә йәбештереп, йылдың һәр бер көнөн шунда төшөргән. Бында ниндәй йылдың нисәнсе көнөндә ҡар йәки ямғыр яуыуын да, ҡырау йәки ысыҡ төшөүен дә, һауа темпера­ту­раһы­ның нисек булыуын да күрергә мөмкин. Ҡасан ҡоштар ҡайтҡан, ағастар бө­рө­ләнгән, үләндәр мо­рон төрткән, алмағастар сәскә атҡан, игендәр баш ҡоҫҡан – барыһы ла бар Наиләнең ғилми хеҙмәттәрендә.

Йәш эҙәрмән хаҡында баҫмалар ҙа яҙ­ған, бер нисә тапҡыр үҙен Башҡорто­стан юлдаш телевидениеһына ла саҡырғандар. Шундай тапшырыуҙарҙың береһендә Баш­ҡорто­стан гидрометерология үҙәге етәк­сеһе Анна Казаева ла ҡат­нашҡан. Тапшы­рыуҙы алып барыусы килә­һе йылдың ни­сек булырын башта Наиләнән һораған. Ҡыҙҙың яуабынан һуң һүҙҙе көн торошо буйынса баш белгескә биргәндәр. Бары­һын да ғәжәпкә ҡалдырып, Анна Константиновна ла һүҙмә-һүҙ Наиләнең әйт­кән­дәрен ҡабат­лаған.

– Наиләнең был һәләте тәбиғәттән килмәй, – тип ҡыҙының һүҙҙәренә асыҡлыҡ индерә ға­илә башлығы. – Тынғыһыҙ хеҙмәт емеше ул. Хал­ҡыбыҙ бит элек-электән тәбиғәтте күҙәтеп бар­ған, сағыштырған, юраған. Был, әлбиттә, нес­кә күҙәтеүсәнлектән, һынай белеүҙән килә. Ундай һына­мыштар, ысынлап та, бик күп баш­ҡорт хал­ҡында.

Ә бына эҙләнеү эше менән балалар баҡса­һынан уҡ шөғөлләнә Наилә. Биш йәшендә үк, нәҫелебеҙҙең шәжәрәһен әҙерләп, Сочи ҡала­һында үткән “Мин – эҙәрмән” конкурсында ҡат­нашҡайны. Наиләгә был эштә беҙ ҙә, балалар баҡ­саһындағы тәрбиәсеһе лә ярҙам итте, әл­бит­тә. Сочиҙа уның ырыу ағасына ҙур ба­һа бир­ҙеләр. Шул еңеүҙән ҡанатланып ҡайт­ҡан ҡыҙы­быҙ, йыл һайын үткән төрлө конкурс­тарға үҙе­нең эҙләнеүҙәрен тәҡдим итә башла­ны. Йөрөгән таш шымара, тиҙәр бит, На­илә­нең дә тәжрибәһе артты, белеме лә тәрәнерәк, төп­лөрәк була башланы.

– Атай, картуф баҡсаһында тәжрибә үткәре­үебеҙ тураһында һөйләйемме? – тип һүҙгә ҡушыла Наилә.

Быйыл яҙ йорттарының эргәһендәге катруф сәсеү майҙанын ике өлөшкә бүлгәндәр ҙә, шунда картуф сәскән Яҡуповтар. Бер үк шарт­тарҙа, бер үк тупраҡҡа бер үк орлоҡ һал­ғандар улар. Көҙ көнө майҙандарҙың береһе­нә сәсел­гән оролҡтарҙан йылдағыса уңыш алған­дар, ә икенсе майҙандағы уңыш ике-өс тап­ҡырға күберәк булған.

– Мул уңыштың сере нимәлә һуң? – тип һорайым Наиләнән, ғәжәпләнеп.

 
“Бейеү аша башҡорт мәҙәниәтен донъяға танытҡым килә” PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - "Аманат" коллекцияһы
07.12.2016 13:30

Ошо теләген бойомға ашырыу эшен баш­лар өсөн Өфө ҡыҙы Нәркәс Юлдашева ТНТ каналында барған “Танцы” проектында үҙ кө­сөн һынап ҡарамаҡсы була. Ата-әсәһе ҡыҙҙарының теләген күтәреп ала: әсәһе Гүзәл апай бейеү ҡуйһа, атаһы – атаҡлы ҡурай­сы Роберт ағай Юлдашев көй һайла­ша. Ғаилә Ҡазанда уҙғарылған кастингта мотлаҡ ҡурай моңона башҡорт бе­йеүен бе­йергә тигән бер ҡарарға килә.

