"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашыусы дуҫтарыбыҙ! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Яҙыл да бүләк от!
08.02.2017 12:34

“Аманат”ҡа яҙылыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Ғинуарҙың 20-нә хәтлем яҙылһағыҙ, ул һеҙгә киләһе айҙан килә башлар. Бергә булайыҡ, дуҫтар!

 
Йәш хәбәрселәребеҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
08.02.2017 13:34

Быйыл йәш авторҙарыбыҙҙың иң әүҙем­дәре араһынан “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе тигән маҡтаулы исемгә бына кем­дәр лайыҡ

булды:

 
Күҙ менән ҡаш араһы 2016 фотоконкурсы тамам PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
08.02.2017 13:38

Йәш фотоһәүәҫкәрҙәребеҙ өсөн ойошторолған “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы, 2012 йылдан алып үткәрелеп килеүенә ҡарамаҫтан, йылдан-йыл йәнләнә генә бара. Быйыл да журнал уҡыусыла­ры­быҙ конкурста бик әүҙем ҡатнашты.

 
Мин донъяны һүрәтләйем 2016 һүрәт конкурсы тамам PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
08.02.2017 13:36

Хөрмәтле йәш рәссамдарыбыҙ! Йыл буйына барған “Мин донъяны һүрәт­лә­йем” конкурсына йомғаҡ яһарға ваҡыт етте.

 
“Баш­ҡортостан беҙҙән башлана” шиғ­риәт бәйгеһе тамам! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тиҫтерҙәрең ижады
08.02.2017 13:47

 

Дуҫтар! Бына быйыл да, йола буйынса, “Баш­ҡортостан беҙҙән башлана” шиғ­риәт бәйгеһенә йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Ул 2016 йыл дауамында “Тиҫ­тер­ҙәрең ижады” руб­ри­каһы сиктәрендә барҙы.
 
Һәптән (шатун) айыу PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мөғжизәле донъя
08.02.2017 13:46
Tabigat_Medved-Shatun_3Айыуҙарҙың һалҡын ҡышҡы айҙарҙы өңдә йоҡлап үткәреүен беләбеҙ. Был ваҡытта улар­ҙың тән температураһы 31 градусҡа тиклем төшә, ҡан әйләнеше һәм һулышы әкренәйә. Ә ярты йыл буйы организм эшмәкәрлеген тәьмин итер өсөн улар йәй буйына май ҡатламы туплай. Ул айыу­ҙың тән ауыр­лы­ғының 40 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Тимәк, әгәр иң ҙур айыу 1 тонна тартһа, уның 400 килограмын май тәшкил итә!
 
Сәкән – баш­ҡорт хоккейы PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Төйәгем тарихы
08.02.2017 13:46
Tarih_Dvor_hokkey_SUХоккей – бөгөн донъялағы иң популяр уйындарҙың береһе. Баш­ҡортостанда ул беренсе урында тора тиһәм, бер ҙә яңылышмам, сөнки “Салауат Юлаев” хоккей командаһының һәр уйынын бөтөн республика халҡы яратып ҡарай. Ә инде еңеүҙәрен Баш­ҡортостан көйәр­мәндәре ҙур шатлыҡ менән байрам итә.
 
Нисек доға ҡылырға? PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Һабаҡ
08.02.2017 13:48

 

Һәр беребеҙҙең тормошонда шундай ваҡыттар була, ул сағында береһе лә яр­ҙам ит­мәҫтәй кеүек тойола, йәки ва­ҡиға­ларҙың хәйерле тамамланыры нин­дәй­ҙер мөғжи­зә менән генә булыуы ихтимал һы­маҡ. Шул саҡ эргә-тирәләгеләр, ғәҙәттә, доға уҡырға кәңәш итә. Бәғзе­ләре махсус доғалар йыйынтығын да ҡулға килтереп тоттора.

Әлбиттә, бындай ки­тап­тары бул­ған­дар­ға рәхәт. Улар теләгән доғаһын табып уҡый ҙа ҡуя… Ә ундай китабы булмағандарға нимә эшләргә? Иң тәү­ҙә шуны әйтергә кәрәк: Аллаһ тәғәлә­нең ҡөҙрәте сикһеҙ һәм Ул барлыҡ телдәрҙе лә бер үк яҡшы аңлай. Ул хатта кешеләрҙең яңы ғына күңелендә ярал­ған теләк-ниәттәрҙе лә белеп тора. Шуға Хоҙайға мөрә­жәғәт итер өсөн «махсус тел» белергә кәрәк икән тип уйлау дөрөҫ түгел.

