"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

Ғибрәт ғалим. Һинд әкиәте PDF  | Печать |
Һабаҡ
22.02.2017 00:00

Habak_logoБорон заман Һинд ярымутрауында бер нисә дәүләт булған.

 
Нисек доға ҡылырға? PDF  | Печать |
Һабаҡ
08.02.2017 13:48

 

Һәр беребеҙҙең тормошонда шундай ваҡыттар була, ул сағында береһе лә яр­ҙам ит­мәҫтәй кеүек тойола, йәки ва­ҡиға­ларҙың хәйерле тамамланыры нин­дәй­ҙер мөғжи­зә менән генә булыуы ихтимал һы­маҡ. Шул саҡ эргә-тирәләгеләр, ғәҙәттә, доға уҡырға кәңәш итә. Бәғзе­ләре махсус доғалар йыйынтығын да ҡулға килтереп тоттора.

Әлбиттә, бындай ки­тап­тары бул­ған­дар­ға рәхәт. Улар теләгән доғаһын табып уҡый ҙа ҡуя… Ә ундай китабы булмағандарға нимә эшләргә? Иң тәү­ҙә шуны әйтергә кәрәк: Аллаһ тәғәлә­нең ҡөҙрәте сикһеҙ һәм Ул барлыҡ телдәрҙе лә бер үк яҡшы аңлай. Ул хатта кешеләрҙең яңы ғына күңелендә ярал­ған теләк-ниәттәрҙе лә белеп тора. Шуға Хоҙайға мөрә­жәғәт итер өсөн «махсус тел» белергә кәрәк икән тип уйлау дөрөҫ түгел.

Раббыбыҙға беҙҙең ихласлығыбыҙ, Уға ысынлап та ышаныуыбыҙ, Уның ҡөҙрәтен таныуыбыҙ мөһим. Шуға әгәр һеҙ үҙегеҙҙең теләгәнегеҙҙе Аллаһтан ихлас күңел менән һораһағыҙ, был үтенесегеҙ ҙә уға доға кеүек барып етәсәк һәм уның ҡабул булыуы бик тә ихтимал.

Аллаһ кешеләргә Уға ышанырға, Унан теләгән нәмәләре хаҡында һорарға ҡуш­ҡан. Һораған бәндәһенә тейеш­леһен бирергә вәғәҙә лә ҡылған. Был мәғ­лүмәттәр беҙгә бәй­ғәм­бәрҙәр һәм хаҡ китаптар аша килеп еткән. Шуға, доға ҡылып, Хоҙай­ҙан ни­мә­лер һорау – һис тә оят түгел, киреһенсә, һеҙ­ҙең ысын инаны­уы­ғыҙҙы иҫбат­лаусы күр­һәткес.

Шулай уҡ Яңы йыл төнөндә теләк теләү­се­ләргә бәйле бер ни­сә фекер... Әлбит­тә, һеҙҙең тап 31 декабрь менән 1 ғинуар ара­һында телә­гән теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ мот­лаҡ тор­мош­ҡа ашасаҡ тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Сөнки, төптәнерәк уйлап ҡара­һаң, был төн баш­ҡаларҙан бер ере менән дә айырылмай. Әммә, үрҙә әйтелгәнсә, доғағыҙ ихлас күңел­дән һәм Аллаһ Тәғәләгә арналған булһа, уның ҡабул булыуы бик ихтимал.

 

Ашағандан һуң уҡыла торған доға:

 

اَلْحَمْدُ لِلهِ الَّذِي أَطْعَمَنَا وَ سَقَانَا وَ جَعَلَنَا مِنَ الْمُسْلِمِينَ

(Әл-хәмдү лил-ләәһи лләҙии әтғәмәнәә үә сәҡәәнәә үә джәғәлнәә минәл-муслимиин)

Тәржемәһе: Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман яһаған Аллаһҡа дан.