Шулай итеп, был юлы беҙҙең “Аманат” йондоҙлоғо”нда ҡунаҡта – 2015 йылда “Ба­йыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә еңеүсе һәм быйыл, “Танцы” шоуында ҡат­нашып, башҡорт бейеүен бөтә Рәсәйгә танытыусы Нәркәс Юлдашева.

narkas-yuldasheva– Нәркәс, ТНТ каналында барған бейеү шоуында ҡатнашыу нисек килеп сыҡты?

– Мин “Танцы” проектын һәр ваҡыт телеви­зор­ҙан күҙәтеп бара инем. Һәм сираттағы кастингта “Хан ҡыҙы” бейеүен башҡарҙым, атайым ҡурай­ҙа уйнаны. Жюри ағзалары сы­ғы­шымды йылы ҡа­бул итте, әммә аҙаҡтан заманса модерн сти­лендәге бейеүҙе лә баш­ҡарырға тура килде. Һөҙөмтәлә, мин кастингта үттем, ә артабанғы турға эләкмәһәм дә, бошонмайым: сөнки үҙемә тәжрибә алдым.

– Афарин! Сығышың ысынлап та матур ине, үҙем дә ҡарағайным. Ә бына камераға төшөргән ваҡытта һәм шул бейеүҙе тамашасылар, баһалама ағзалары алдында баш­ҡарғанда тулҡынланманыңмы?

– Әлбиттә, тулҡынланыу була инде ул. Мин бит үҙ йөҙөмдә илемде, Башҡортостанымды, башҡорт халҡын күрһәтергә барғанмын. Күңел­дә шундай ҙур яуаплылыҡ тойғоһо ине. Һынат­маҫҡа тырыштым, ата-әсәйемдең һәр кәңәшен иҫемдә тоттом.

– Ә был проекттың мөхите ниндәйерәк? Бер-берең менән ярышыу, көнәркәшлек итеү бармы?

– Бында иң көслө бейеүселәр йыйылған, тиер инем. Күп төрлө һәм яңы стилдәрҙә бейейҙәр. Һәр кем бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә, бер кем дә һүҙгә килешеп йөрөмәй. Миңә был проектта ҡатнашыу бары файҙаға ғына булды: сөн­ки мин артабан да ныҡлап бейеү менән шө­ғөл­ләнергә теләүемде аңланым.

Ҡасандан бейейһең?

– Әсәйем мине дүрт йәшемдән художестволы гимнастикаға алып барҙы. Унда мине һығыл­малылыҡтың нескәлегенә төшөндөргән етәк­сем – Венера Ғәлимйән ҡыҙы Үлмәҫҡоловаға ныҡ рәхмәтлемен. Артабан мине әсәйем баш­ҡорт бе­йеүенә һәм классикаға өйрәт­те.

guzal-danceӘлеге ваҡытта уҡыуҙан тыш ва­ҡы­тымды бейеүгә бағышлайым, әсәйем етәкселегендәге “Guzal-Dance” тигән студияла шөғөл­лә­нәм. Төрлө бейеү бәйгеләрендә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарайбыҙ, быйыл да “Байыҡ”­та ҡатнашабыҙ.

Был студия биш-алты йыл эшләй, коллектив­та ун ике-ун өс кеше. Унан тыш, әсәйем те­ләк­тәре булған һәр кемде фламенко, башҡорт бейеүе серҙәренә төшөндөрә. Башҡорт бейеүе буйынса балалар төркөмө лә бар. Студияның маҡсаты – бейергә өйрәтеү генә түгел, ә бала­ларҙы рухи яҡтан да тәрбиәләү.

– Бейеүҙән башҡа тағы ниндәй яратҡан шөғөлөң бар?

