"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Аманат”тың йыл һылыуы–2016 – Тәнзилә Таһирова PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 1
ХудшийЛучший 
Беҙҙең журнал тышында
22.02.2017 00:00
Ai_HuluyЙыл дауамында барған сираттағы һылыуҡай­ҙар конкурсы “Ай, һылыу!” бәйгеһе һәр ваҡыт­тағыса бик көсөргә­нешле барҙы. Һәр ай һайын ай һылыуы исеменә лайыҡ булған 12 ҡыҙҙың һәммәһе лә беренселеккә сығырлыҡ ине. Ләкин кемдер берәү еңеүсе булырға тейеш бит!

Шулай итеп, 2016 йылдың Йыл һылыуы исе­менә Йылайыр районының Һабыр ауылы ҡыҙы Тәнзилә ТАҺИРОВА лайыҡ булды!

 
Наилә халыҡ метеорологы булмаҡсы PDF  | Печать |
Беҙҙең журнал тышында
07.12.2016 13:46

Мәләүезгә сәфәрем каникул ваҡытына тап килгәс, балаларҙы уятмайым тип, Яҡуповтар­ҙың иркен йорт ишеген һаҡ ҡына ҡаҡтым.

– Борсолмағыҙ, беҙҙең балалар иртә тороп өйрәнгән ул, – тине, тыйнаҡ ҡына йылмайып, йорт хужабикәһе Зөлфиә Рәйес ҡыҙы.

Amanat_11-2016Ысынлап та, күркәм йорттоң түр яғындағы иҙәнгә йәйелгән балаҫ өҫтөнә ултырып, күпе­реп торған сәс толомдарын иңенә төшөрөп һалған ҡыҙ менән ун йәштәр тирәһендәге малай шахмат уйнай ине. Эргәләрендә көйәр­мән­дәре лә бар – туғыҙ-ун йәштәр тирәһендәге сибәркәй Зөлфиә ханымдың бер туған һеңле­һенең ҡыҙы икән, ял осоронда ҡунаҡҡа килгән.

Беҙ танышҡан арала, төнгө дежурствоһын тапшырып, йорт хужаһы Илһам Сабит улы ла ҡай­тып етте. Ул Мәләүез дауаханаһының йәрә­хәт­тәр бүлеге табибы – хирург. Зөлфиә ханым­дың да эш урыны шунда уҡ: ул – операция шәф­ҡәт туташы. Икеһенең дә эше үтә тынғыһыҙ булһа ла, улар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән.

Әлеге ваҡытта Яҡуповтарҙың өлкән улдары Илгиз Өфө дәүләт нефть-техник университеты­ның дүртенсе курсында белем эстәй. Ралина ҡыҙҙары быйыл Ҡазан дәүләт милли-техник универ­ситеты студенты булып киткән. Ә ҡалған икеһе әлегә өйҙә. Наилә 6-сы лицейҙың алтынсы синыфын­да белем ала, ҡустыһы Наил ошо уҡ белем усағында дүртенселә уҡый.

Наиләнең көн торошон алдан фараз итеүе хаҡында ишетеп килгәйнем мин Мәләүезгә, шуға ла һүҙемде шул юҫыҡҡа борам.

– Көн торошон мин биш йыл тирәһе күҙәтеп барам, – ти Наилә. – 2011 йылда Йомағужала йә­­шә­гән өләсәйемдәргә ҡайтҡайныҡ. Шунда беренсе тапҡыр ҡар күҙе төштө. Өләсәйем: “Иншалла, бы­лай булғас, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр,” – тине. Уның шул һүҙҙәре миңә этәргес булды. Өләсәй­емдең әйткәндәре хаҡ булырмы икән тип, көндәрҙе һанай башланым, үҙем күҙәткәндәремде ҡағыҙға теркәй барам. Ләкин ул йылда ҡырҡ көндән һуң ҡар ятманы ла ҡуйҙы. Ә бары тик илле биш көндән генә ерҙе аҡ юрған ҡапланы. Шул ваҡыттан алып ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһына башланым.

Ныҡыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ күҙәтеүҙәрен көндәлектәргә генә теркәп бармаған, ватман ҡағыҙҙарын бергә йәбештереп, йылдың һәр бер көнөн шунда төшөргән. Бында ниндәй йылдың нисәнсе көнөндә ҡар йәки ямғыр яуыуын да, ҡырау йәки ысыҡ төшөүен дә, һауа темпера­ту­раһы­ның нисек булыуын да күрергә мөмкин. Ҡасан ҡоштар ҡайтҡан, ағастар бө­рө­ләнгән, үләндәр мо­рон төрткән, алмағастар сәскә атҡан, игендәр баш ҡоҫҡан – барыһы ла бар Наиләнең ғилми хеҙмәттәрендә.

