"Аманат"ҡа - 87!

Ubiley-2016-1

"Аманат"ҡа онлайн яҙылыу!

 

Агентство по печати и СМИ РБ.

Осраҡлы фотолар

"Аманат" Йондоҙлоғо

Республикала һауа торошо

AddThis Social Bookmark Button
"Amanat" is the best magazine!



Сайтҡа йән өрҙө:
ShomArtStudio башҡорт сайттары

“Аманат”тың ҡырпағай һанында PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
01.12.2016 11:17

“Аманат”тың ҡырпағай һанында ниҙәр бар икән? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ.

Журналды асыу менән “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы синыфтарҙың исемлектәрен һәм фотоһүрәттәрен күрәбеҙ. Акцияға Көйөргәҙе районы Илкәнәй мәктәбенең 5-се, 6-сы, 7-се синыфтары (етәксеһе – Зөһрә Сабир ҡыҙы Мөхәмәтшина), Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең 6-сы синыфы (етәксеһе – Илмира Илфат ҡыҙы Динисламова) һәм Байғаҙы мәктәбенең 3-сө синыфы (етәксеһе – Нәзирә Ғүмәр ҡыҙы Сабитова), Баймаҡ районы 1-се Төркмән мәктәбенең 4-се синыфы (етәксеһе – Фәимә Нурғәли ҡыҙы Ихсанова) һәм Күмертау ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс белем биреү мәктәбенең 4-се синыфы (етәксеһе – Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы Әлибаева) уҡыусылары ла ҡушылды. Афарин, дуҫтар!

“Аманат” журналы һеҙҙең өсөн төрлө конкурстарҙы өҙлөкһөҙ үткәреп тора. Был юлы “Игеҙәгем – биҙәгем” тигән хәтәр шәп конкурс иғлан итә. Унда һеҙ генә түгел, атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, олатай-өләсәйҙәрегеҙ ҙә ҡатнаша ала. Игеҙәктәрҙең йәшен сикләмәйбеҙ. Шулай итеп, һеҙҙән фотоһүрәттәр көтәбеҙ.Конкурста ҡатнашасаҡ игеҙәктәргә бәйле булған берәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға тураһында ла яҙып ебәрергә онотмағыҙ.

11_2016

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғыр һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе дауам итә. Журнал тышлығындағы һылыу ҡыҙ – Мәләүез ҡалаһынан йәш һәүәҫкәр метеоролог Наилә Яҡупова. Уның тураһында танылған журналист Сибәғәт Рахманғоловтың мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.

“Башҡорт тарихы” рубрикаһында тарихсы Азат Юлан башҡорт халҡының йүкә һәм тал сыбығын үреп эшләнгән һауыттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтары тураһында бәйән итә.

“Һабаҡ” рубрикаһында бирелгән Руслан исемле үҫмерҙең выждан ғазабы кисереүе тураһындағы хаты һәм шунда уҡ уға төбәп яҙылған Мансур Ҡаҙаҡаевтың яуабы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән уйҙабыҙ.

 
Осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡал! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
28.11.2016 11:07

1–11 декабрҙә Рәсәй Почтаһы яҙылыу декадаһын ойоштора һәм махсус ташламалар яһай!

Мәҫәлән, тап ошо көндәрҙә 73317 (МАП), П2706 (ПАП) индекстары буйынса “Аманат” журналына ярты йылға яҙылһағыҙ – ташлама 29,56 һум буласаҡ!
(295,86 һум урынына – 266,3 һум).