– Йырларға яратам. Оҙон көй тыңлайым, баш­ҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынам. Атайым башҡортса йөҙ йыр белергә кәрәк, тип өйрәтә. Шулай уҡ опера тыңларға, театрға йө­рөр­гә яратам.

 
Тубал, сыт, мәрке... PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Башҡорт тарихы
07.12.2016 12:20

Bashkort_tarihiБашҡорт халҡының үреп эшләнгән боронғо һауыттары

hayuttarБашҡорттар, борон-борондан, йүкә һәм тал сыбығынан үреп, бик тә матур һауыт һәм башҡа кәрәк-яраҡтар яһаған. Йү­кә­нән әйбер эшләүгә Башҡортостандың тө­нья­ғын төйәк иткән Ғәйнә, Уран башҡорттары ма­һир булған. Йүкәнән ишел­гән һауыттар Әйле ырыуы һәм башҡа төньяҡ-көнсығыш башҡорт­тарында ла ҡул­ланылған. Шулай уҡ ҡайһы бер йүкә әйберҙәр Дим йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттарҙа ла булған. Ә инде малсылыҡ, йылҡысылыҡ менән көн иткән башҡорттарҙа бындай әйбер­ҙәр киң ҡулланыу тапмаған.

hayuttar1Йүкәнән эшләнгән һауыттар бер нисә төргә бүленә. Төрлө әйберҙәр йөкмәп йөрөтөү өсөн яһалған һауыттар кәшүл, биштәр тип аталған. Бындай һауыттарҙың киңлеге 20-25 см булған, яурынға эләктереү өсөн йүкә бау беркетелгән. Кәшүл, биштәр йомортҡа, балыҡ һалып йөрөтөү өсөн уңайлы булған. Ауылдан ауылға йөрөп төрлө эштәр башҡарған балта, күн оҫталары бындай һауыттарҙа үҙҙәренең кәрәкле ҡорал­дарын йөрөткән.

Башҡорттар ҙур шешәләрҙе йөрөтөү өсөн дә йүкәнән һауыт үргән. Шулай уҡ йүкәнән кәр­зин дә эшләгәндәр. Улар тубал тип аталған. Тубал­дың бейеклеге 30 см тирәһе булған. Ҡайһы­лары түңәрәк булһа, икенселәренең төбө квад­рат формала булған. Үҙәк Башҡортос­тан­дың райондарында тубалды иген сәсеүҙә ҡул­ланғандар.

Йүкә, ҡабыҡ менән бер рәттән, тал, муйыл сыбығы ла төрлө әйберҙәр яһау өсөн киң ҡулланылған. Бигерәк тә Дим буйы баш­ҡорт­тарында, шулай уҡ Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейән­сура, Йылайыр, Хәйбулла райондарында киң таралған булған. Иген һаҡлау өсөн эшләнгән кәрзиндәр тубал, сыт, иген һауыты тип аталған. Бындай һауыттар түңәрәк йәки овал формала булған, диаметры – ике, бейеклеге бер метр­ға тиклем еткән. Уларҙы тығыҙ итеп үргән­дәр һәм балсыҡ менән һылағандар.

Ҡорот киптереү һәм һаҡлау өсөн һауыттарҙы (тубал, сыт, мәрке) төбө бәләкәй һәм бейек итеп үргәндәр. Түбәгә элеп ҡуйыу өсөн кәрзин­дең ситенә бау беркеткәндәр. Бындай һауыттар Башҡортостандың һәр яғында төр­лөсә булған. Дим һәм Ағиҙел буйында эшләнгән кәрзиндәр 35-40 см диаметрында, бейеклеге лә шул уҡ ҙурлыҡта булған. Груша фор­ма­һындағы кәрзин­дәр муйыл сы­бығынан үрелгән. Бындай һа­уыт­тар Көйөргә­ҙе районынан алып Баймаҡ райо­нына тиклем билә­мә­лә, шулай уҡ Әб­йә­лил, Белорет райондарында та­рал­ған.

hayuttar4Мурҙаға оҡшаш ҡорот һаҡлау һауыт­тары Хәй­булла, Баймаҡ районы­ның көнсы­ғышы һәм Йылайыр районы­ның көньяғында – Йылайыр, Һаҡмар һәм Таналыҡ буйында та­рал­ған булған. Унда яңы эшләнгән ҡорот­то һалып горизонталь рәүештә элеп ҡуйыр булғандар.

hayuttar5Шулай уҡ башҡорттар төрлө аҙыҡ-түлек өсөн сыбыҡтан да һауыттар эшлә­гән. Улар­ҙы кәр­зин, ситәүке тип атап йөрөткәндәр. Бынан тыш, ҙур шешә өсөн цилиндр фор­ма­һында һауыттар үргән­дәр (кәрзинкә, бис­теркә, сыт).