Йәш эҙәрмән хаҡында баҫмалар ҙа яҙ­ған, бер нисә тапҡыр үҙен Башҡорто­стан юлдаш телевидениеһына ла саҡырғандар. Шундай тапшырыуҙарҙың береһендә Баш­ҡорто­стан гидрометерология үҙәге етәк­сеһе Анна Казаева ла ҡат­нашҡан. Тапшы­рыуҙы алып барыусы килә­һе йылдың ни­сек булырын башта Наиләнән һораған. Ҡыҙҙың яуабынан һуң һүҙҙе көн торошо буйынса баш белгескә биргәндәр. Бары­һын да ғәжәпкә ҡалдырып, Анна Константиновна ла һүҙмә-һүҙ Наиләнең әйт­кән­дәрен ҡабат­лаған.

– Наиләнең был һәләте тәбиғәттән килмәй, – тип ҡыҙының һүҙҙәренә асыҡлыҡ индерә ға­илә башлығы. – Тынғыһыҙ хеҙмәт емеше ул. Хал­ҡыбыҙ бит элек-электән тәбиғәтте күҙәтеп бар­ған, сағыштырған, юраған. Был, әлбиттә, нес­кә күҙәтеүсәнлектән, һынай белеүҙән килә. Ундай һына­мыштар, ысынлап та, бик күп баш­ҡорт хал­ҡында.

Ә бына эҙләнеү эше менән балалар баҡса­һынан уҡ шөғөлләнә Наилә. Биш йәшендә үк, нәҫелебеҙҙең шәжәрәһен әҙерләп, Сочи ҡала­һында үткән “Мин – эҙәрмән” конкурсында ҡат­нашҡайны. Наиләгә был эштә беҙ ҙә, балалар баҡ­саһындағы тәрбиәсеһе лә ярҙам итте, әл­бит­тә. Сочиҙа уның ырыу ағасына ҙур ба­һа бир­ҙеләр. Шул еңеүҙән ҡанатланып ҡайт­ҡан ҡыҙы­быҙ, йыл һайын үткән төрлө конкурс­тарға үҙе­нең эҙләнеүҙәрен тәҡдим итә башла­ны. Йөрөгән таш шымара, тиҙәр бит, На­илә­нең дә тәжрибәһе артты, белеме лә тәрәнерәк, төп­лөрәк була башланы.

– Атай, картуф баҡсаһында тәжрибә үткәре­үебеҙ тураһында һөйләйемме? – тип һүҙгә ҡушыла Наилә.

Быйыл яҙ йорттарының эргәһендәге катруф сәсеү майҙанын ике өлөшкә бүлгәндәр ҙә, шунда картуф сәскән Яҡуповтар. Бер үк шарт­тарҙа, бер үк тупраҡҡа бер үк орлоҡ һал­ғандар улар. Көҙ көнө майҙандарҙың береһе­нә сәсел­гән оролҡтарҙан йылдағыса уңыш алған­дар, ә икенсе майҙандағы уңыш ике-өс тап­ҡырға күберәк булған.

– Мул уңыштың сере нимәлә һуң? – тип һорайым Наиләнән, ғәжәпләнеп.

 
Утта янмай, һыуҙа батмай – Буранбай батыр икән!!! PDF  | Печать |
Рейтинг пользователей: / 1
ХудшийЛучший 
Беҙҙең журнал тышында
09.11.2016 12:27

Учалы районының Наурыҙ ауылында йә­шәүсе ун бер йәшлек Айнур-Буранбай Ман­нанов яҙғы ташҡын ваҡытында ете йәш­лек Алмас Ғәбиҙуллинды һыуҙан ҡот­ҡарып, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.

mannanovtar...Ҡапҡаны асыуыма болдор аҫтынан көсөк килеп сыҡты. Ят кешегә өрөр урынға, башын тегеләй-былай һалып, ҡойроғон ҡыуанып бол­ғаны.

– Ҡурҡмағыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ, көсөктәре теш­ләшмәй, – тине артымса килгән бер олатай, ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалыуымды шәйләп.

– Мин “Аманат” журналына яҙыр өсөн ҡот­ҡарыусы батыр егетте эҙләйем, дөрөҫ килдем­ме икән? – тинем һаулыҡ һорашҡас.

– Эйе, дөп-дөрөҫ! Буранбай ошонда йәшәй, – тип раҫланы аҡһаҡал.