 

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

 
Ҡомһоҙлоҡ ҡорбаны. Вьетнам әкиәте PDF  | Печать |
Һабаҡ
08.02.2017 00:00

Борон заманда ағалы-энеле ике туған йәшә­гән, ти. Өлкәне һаран һәм ҡомһоҙ булған. Ата-әсәләренән ҡалған бар мөлкәтте үҙенә генә ҡармап алған, ти. Энеһенә иҫке аласыҡ ҡына ҡалған. Шуға энеһе аласыҡ янындағы сейә емештәрен һатып көн күрергә мәжбүр булған. Әммә бер йылды, сейә өлгөрөү менән, ғәләмәт ҙур Ҡарға осоп килгән дә, емештәрҙе сүпләп бөтөргән, ти. Асҡа үләм инде, тип ҡайғырып ултырғанда, ҡапыл Ҡарға әҙәмсә ауаз һалған.

– Бер бөртөк сейә өсөн бер тәңкә алтын бирәм! – тигән ул. – Янсығыңды әҙерлә!

Янсыҡ әҙер булғас, Ҡарға, арҡаһына ултыртып, ярлы егетте алтын-көмөш тулы утрауға алып килгән. Егет янсығын тултырғас, Ҡарға уны аласығына ҡайтарып ҡуйған, ти.

Быны ишетеп, өлкән ағаһы үлә яҙып көнләш­кән, ти. Бәхетенә ҡаршы, Хоҙайҙың хикмәте, уның сейәһенә лә теге Ҡарға эйәләшкән, ти.

– Бер бөртөк сейә өсөн бер тәңкә алтын бирәм! – тигән Ҡарға. – Янсығыңды әҙерлә!

Ҡомһоҙ кеше янсыҡҡа ҡәнәғәт буламы һуң инде, иләмһеҙ ҙур ҡапсыҡ теккән. Теге тылсымлы утрауҙа шул ҡапсыҡты шыплап тул­тырғас, Ҡарға арҡаһына менеп ултырған. Ҡар­ға, оса-оса арыған да, ҡанаттарын ял ит­тер­мәксе булып, елпенеүҙән туҡтаған. Теге ҡомһоҙ зат ҡапсығы-ние менән шыуып төшөп, диңгеҙ төбөнә сумған, ти.

Шунан һуң “Нәфсе белгән – янсыҡ тултырған, ҡомһоҙ ҡомға ултырған” тигән әйтем пәйҙә булған, имеш.

 

Рәдиф ТИМЕРШИН

тәржемә итте.

 
ҠАТЫ БӘҒЕРЛЕЛЕК – БӘЛӘ БАШЫ PDF  | Печать |
Һабаҡ
07.12.2016 11:56

habak“Аманат”, мин үҙемдең бер серемде яҙып үткем килә...

Был хаҡта бер кемгә лә һөйләй алмайым, ә күңелгә ҡыйын.

Нисек тә булһа шул ауыр тойғоно еңеләйтергә ине лә. Булырмы икән? Мин бит үлтер­ҙем...

Habak_Telenok1Был хаҡта әсәйгә лә, атайға ла әйтмәнем. Бер яҡтан, ҡурҡам да, икен­се яҡтан, үҙҙем­де тота алмағанымдан ғәрләнәм. Ә һөҙөм­тәлә – ғаилә­беҙ ҡаза күрҙе.

Хәҙер иҫләүемсә, эш былай булды: мин, көн дә мәктәптән ҡайтҡас, һарайға сығып, мал­дарҙың тиҙәген таҙартып, быҙауҙарға һыу эсерәм, бесән һалам һ.б. Быйыл бер быҙа­уы­быҙ әллә ниндәй тынысһыҙ булды, һыу ҡой­ған­да ла, бесән һалғанда ла башҡа­лары кеүек көтөп тормай, иң беренсе булып тығылып ки­лә. Тиҙәк таҙартҡанда ла, ҡул аҫ­тында йө­рөп, ҡамасаулай. Өйөп ҡуйған ҡыйҙы тапап туҙҙыра. Кискелеккә бик­ләйем тиһәң, уры­нына инмәй ҡаҡшата.