Шулай итеп, ата-бабаларыбыҙ йүкә, тал, муйылдан хужалыҡта кәрәкле әйбер­ҙәр эшләгән­. Был әйберҙәрҙе бөгөн музей­­ҙарҙа күрергә мөмкин. Бәлки, ҡай­һы берәү­ҙәрҙең өйҙәрендә ошо ҡомарт­ҡылар әле лә һаҡла­налыр. Улар хал­ҡы­быҙ­ҙың тере тарихы булып тора.

Азат ЮЛАН, тарихсы.

 
ҠАТЫ БӘҒЕРЛЕЛЕК – БӘЛӘ БАШЫ PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Һабаҡ
07.12.2016 11:56

habak“Аманат”, мин үҙемдең бер серемде яҙып үткем килә...

Был хаҡта бер кемгә лә һөйләй алмайым, ә күңелгә ҡыйын.

Нисек тә булһа шул ауыр тойғоно еңеләйтергә ине лә. Булырмы икән? Мин бит үлтер­ҙем...

Habak_Telenok1Был хаҡта әсәйгә лә, атайға ла әйтмәнем. Бер яҡтан, ҡурҡам да, икен­се яҡтан, үҙҙем­де тота алмағанымдан ғәрләнәм. Ә һөҙөм­тәлә – ғаилә­беҙ ҡаза күрҙе.

Хәҙер иҫләүемсә, эш былай булды: мин, көн дә мәктәптән ҡайтҡас, һарайға сығып, мал­дарҙың тиҙәген таҙартып, быҙауҙарға һыу эсерәм, бесән һалам һ.б. Быйыл бер быҙа­уы­быҙ әллә ниндәй тынысһыҙ булды, һыу ҡой­ған­да ла, бесән һалғанда ла башҡа­лары кеүек көтөп тормай, иң беренсе булып тығылып ки­лә. Тиҙәк таҙартҡанда ла, ҡул аҫ­тында йө­рөп, ҡамасаулай. Өйөп ҡуйған ҡыйҙы тапап туҙҙыра. Кискелеккә бик­ләйем тиһәң, уры­нына инмәй ҡаҡшата.

Шул быҙау бер көн, көрпә бутҡаһын мал­дарға өләшеп торғанымда, биҙрәгә башын ты­ғып, мине ҡолатҡансы этеп ебәрҙе. Был йыйылып кил­гән асыуымдың һуңғы тамсыһы бул­ды, шикелле, аңғармай ҙа ҡалдым, тө­йөл­гән йоҙороҡ менән тегенең ҡабырғаһына төрт­төм. Нисек һуҡҡа­нымды хәҙер үҙем дә иҫ­лә­мәйем, ҡулым да ауыртманы, хатта бы­ҙау­ҙың ҡабырғаһы ла мамыҡ кеүек йоп-йом­шаҡ тойолдо. Быҙау иһә бер аҙ шаңҡып тора бирҙе лә, ҡапыл тынысланды. Ике-өстө йүткереп кенә алды, әммә эштәрем­де лә тамам бөтөргәнсе бүтән ҡаңғыртманы. Кәр­тәнән сыҡҡанымда ла әллә нисек тыныс то­роп ҡалды.

Ә икенсе көнөнә быҙауыбыҙ ятты ла ҡуйҙы. Әсәй менән атай уға да­рыуҙар ҙа эсереп ҡа­раны. Файҙаһы булманы. Кискә табан үлде...

Мин, әлбиттә, быҙауға һуҡҡанлығым тура­һын­да бер кемгә лә әйт­мәгәйнем. Сөнки эш­тәрҙең былай барып бөтөрөн башыма ла кил­тер­мәгәйнем. Һуң, һарайҙағы мал-тыуарға көн һайын һуғаһың да, тибәһең дә, тигән шикелле, ә улар “ыһ” та итмәй. Ә быныһы...

