"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

IТ-сектор. Замана һөнәрҙәре PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
27.02.2017 00:00

Мәғлүмәт технологиялары – тиҙ үҫешкән тар­маҡ­тар­ҙың береһе. Про­ект­лау, йөк ташыу, ресурстар һәм кешеләр ме­нән идара итеү, мар­кетинг һәм бү­тән өлкәләр – ба­ры­һы ла мәғлүмәт технологиялары йоғонтоһона бирелә.

 
Ҡәҙерле дуҫтар! Журналыбыҙҙың шаҡай(февраль) һаны донъя күрҙе. Ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле. PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
27.02.2017 00:00

Февраль, тиһәк, барыбыҙҙың да  хәтеренә, келт итеп, әһә, был айҙа 23 февраль  бит  әле, ир-егеттәр байрамы  тигән уй килә. Шуға был һанда материалдарҙың күпселеге  Ватанды  һаҡлаусылар көнөнә бағышланыуы  бер ҙә ғәжәп түгел.

 
Йәш хәбәрселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Йәш хәбәрселәр
22.02.2017 00:00
Уларҙың исем-шәрифе журналыбыҙҙы даими уҡып барыусыларға яҡшы таныш.
 
“Оҫтахана” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ! Конкурс киләһе йылда ла дауам итә! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Конкурстар
22.02.2017 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар! “Оҫтахана” кон­курсына йомғаҡ яһалды. Ул йыл буйына “Бәйлә­неш­тә” сай­тын­дағы төркөмөбөҙҙә алып барылды.

 
“Аманат”тың йыл һылыуы–2016 – Тәнзилә Таһирова PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Беҙҙең журнал тышында
22.02.2017 00:00
Ai_HuluyЙыл дауамында барған сираттағы һылыуҡай­ҙар конкурсы “Ай, һылыу!” бәйгеһе һәр ваҡыт­тағыса бик көсөргә­нешле барҙы. Һәр ай һайын ай һылыуы исеменә лайыҡ булған 12 ҡыҙҙың һәммәһе лә беренселеккә сығырлыҡ ине. Ләкин кемдер берәү еңеүсе булырға тейеш бит!

Шулай итеп, 2016 йылдың Йыл һылыуы исе­менә Йылайыр районының Һабыр ауылы ҡыҙы Тәнзилә ТАҺИРОВА лайыҡ булды!

 
2017 йылдың эмблемаһы бар PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
22.02.2017 00:00

Республикабыҙҙа 2017 йылдың – Экология һәм махсус һаҡланған тәби­ғәт би­лә­мәләре йылының – эмблемаһы раҫланды.Yanluktar_2017_god-Eco_RB

 
Бына улар “Аманат”тың Сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәре PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Яҙыл да бүләк от!
22.02.2017 00:00

ВЕЛОСИПЕД – Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан Морат Алсынбаевтың бәхетенә насип булған икән!

ПЛАНШЕТ – Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Нәргизә Сабитоваға тапшырыласаҡ, Алла бирһә!

СМАРТФОН – Баймаҡ ҡалаһынан Йәмил Сәйҙәлиевтың өлөшөнә төштө.

 
Ҡәҙерле дуҫтар, журналыбыҙҙың һыуығай(ғинуар) һаны донъя күрҙе. PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
22.02.2017 00:00
Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле.
Журналдың тәүге битен асыу менән “Аманат”тың сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен күрәбеҙ. Ҡиммәтле приздарыбыҙ бына кемдәрҙең өлөшөнә төшкән!
 
Ҡомһоҙлоҡ ҡорбаны. Вьетнам әкиәте PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Һабаҡ
08.02.2017 00:00

Борон заманда ағалы-энеле ике туған йәшә­гән, ти. Өлкәне һаран һәм ҡомһоҙ булған. Ата-әсәләренән ҡалған бар мөлкәтте үҙенә генә ҡармап алған, ти. Энеһенә иҫке аласыҡ ҡына ҡалған. Шуға энеһе аласыҡ янындағы сейә емештәрен һатып көн күрергә мәжбүр булған. Әммә бер йылды, сейә өлгөрөү менән, ғәләмәт ҙур Ҡарға осоп килгән дә, емештәрҙе сүпләп бөтөргән, ти. Асҡа үләм инде, тип ҡайғырып ултырғанда, ҡапыл Ҡарға әҙәмсә ауаз һалған.

– Бер бөртөк сейә өсөн бер тәңкә алтын бирәм! – тигән ул. – Янсығыңды әҙерлә!

Янсыҡ әҙер булғас, Ҡарға, арҡаһына ултыртып, ярлы егетте алтын-көмөш тулы утрауға алып килгән. Егет янсығын тултырғас, Ҡарға уны аласығына ҡайтарып ҡуйған, ти.

Быны ишетеп, өлкән ағаһы үлә яҙып көнләш­кән, ти. Бәхетенә ҡаршы, Хоҙайҙың хикмәте, уның сейәһенә лә теге Ҡарға эйәләшкән, ти.

– Бер бөртөк сейә өсөн бер тәңкә алтын бирәм! – тигән Ҡарға. – Янсығыңды әҙерлә!

Ҡомһоҙ кеше янсыҡҡа ҡәнәғәт буламы һуң инде, иләмһеҙ ҙур ҡапсыҡ теккән. Теге тылсымлы утрауҙа шул ҡапсыҡты шыплап тул­тырғас, Ҡарға арҡаһына менеп ултырған. Ҡар­ға, оса-оса арыған да, ҡанаттарын ял ит­тер­мәксе булып, елпенеүҙән туҡтаған. Теге ҡомһоҙ зат ҡапсығы-ние менән шыуып төшөп, диңгеҙ төбөнә сумған, ти.

Шунан һуң “Нәфсе белгән – янсыҡ тултырған, ҡомһоҙ ҡомға ултырған” тигән әйтем пәйҙә булған, имеш.

 

Рәдиф ТИМЕРШИН

тәржемә итте.

 
Башҡорт мөсәле буйынса тауыҡ йылы килә PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мөғжизәле донъя
12.12.2016 00:00
2017 йыл Көнсығыш календары буйынса – әтәс, ә баш­ҡорттарҙың 12 йыллыҡ мөсәл иҫәбендә тауыҡ йылы тип хисаплана. Мө­сәл календары мәжүсилек дәүеренән үк килгәс, был йорт ҡошо ла беҙҙә күптән үрсе­теләлер, сөнки халыҡта тауыҡҡа бәй­ле мифик төшөнсәләр бик күп: тауыҡ име (дауалау), ауырыуҙы тауыҡ ҡаны менән осоҡлау, тауыҡ йөрәге ултыртыу, тауыҡ тиҙәге менән дауалау һ. б.
 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 2 из 42

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?