Ә П3396 (ПАП) индексы буйынса 1 йылға яҙылғанда – 52,6 һум!
(526,68 һум урынына – 474,08 һум).

dekada-desyatka

 
Ишҡолдарға - афарин! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
24.11.2016 15:20

“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылыусы Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенең 3-сө синыфы уҡыусыларына (етәксеһе – Зилә Мазһар ҡыҙы Ҡаһарманова) редакцияның Маҡтау билдәһе һәм Рәхмәт кәлимәһе әҙер!

rakhmatnama_ishkol rakhmatnama_ishkol1

 
"Аманат"лы ла, бүләкле лә булығыҙ! PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
24.11.2016 15:08

Дуҫтар! “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Бына бөгөн генә Күмертау ҡалаһынан хат килеп төштө. М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева) акцияға дәррәү ҡушылды. Афарин, Күмертауҙар! Башҡалар ҙа һеҙҙән үрнәк алып, синыф, тотош мәктәп менән журналға яҙылыр, тигән өмөттәбеҙ.

kumertay

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2017 йылға "Аманат"ҡа яҙылыу тамамланғансы, йәғни декабрҙең аҙағына хәтлем дауам итәсәк “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акцияларында донъялағы бөтөн синыфтар ҙа ҡатнаша ала.

Акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте, ә директорға — Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға – Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһенә, йәки яҙылыуҙы ойоштороусы бүтән кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.

 
"Аманат"–2017 PDF  | Печать |
Яңылыҡтар - Һуңғы яңылыҡтар
16.11.2016 10:31

Баймаҡ районы 1-се Төркмән мәктәбенең IV синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Фәимә Нурғәли ҡыҙы Ихсанова) менән Бөрйән районы Байғаҙы мәктәбенең III синыф уҡыусылары (синыф етәксеһе – Нәзирә Ғүмәр ҡыҙы Сабитова) бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылып, журналыбыҙҙың Маҡтау билдәһенә һәм Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

turkman_1 turkman_2

turkman_3 turkman_4

 
Утта янмай, һыуҙа батмай – Буранбай батыр икән!!! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Беҙҙең журнал тышында
09.11.2016 12:27

Учалы районының Наурыҙ ауылында йә­шәүсе ун бер йәшлек Айнур-Буранбай Ман­нанов яҙғы ташҡын ваҡытында ете йәш­лек Алмас Ғәбиҙуллинды һыуҙан ҡот­ҡарып, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.

mannanovtar...Ҡапҡаны асыуыма болдор аҫтынан көсөк килеп сыҡты. Ят кешегә өрөр урынға, башын тегеләй-былай һалып, ҡойроғон ҡыуанып бол­ғаны.

– Ҡурҡмағыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ, көсөктәре теш­ләшмәй, – тине артымса килгән бер олатай, ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалыуымды шәйләп.

– Мин “Аманат” журналына яҙыр өсөн ҡот­ҡарыусы батыр егетте эҙләйем, дөрөҫ килдем­ме икән? – тинем һаулыҡ һорашҡас.

– Эйе, дөп-дөрөҫ! Буранбай ошонда йәшәй, – тип раҫланы аҡһаҡал.

– Ой-й, миңә ни Айнур кәрәк ине лә ул, – блокнотты сығарып, фамилияһын ҡараным, – Маннанов...

– Шул Айнур – Буранбай инде ул! – тине ми­нең менән бергә ихата эсенә инә башлаған оло кеше. – Буранбайҙы матур итеп тәрбиә­лә­гән олатаһы Сарим менән өләсәһе Таңһылыуҙы маҡтап яҙырға онотмағыҙ!

Шул арала баҡсанан хужалар күренде, улар­ҙың тауышын ишеткәс, көсөк тә абаларға ке­реш­кән булды, йәнәһе лә, “мин үҙ бурыстарымды теүәл үтәйем, күрегеҙ, ишетегеҙ”. Һәй­бәт кешеләрҙең эттәре лә яуыз түгел: саҡ ҡына өрҙө лә яңынан ҡойроғон күңелле бол­ғарға тотоно. Таңһылыу Ис­кәндәр ҡыҙы менән Сарим Нурулла улы Иркәбаев­тар­ға нин­дәй йомош менән йө­рөүемде аң­латҡас, хужаби­кә ҡул­дарын алъяп­ҡысына һөртөп, өҫ-башын төҙәтте:

– Буранбай ни йылғала балыҡ тота, хәҙер йүгереп барып са­ҡы­рып киләйем...