Шунан, быҙауҙың үлемендә үҙем ғәйепле икәнлекте аңлағас, был ту­рала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡарар ҡылдым. Тик был хаҡта уйла­ныуҙар ғына һаман күңелде өйкәй, күпме генә ваҡыт үтһә лә, онота алмайым. Выждан ғазабы кисерәм: мин бит – ғәйепле!

Руслан.

 

Был хатты, аңлауыбыҙса, өлкән синыф уҡыу­сыһы яҙған. Һәм ул, ауылда йәшәп, көн дә мал-тыуарын ҡарай, тимәк, физик яҡтан ярайһы уҡ көслө. Ошоларҙы иҫәп­кә алып, башҡаларға ла ғибрәт булһын тигән фекеребеҙҙе еткереп ки­тәйек:

Был осраҡтағы бәләнең башы – нин­дәй­ҙер кимәлдә ҡаты бәғерле­лек­тән, йәғни, ныҡ итеп асыуланып, тере йән эйәһен йәлләмәй ғәмәл ҡылыуҙан, нин­дәйҙер кимәлдә уйламай эш итеү­ҙән һәм шулай уҡ үҙең­дең көсөңдө дөрөҫ баһала­мауҙан килә. Шул уҡ мәл­дә бы­ларҙың да үҙ сәбә­бе бар – егет үҫмер сағын ки­серә. Ҡапыл ҡыҙып ки­теү, асыу­ланыу, эштең аҙағын уйламау, мөмкин­лек­тәреңде дө­рөҫ баһаламау – күп үҫ­мер егеттәр өсөн хас күренеш. Нимә­һе генә ҡыуандыра: хаттан күре­неүенсә, егет быҙауҙы үлте­рер­гә теләп һуҡма­ған һәм был ҡылығы өсөн әле выждан ғазабы кисерә, үкенә.

 
“Аманат”тың ҡырпағай һанында PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
01.12.2016 11:17

“Аманат”тың ҡырпағай һанында ниҙәр бар икән? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ.

Журналды асыу менән “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы синыфтарҙың исемлектәрен һәм фотоһүрәттәрен күрәбеҙ. Акцияға Көйөргәҙе районы Илкәнәй мәктәбенең 5-се, 6-сы, 7-се синыфтары (етәксеһе – Зөһрә Сабир ҡыҙы Мөхәмәтшина), Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең 6-сы синыфы (етәксеһе – Илмира Илфат ҡыҙы Динисламова) һәм Байғаҙы мәктәбенең 3-сө синыфы (етәксеһе – Нәзирә Ғүмәр ҡыҙы Сабитова), Баймаҡ районы 1-се Төркмән мәктәбенең 4-се синыфы (етәксеһе – Фәимә Нурғәли ҡыҙы Ихсанова) һәм Күмертау ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс белем биреү мәктәбенең 4-се синыфы (етәксеһе – Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы Әлибаева) уҡыусылары ла ҡушылды. Афарин, дуҫтар!

“Аманат” журналы һеҙҙең өсөн төрлө конкурстарҙы өҙлөкһөҙ үткәреп тора. Был юлы “Игеҙәгем – биҙәгем” тигән хәтәр шәп конкурс иғлан итә. Унда һеҙ генә түгел, атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, олатай-өләсәйҙәрегеҙ ҙә ҡатнаша ала. Игеҙәктәрҙең йәшен сикләмәйбеҙ. Шулай итеп, һеҙҙән фотоһүрәттәр көтәбеҙ.Конкурста ҡатнашасаҡ игеҙәктәргә бәйле булған берәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға тураһында ла яҙып ебәрергә онотмағыҙ.

11_2016

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғыр һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе дауам итә. Журнал тышлығындағы һылыу ҡыҙ – Мәләүез ҡалаһынан йәш һәүәҫкәр метеоролог Наилә Яҡупова. Уның тураһында танылған журналист Сибәғәт Рахманғоловтың мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.

“Башҡорт тарихы” рубрикаһында тарихсы Азат Юлан башҡорт халҡының йүкә һәм тал сыбығын үреп эшләнгән һауыттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтары тураһында бәйән итә.