Раббыбыҙға беҙҙең ихласлығыбыҙ, Уға ысынлап та ышаныуыбыҙ, Уның ҡөҙрәтен таныуыбыҙ мөһим. Шуға әгәр һеҙ үҙегеҙҙең теләгәнегеҙҙе Аллаһтан ихлас күңел менән һораһағыҙ, был үтенесегеҙ ҙә уға доға кеүек барып етәсәк һәм уның ҡабул булыуы бик тә ихтимал.

Аллаһ кешеләргә Уға ышанырға, Унан теләгән нәмәләре хаҡында һорарға ҡуш­ҡан. Һораған бәндәһенә тейеш­леһен бирергә вәғәҙә лә ҡылған. Был мәғ­лүмәттәр беҙгә бәй­ғәм­бәрҙәр һәм хаҡ китаптар аша килеп еткән. Шуға, доға ҡылып, Хоҙай­ҙан ни­мә­лер һорау – һис тә оят түгел, киреһенсә, һеҙ­ҙең ысын инаны­уы­ғыҙҙы иҫбат­лаусы күр­һәткес.

Шулай уҡ Яңы йыл төнөндә теләк теләү­се­ләргә бәйле бер ни­сә фекер... Әлбит­тә, һеҙҙең тап 31 декабрь менән 1 ғинуар ара­һында телә­гән теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ мот­лаҡ тор­мош­ҡа ашасаҡ тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Сөнки, төптәнерәк уйлап ҡара­һаң, был төн баш­ҡаларҙан бер ере менән дә айырылмай. Әммә, үрҙә әйтелгәнсә, доғағыҙ ихлас күңел­дән һәм Аллаһ Тәғәләгә арналған булһа, уның ҡабул булыуы бик ихтимал.

 

Ашағандан һуң уҡыла торған доға:

 

اَلْحَمْدُ لِلهِ الَّذِي أَطْعَمَنَا وَ سَقَانَا وَ جَعَلَنَا مِنَ الْمُسْلِمِينَ

(Әл-хәмдү лил-ләәһи лләҙии әтғәмәнәә үә сәҡәәнәә үә джәғәлнәә минәл-муслимиин)

Тәржемәһе: Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман яһаған Аллаһҡа дан.

 

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

 
Күҙһеҙ көйө тик “бишле”гә уҡып… PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - "Аманат" энциклопедияһы
07.12.2016 14:05

Enciklop14 йәшендә тома һу­ҡыр булып ҡалыуына ҡара­маҫ­тан, XX быуат­тың иң билдәле мате­ма­тиктары­ның береһе була алған Лев Семёнович Понтря­гин­дың (1908-1988) тет­рән­дер­гес яҙмы­шы ха­ҡын­да мәҡәләне һеҙгә һа­баҡ булыр тигән ниәт менән баҫабыҙ.

prozrenie_lev_pontriyagin_05Мәскәү ҡалаһының бер мәктәбендә Лев исем­ле малай уҡырға йөрөмәй башлай. Аҙна, ун көн үткәс, бер ваҡыт уҡытыусы­ла­ры­ның кәңәше буйынса, синыфташтары уның өйөнә барып ки­лер­гә була. Ишекте Левтың әсәһе аса. Уның йөҙө моңһоу. Малайҙар һаулыҡ һораша һәм баҙнатһыҙ ғына һорай: “Ә ниңә Лев мәктәпкә йөрөмәй?” Әсә ҡайғырып яуап ҡай­тара: “Ул һеҙҙең менән инде уҡымаясаҡ. Уға операция яһанылар. Уңышһыҙ. Лев хә­ҙер күрмәй һәм үҙ аллы йөрөй алмай...” Ҡатындың күҙҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрәй.

Малайҙар өнһөҙ ҡала, бер-береһенә ҡара­ша. Һәм шунда берәүһе ышаныслы итеп: “Ә беҙ уны мәктәпкә сиратлап йөрөтәсәкбеҙ,” – ти!

– Өйгә лә оҙатасаҡбыҙ!

– Дәрестәрен дә эшләргә ярҙам итәсәкбеҙ, – тип, бер-береһен бүлдерә синыфташтары.

Әсә кеше, ҡалтыранған ҡулдарын күкрәгенә һалып, башын сайҡай-сайҡай, тағы ла күҙ йәш­тәрен һөртә. Бер аҙҙан, ҡулдарын алға һоноп, юлын эҙләгән Лев күренә. Күҙҙәре аҡ марля менән уралған. Малайҙар ҡатып ҡала. Шунда ғына улар дуҫтары менән ниндәй бәлә булған­лығын ысынлап аңлай.