Шул быҙау бер көн, көрпә бутҡаһын мал­дарға өләшеп торғанымда, биҙрәгә башын ты­ғып, мине ҡолатҡансы этеп ебәрҙе. Был йыйылып кил­гән асыуымдың һуңғы тамсыһы бул­ды, шикелле, аңғармай ҙа ҡалдым, тө­йөл­гән йоҙороҡ менән тегенең ҡабырғаһына төрт­төм. Нисек һуҡҡа­нымды хәҙер үҙем дә иҫ­лә­мәйем, ҡулым да ауыртманы, хатта бы­ҙау­ҙың ҡабырғаһы ла мамыҡ кеүек йоп-йом­шаҡ тойолдо. Быҙау иһә бер аҙ шаңҡып тора бирҙе лә, ҡапыл тынысланды. Ике-өстө йүткереп кенә алды, әммә эштәрем­де лә тамам бөтөргәнсе бүтән ҡаңғыртманы. Кәр­тәнән сыҡҡанымда ла әллә нисек тыныс то­роп ҡалды.

Ә икенсе көнөнә быҙауыбыҙ ятты ла ҡуйҙы. Әсәй менән атай уға да­рыуҙар ҙа эсереп ҡа­раны. Файҙаһы булманы. Кискә табан үлде...

Мин, әлбиттә, быҙауға һуҡҡанлығым тура­һын­да бер кемгә лә әйт­мәгәйнем. Сөнки эш­тәрҙең былай барып бөтөрөн башыма ла кил­тер­мәгәйнем. Һуң, һарайҙағы мал-тыуарға көн һайын һуғаһың да, тибәһең дә, тигән шикелле, ә улар “ыһ” та итмәй. Ә быныһы...

Шунан, быҙауҙың үлемендә үҙем ғәйепле икәнлекте аңлағас, был ту­рала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡарар ҡылдым. Тик был хаҡта уйла­ныуҙар ғына һаман күңелде өйкәй, күпме генә ваҡыт үтһә лә, онота алмайым. Выждан ғазабы кисерәм: мин бит – ғәйепле!

Руслан.

 

Был хатты, аңлауыбыҙса, өлкән синыф уҡыу­сыһы яҙған. Һәм ул, ауылда йәшәп, көн дә мал-тыуарын ҡарай, тимәк, физик яҡтан ярайһы уҡ көслө. Ошоларҙы иҫәп­кә алып, башҡаларға ла ғибрәт булһын тигән фекеребеҙҙе еткереп ки­тәйек:

Был осраҡтағы бәләнең башы – нин­дәй­ҙер кимәлдә ҡаты бәғерле­лек­тән, йәғни, ныҡ итеп асыуланып, тере йән эйәһен йәлләмәй ғәмәл ҡылыуҙан, нин­дәйҙер кимәлдә уйламай эш итеү­ҙән һәм шулай уҡ үҙең­дең көсөңдө дөрөҫ баһала­мауҙан килә. Шул уҡ мәл­дә бы­ларҙың да үҙ сәбә­бе бар – егет үҫмер сағын ки­серә. Ҡапыл ҡыҙып ки­теү, асыу­ланыу, эштең аҙағын уйламау, мөмкин­лек­тәреңде дө­рөҫ баһаламау – күп үҫ­мер егеттәр өсөн хас күренеш. Нимә­һе генә ҡыуандыра: хаттан күре­неүенсә, егет быҙауҙы үлте­рер­гә теләп һуҡма­ған һәм был ҡылығы өсөн әле выждан ғазабы кисерә, үкенә.

 
“Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, бер-берегеҙгә ҡушамат аташмағыҙ!” PDF  | Печать |
Һабаҡ
09.11.2016 10:46

_“Эх, ошолар­ҙың синыфы! Килеп инә­һең... зоопарккамы ни!” – тип көлә тор­ғай­ны беҙ­ҙең уҡытыу­сыбыҙ. Сөнки сины­фы­быҙ­ҙа бер-беребеҙ­гә “хомяк”, “волчара”, “кар­ку­ша”, “мед­ведь”, “змей”, “брой­лер” кеүек хай­уан исемдәрен ҡушамат итеп ҡушып бөтөр­гән инек һәм тәнәфестә бер-бере­беҙ­гә исем­ләп түгел, ә шул ҡушамат­тар буйын­са өн­дәшә инек...