“Һабаҡ” рубрикаһында бирелгән Руслан исемле үҫмерҙең выждан ғазабы кисереүе тураһындағы хаты һәм шунда уҡ уға төбәп яҙылған Мансур Ҡаҙаҡаевтың яуабы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән уйҙабыҙ.

 
Осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡал! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
28.11.2016 11:07

1–11 декабрҙә Рәсәй Почтаһы яҙылыу декадаһын ойоштора һәм махсус ташламалар яһай!

Мәҫәлән, тап ошо көндәрҙә 73317 (МАП), П2706 (ПАП) индекстары буйынса “Аманат” журналына ярты йылға яҙылһағыҙ – ташлама 29,56 һум буласаҡ!
(295,86 һум урынына – 266,3 һум).

Ә П3396 (ПАП) индексы буйынса 1 йылға яҙылғанда – 52,6 һум!
(526,68 һум урынына – 474,08 һум).

dekada-desyatka

 
Ишҡолдарға - афарин! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
24.11.2016 15:20

“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылыусы Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенең 3-сө синыфы уҡыусыларына (етәксеһе – Зилә Мазһар ҡыҙы Ҡаһарманова) редакцияның Маҡтау билдәһе һәм Рәхмәт кәлимәһе әҙер!

rakhmatnama_ishkol rakhmatnama_ishkol1

 
"Аманат"лы ла, бүләкле лә булығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
24.11.2016 15:08

Дуҫтар! “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Бына бөгөн генә Күмертау ҡалаһынан хат килеп төштө. М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева) акцияға дәррәү ҡушылды. Афарин, Күмертауҙар! Башҡалар ҙа һеҙҙән үрнәк алып, синыф, тотош мәктәп менән журналға яҙылыр, тигән өмөттәбеҙ.

kumertay

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2017 йылға "Аманат"ҡа яҙылыу тамамланғансы, йәғни декабрҙең аҙағына хәтлем дауам итәсәк “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акцияларында донъялағы бөтөн синыфтар ҙа ҡатнаша ала.

Акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте, ә директорға — Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға – Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһенә, йәки яҙылыуҙы ойоштороусы бүтән кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.

 
"Аманат"–2017 PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
16.11.2016 10:31

Баймаҡ районы 1-се Төркмән мәктәбенең IV синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Фәимә Нурғәли ҡыҙы Ихсанова) менән Бөрйән районы Байғаҙы мәктәбенең III синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Нәзирә Ғүмәр ҡыҙы Сабитова) бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылып, журналыбыҙҙың Маҡтау билдәһенә һәм Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

turkman_1 turkman_2

turkman_3 turkman_4

 
Утта янмай, һыуҙа батмай – Буранбай батыр икән!!! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Беҙҙең журнал тышында
09.11.2016 12:27

Учалы районының Наурыҙ ауылында йә­шәүсе ун бер йәшлек Айнур-Буранбай Ман­нанов яҙғы ташҡын ваҡытында ете йәш­лек Алмас Ғәбиҙуллинды һыуҙан ҡот­ҡарып, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.

mannanovtar...Ҡапҡаны асыуыма болдор аҫтынан көсөк килеп сыҡты. Ят кешегә өрөр урынға, башын тегеләй-былай һалып, ҡойроғон ҡыуанып бол­ғаны.

– Ҡурҡмағыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ, көсөктәре теш­ләшмәй, – тине артымса килгән бер олатай, ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалыуымды шәйләп.

– Мин “Аманат” журналына яҙыр өсөн ҡот­ҡарыусы батыр егетте эҙләйем, дөрөҫ килдем­ме икән? – тинем һаулыҡ һорашҡас.

– Эйе, дөп-дөрөҫ! Буранбай ошонда йәшәй, – тип раҫланы аҡһаҡал.

– Ой-й, миңә ни Айнур кәрәк ине лә ул, – блокнотты сығарып, фамилияһын ҡараным, – Маннанов...

– Шул Айнур – Буранбай инде ул! – тине ми­нең менән бергә ихата эсенә инә башлаған оло кеше. – Буранбайҙы матур итеп тәрбиә­лә­гән олатаһы Сарим менән өләсәһе Таңһылыуҙы маҡтап яҙырға онотмағыҙ!

