"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Аманат”тың йыл һылыуы–2016 – Тәнзилә Таһирова PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 1
ХудшийЛучший 
Беҙҙең журнал тышында
22.02.2017 00:00
Ai_HuluyЙыл дауамында барған сираттағы һылыуҡай­ҙар конкурсы “Ай, һылыу!” бәйгеһе һәр ваҡыт­тағыса бик көсөргә­нешле барҙы. Һәр ай һайын ай һылыуы исеменә лайыҡ булған 12 ҡыҙҙың һәммәһе лә беренселеккә сығырлыҡ ине. Ләкин кемдер берәү еңеүсе булырға тейеш бит!

Шулай итеп, 2016 йылдың Йыл һылыуы исе­менә Йылайыр районының Һабыр ауылы ҡыҙы Тәнзилә ТАҺИРОВА лайыҡ булды!

Уның исеме “Аманат”ты алдырыусыларға һис кенә лә ят түгел: әүҙем ҡыҙыҡай журналыбыҙ­ҙағы һәр төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынай, яҙышып та тора. Шул әүҙемлеге өсөн “Ама­нат”тың йәш хәбәрсеһе исемен дә алды ул.

Тәнзилә һылыу ауылы мәктәбендә 10-сы синыфта уҡып йөрөй.Тик “5”ле билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш, өлгөр ҡыҙыҡай төрлө сара­лар­ҙа әүҙем ҡатнаша. Самбо, волейбол, баскетбол түңәрәктәрендә шөғөлләнә.

“Буш ваҡытымды күберәк ижадҡа бүләм, тағы ла бәйләргә, бешеренергә һәм китап уҡырға яратам. Фотоһүрәт төшөрөү – минең иң яратҡан шөғөлөм. Уңайлы мәлде көтөп торам да фото төшөрөргә йүгерәм. Яҙышыуға килгәндә, күңе­лемә нимә килә, шуны шиғыр юлдарына һалам, “Бәйләнештә” селтә­рендә “Тамсыҡай” тип атал­ған төркөмөм дә бар. Быйыл Таңсул­пан апай Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар төбәк конкурсында ҡатнашып, икенсе урын алдым.Тағы ла быйылғы ҡышҡы каникулда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадала ҡатнаштым.

“Аманат”тың һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тырышам. Барлыҡ тиҫтерҙәргә әйтер теләгем шул: “Аманат” менән дуҫ булығыҙ!!!” – ти ул.

Ah-2016_Tezile_Tahirova1Ah-2016_Tezile_Tahirova2Ah-2016_Tezile_Tahirova3

 
Мәҡәлә оҡшанымы? Дуҫтарың да белһен:

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Май
ДшШшШрКсЙмШбЙш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?