Хәҙер­ге көн­дә уй­лап ҡарайым да, ҡайһылай алйот бул­ғанбыҙ тип ҡуям. Үҙебеҙ­ҙең атай-әсәй­ҙә­ребеҙ тыуған сағыбыҙ­ҙа бир­гән исем­дәр­ҙе ниңә улай ҡәҙер­һеҙ­лә­гәнбеҙ икән? Исемдәр бит юҡ­тан ғына алып ҡушыл­май. Уны мәғәнә­һенә, матур­лы­ғына ҡарап һай­лап алалар. Күп осраҡ­та исемде тотош ғаиләләр, туған­дар, дуҫтар менән һай­лай­ҙар. Шун­дай ҡәҙер­ле һәм кеше тормошон­да мөһим нәмәне нисек кәм­һетеп ҡушамат­ҡа ал­маш­тырмаҡ кәрәк?

Алйот бул­ғанбыҙ шул... Бөгөнгө аҡылым ул көн­дәр­ҙә бул­һа, бер-беребеҙ­гә насар ҡуш­мат­тар әй­т­термәҫ инем. Әй­телгән һүҙ терелтә лә, үлтерә лә тигән­де ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр, мо­ға­йын. Бына шул ҡушамат­тар ҙа һүҙ булып әй­телә бит! Ә бөгөн ғалимдар һәр һүҙ­ҙең үҙ энер­гияһы бар, уны әй­теү менән һүҙ юҡ­ҡа сыҡмай, ә тирә-яҡ донъялағы мәғлүмәти ысын бар­лыҡ­ҡа инеп урын­лаша, шулай итеп, кешеләр­ҙең яҙмышына йоғонто яһай тип иҫбат итә.

Быға бер миҫал – халҡыбыҙ­ҙағы йөрөгән мәҡәл: һарыҡ­ҡа йөҙ тапҡыр сусҡа тип әй­тһәң, ул хорхолдай баш­лай, тиҙәр. Кешеләр менән дә шул уҡ: берәй бик тә етеш, теремек аҡыл­лы баланы гел генә “алйот” тип әр­ләп йөрөт­һәң, бер аҙ­ҙан ул, ысын­лап та, “алйот”ҡа әй­ләнә баш­лай. Сөн­ки үҙе лә аңламаҫтан, үҙен ысын­лап та алйот тип һанай баш­лай икән!

10-2016-1

Ярай, был мәсьәләнең бер яғы. Ә икен­се я­ғы кешеләр­ҙең ысын исемдәрен үҙ­гәртеп әй­теү. Мә­ҫәлән, Илдар­ҙы – дарик, Азат­ты – азюк, Данисты дан­сик тигән­дәрен ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр. Әле­ге лә бая­ғы исемдәр­ҙең кеше яҙ­мышына йоғонто яһай тигә­ненә әй­ләнеп ҡай­тып, һәр исем­дең үҙенә һалын­ған мәғәнә­һе бар­лы­ғын әй­теп үт­ке килә. Улар­ҙың һәр береһе була­саҡ шәхес тормошона махсус “програм­ма” бирә. Мәҫәлән, ҡыҙ­ҙар­ҙың Ай­һылыу тигән исемен алып ҡарайыҡ. Ул ҡыҙ кешегә ай кеүек һылыу бул­һын, тормош­тоң ҡараң­ғылы­ғын­да яҡ­тылыҡ өләшеп йөрөһөн тип ҡушыл­ған бит. Йәки Илшат­ты алып ҡарайыҡ – ил шатлы­ғы! Тимәк, Илшат исем­ле бала киләсәк­тә иленә шатлыҡ килтереүсе әҙәм булыр­ға тейеш­ тә­баһа! Ә кемдер уға “ишәк” тигән ҡушамат тағыр­ға йөрьәт итә... Әлбит­тә, был ҡушамат­тан малай­ҙың ҡойроғо ла, оҙон ҡолағы ла үҫеп сыҡмаясаҡ. Әм­мә уның аңына ишәк­тәр­гә хас һыҙат­тар (тиҫкәрелек, аңла­маусан­лыҡ, үсексән­лек) инеп ҡалыуы их­тимал.

 


Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?