Шул арала баҡсанан хужалар күренде, улар­ҙың тауышын ишеткәс, көсөк тә абаларға ке­реш­кән булды, йәнәһе лә, “мин үҙ бурыстарымды теүәл үтәйем, күрегеҙ, ишетегеҙ”. Һәй­бәт кешеләрҙең эттәре лә яуыз түгел: саҡ ҡына өрҙө лә яңынан ҡойроғон күңелле бол­ғарға тотоно. Таңһылыу Ис­кәндәр ҡыҙы менән Сарим Нурулла улы Иркәбаев­тар­ға нин­дәй йомош менән йө­рөүемде аң­латҡас, хужаби­кә ҡул­дарын алъяп­ҡысына һөртөп, өҫ-башын төҙәтте:

– Буранбай ни йылғала балыҡ тота, хәҙер йүгереп барып са­ҡы­рып киләйем...

– Ҡуй, кәрәкмәй, үҙем йылға буйына төшәм, – тип, баҡса эш­тәре менән мәж килгән хужа­ларҙы ваҡытһыҙ борсоп йөрө­гәнгә уңай­һыҙ­ланып, яңғыҙым ғына Яйыҡ буйына төшөргә йыйындым. Лә­кин кемдең тарихи ваҡи­ғанан сит­тә ҡалғыһы кил­һен? Шуға ла бер аҙҙан беҙ, күмәкләп, тотош отряд булып, Буранбайҙы эҙләп киттек. Әллә ҡайҙа алыҫҡа юлланып өл­гөр­мәнек (йылға картуф баҡсаһы артында ғына гөрләп ағып ята икән), ҡаршыбыҙға пластмасс һауыт тотҡан ҡарасман малай йүгереп килде.

balyk– Беҙ суртан тоттоҡ! – тип һөйөнсөләп, ул балыҡты сығарып күрһәтергә иткәйне, йыртҡыс бармағынан эләктереп алды. Ҡанап уҡ киткән бармағы ауыртҡандыр ҙа инде, йөҙөн саҡ ҡына сирҙы, әммә иламаны.

– Ҡалай батыр! – тип һоҡландым бәләкәскә. – Мине шулай суртан тешләһә, донъя тултырып шарылдап илар, бәлә һалыр инем күптән.

– Һуң, батырҙың ҡустыһы бит ул, – тиеште өлкәндәр. – Буранбайҙың ҡустыһы Айсар! Ана үҙе лә! Буранбай, һиңә килгәндәр!

Ҡыуалын ипле генә йыйып тотҡас, Айнур-Буранбай һәлмәк атлап яныбыҙға күтәрелде:

– Һаумыһығыҙ, – тине ишетелер-ишетелмәҫ. Батыр булғас, тауышы дыңғырлап торорға, бу­йы – ике метр, иңбаштары бер метр булырға тейеш кеүек ине. Юҡ, ябай, ҡаҡса ун бер йәш­лек малай. Әммә күкрәгендә типкән сая йөрәге уны барыбыҙҙан ҡалҡыуыраҡ итә. Аҙ һүҙле. Һәр һүҙен үлсәп, уйлап әйтә. Ҡараштары уйсан.

– Нисек ҡурҡмайынса һыуға ташландың? – тинем, танышҡас.

– Уйларға ваҡыт булманы.

– Велосипеды менән һыуға ҡолаған Алмасты ҡотҡарам тип, үҙеңде лә ташҡын алып кит­һә­се?

– Юҡ, мин һәйбәт йөҙәм, ә Алмас йөҙә бел­мәй.

– Ә ниңә икенсе тапҡыр һыуға төштөң?

– Велосипедын сығарҙым... Ағып китһә, Алмас ҡайғырыр, тип уйланым.

– Алмасты һыуҙан сығарғас, ни эшләнең?

– Уға, бар, ҡайт, тинем. Лысма һыу ине. Һыуыҡ үткәреп ҡуйма­һын, тип уйланым.

– Ә үҙең?

– Мин дә ҡайттым... Балыҡ ҡай­ғыһы китте...

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 4 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?