– Ой-й, миңә ни Айнур кәрәк ине лә ул, – блокнотты сығарып, фамилияһын ҡараным, – Маннанов...

– Шул Айнур – Буранбай инде ул! – тине ми­нең менән бергә ихата эсенә инә башлаған оло кеше. – Буранбайҙы матур итеп тәрбиә­лә­гән олатаһы Сарим менән өләсәһе Таңһылыуҙы маҡтап яҙырға онотмағыҙ!

Шул арала баҡсанан хужалар күренде, улар­ҙың тауышын ишеткәс, көсөк тә абаларға ке­реш­кән булды, йәнәһе лә, “мин үҙ бурыстарымды теүәл үтәйем, күрегеҙ, ишетегеҙ”. Һәй­бәт кешеләрҙең эттәре лә яуыз түгел: саҡ ҡына өрҙө лә яңынан ҡойроғон күңелле бол­ғарға тотоно. Таңһылыу Ис­кәндәр ҡыҙы менән Сарим Нурулла улы Иркәбаев­тар­ға нин­дәй йомош менән йө­рөүемде аң­латҡас, хужаби­кә ҡул­дарын алъяп­ҡысына һөртөп, өҫ-башын төҙәтте:

– Буранбай ни йылғала балыҡ тота, хәҙер йүгереп барып са­ҡы­рып киләйем...

– Ҡуй, кәрәкмәй, үҙем йылға буйына төшәм, – тип, баҡса эш­тәре менән мәж килгән хужа­ларҙы ваҡытһыҙ борсоп йөрө­гәнгә уңай­һыҙ­ланып, яңғыҙым ғына Яйыҡ буйына төшөргә йыйындым. Лә­кин кемдең тарихи ваҡи­ғанан сит­тә ҡалғыһы кил­һен? Шуға ла бер аҙҙан беҙ, күмәкләп, тотош отряд булып, Буранбайҙы эҙләп киттек. Әллә ҡайҙа алыҫҡа юлланып өл­гөр­мәнек (йылға картуф баҡсаһы артында ғына гөрләп ағып ята икән), ҡаршыбыҙға пластмасс һауыт тотҡан ҡарасман малай йүгереп килде.

balyk– Беҙ суртан тоттоҡ! – тип һөйөнсөләп, ул балыҡты сығарып күрһәтергә иткәйне, йыртҡыс бармағынан эләктереп алды. Ҡанап уҡ киткән бармағы ауыртҡандыр ҙа инде, йөҙөн саҡ ҡына сирҙы, әммә иламаны.

– Ҡалай батыр! – тип һоҡландым бәләкәскә. – Мине шулай суртан тешләһә, донъя тултырып шарылдап илар, бәлә һалыр инем күптән.

– Һуң, батырҙың ҡустыһы бит ул, – тиеште өлкәндәр. – Буранбайҙың ҡустыһы Айсар! Ана үҙе лә! Буранбай, һиңә килгәндәр!

Ҡыуалын ипле генә йыйып тотҡас, Айнур-Буранбай һәлмәк атлап яныбыҙға күтәрелде:

– Һаумыһығыҙ, – тине ишетелер-ишетелмәҫ. Батыр булғас, тауышы дыңғырлап торорға, бу­йы – ике метр, иңбаштары бер метр булырға тейеш кеүек ине. Юҡ, ябай, ҡаҡса ун бер йәш­лек малай. Әммә күкрәгендә типкән сая йөрәге уны барыбыҙҙан ҡалҡыуыраҡ итә. Аҙ һүҙле. Һәр һүҙен үлсәп, уйлап әйтә. Ҡараштары уйсан.

– Нисек ҡурҡмайынса һыуға ташландың? – тинем, танышҡас.

– Уйларға ваҡыт булманы.

– Велосипеды менән һыуға ҡолаған Алмасты ҡотҡарам тип, үҙеңде лә ташҡын алып кит­һә­се?

– Юҡ, мин һәйбәт йөҙәм, ә Алмас йөҙә бел­мәй.

– Ә ниңә икенсе тапҡыр һыуға төштөң?

– Велосипедын сығарҙым... Ағып китһә, Алмас ҡайғырыр, тип уйланым.

– Алмасты һыуҙан сығарғас, ни эшләнең?

– Уға, бар, ҡайт, тинем. Лысма һыу ине. Һыуыҡ үткәреп ҡуйма­һын, тип уйланым.

– Ә үҙең?

– Мин дә ҡайттым... Балыҡ ҡай­ғыһы китте...

 


Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!
2017
Апрель
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?