Лев хәлһеҙ генә синыфташтары менән иҫән­ләшә. Малайҙар кемуҙарҙан шаулай башлай:

– Иртәгә мин һине мәктәпкә алып барам.

– Ә мин алгебранан нимә үткәнебеҙҙе һөйләр­мен.

– Ә мин – тарихтан...

Лев кемде тыңларға ла белмәй, ә бары аптырап башын һелкә. Әсә йөҙөнән шишмә булып күҙ йәштәре аға.

 
Тап сериалдағы кеүек… PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мәңгелек сер
07.12.2016 13:56

MenSer_logo9-сы, 10-сы һандарҙағы теманы дауам итеп

“Бәйләнештә” хәбәрҙәр таҫмаһын ҡарап ултырған бүлмәләш ҡыҙыҡайҙың: “Бына һиңә мә, үәт әй!” – тигән хәбәренә ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, мин дә ноутбук экранына барып ҡапландым. Фотола – туй күл­дәгендә сибәр ҡыҙ, ә эргәһендә – мыҡты ғына кәүҙәле кейәү егете.

“Был – ауылдаш ҡыҙыҡай, мәктәптә ми­нән ике синыфҡа түбәнерәк уҡығайны. Ә егете беҙгә математиканан белем бирҙе, – тип та­ныш­тырҙы Гөлназ. – Шул икәүҙең өйләнешеүе башҡа ла килмәгәйне. Ҡыҙҙы әйттәм, Рәзилә­не, ҡасандыр ҡыҙыҡ күреп кенә шул уҡытыусы егеткә бәйләнә башлағанйы. “Яратҡан уҡытыу­сым” тигән сериалдағы кеүек килеп сыҡты инде, сюжетын нәҡ ошо осраҡтан алғандар, тиерһең”, – тип әхирәтем ба­рыһын да баштан төшөп һөйләргә кереште.

Рәзилә бәләкәйҙән математика фәнен ярат­маған. Өлкән синыфтарҙа уныһы алгебра, гео­мет­рияға бүленгәс, бөтөнләй кикереге шиңә ҡыҙыҡайҙың.

Туғыҙынсы синыфты тамамлағанда йыллыҡҡа “3”-лө ал­ғас, аптыраған әсәһе ҡыҙын колледжға ебәреп ҡарай, йә БДИ-ға теше үтмәҫ тип ҡурҡа ул. Ә Рәзилә, ни булһа ла булыр, тип, үҙ мәктә­бендә уҡырға ҡалырға ҡарар итә.

Ул шулай унынсыға күскән йылда математика уҡытыусыһы итеп яңы ғына университет тамамлаған йәш егетте тәғәйенләйҙәр. Уҡытыу­сының сибәр булыуына һушы киткән Рәзилә, уның дуҫлашҡан ҡыҙы юҡлығын белеп ҡалғас, уҡыу ҡайғыһын артҡы планға күсереп ҡуя.

Уҡытыусы менән уҡыусы араһында шәхси мөнәсәбәттәр булырға тейеш түгел тигән ҡағи­ҙәне белһә лә, Рәзилә был егетте үҙенә ҡаратырға тигән маҡсатына нисек тә ирешергә юлдар эҙләй. Мөхәббәт йәшкә ҡарамай, тип тынысландыра икән үҙен.

Уҡытыусының алдында гелән йәлкелдәп йө­рөр­гә шуҡ ҡыҙға һылтауы ла табыла. Уға алгеб­ра һәм геометриянан өҫтәлмә дәрестәр кәрәк, имеш, юғиһә, был фәндәр бөтөнләй аң­лашыл­май. Нимә эшләһен инде тегенеһе, уҡыу­сының өлгәше уҡытыусының үҙ предметын нисек аң­латыуынан тора, шуға күрә өҫтәлмә дәрестәргә ризалаша. Тик бер үҙенә генә айырым түгел, шуға ла ҡыҙға имтиханға әҙерләнгән ун берен­селәргә ҡушылырға тура килә.

Егеттең йөрәген яулау планы бик тиҙ тормош­ҡа ашмағанға бер аҙ көйөнһә лә, ниһайәт, ҡыҙ әҙерәк был фәндең асылына төшөнә һәм хатта яҡшы билдәләргә өлгәшә башлай.

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 3 из 41

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?