– Ҡуй, кәрәкмәй, үҙем йылға буйына төшәм, – тип, баҡса эш­тәре менән мәж килгән хужа­ларҙы ваҡытһыҙ борсоп йөрө­гәнгә уңай­һыҙ­ланып, яңғыҙым ғына Яйыҡ буйына төшөргә йыйындым. Лә­кин кемдең тарихи ваҡи­ғанан сит­тә ҡалғыһы кил­һен? Шуға ла бер аҙҙан беҙ, күмәкләп, тотош отряд булып, Буранбайҙы эҙләп киттек. Әллә ҡайҙа алыҫҡа юлланып өл­гөр­мәнек (йылға картуф баҡсаһы артында ғына гөрләп ағып ята икән), ҡаршыбыҙға пластмасс һауыт тотҡан ҡарасман малай йүгереп килде.

balyk– Беҙ суртан тоттоҡ! – тип һөйөнсөләп, ул балыҡты сығарып күрһәтергә иткәйне, йыртҡыс бармағынан эләктереп алды. Ҡанап уҡ киткән бармағы ауыртҡандыр ҙа инде, йөҙөн саҡ ҡына сирҙы, әммә иламаны.

– Ҡалай батыр! – тип һоҡландым бәләкәскә. – Мине шулай суртан тешләһә, донъя тултырып шарылдап илар, бәлә һалыр инем күптән.

– Һуң, батырҙың ҡустыһы бит ул, – тиеште өлкәндәр. – Буранбайҙың ҡустыһы Айсар! Ана үҙе лә! Буранбай, һиңә килгәндәр!

Ҡыуалын ипле генә йыйып тотҡас, Айнур-Буранбай һәлмәк атлап яныбыҙға күтәрелде:

– Һаумыһығыҙ, – тине ишетелер-ишетелмәҫ. Батыр булғас, тауышы дыңғырлап торорға, бу­йы – ике метр, иңбаштары бер метр булырға тейеш кеүек ине. Юҡ, ябай, ҡаҡса ун бер йәш­лек малай. Әммә күкрәгендә типкән сая йөрәге уны барыбыҙҙан ҡалҡыуыраҡ итә. Аҙ һүҙле. Һәр һүҙен үлсәп, уйлап әйтә. Ҡараштары уйсан.

– Нисек ҡурҡмайынса һыуға ташландың? – тинем, танышҡас.

– Уйларға ваҡыт булманы.

– Велосипеды менән һыуға ҡолаған Алмасты ҡотҡарам тип, үҙеңде лә ташҡын алып кит­һә­се?

– Юҡ, мин һәйбәт йөҙәм, ә Алмас йөҙә бел­мәй.

– Ә ниңә икенсе тапҡыр һыуға төштөң?

– Велосипедын сығарҙым... Ағып китһә, Алмас ҡайғырыр, тип уйланым.

– Алмасты һыуҙан сығарғас, ни эшләнең?

– Уға, бар, ҡайт, тинем. Лысма һыу ине. Һыуыҡ үткәреп ҡуйма­һын, тип уйланым.

– Ә үҙең?

– Мин дә ҡайттым... Балыҡ ҡай­ғыһы китте...

 
Шәһит PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Исемең матур! Кем ҡушҡан?!
09.11.2016 11:59

“Булыр бала – биләүҙән”, – ти халыҡ мә­ҡәле. Сабый саҡ­тан уҡ нимәлер хаҡын­да хыял­ланыу, үҫә төш­кәс, буй ет­кеһеҙ булыу­ҙан туҡ­тай. Бына беҙ­ҙең Йылайыр райо­нының Һабыр ауылын­да йәшәүсе күр­шеләрем Гүзәл һәм Шәфҡәт Әҙел­гил­дин­дар­ҙың да улдары Шә­һит иҫ белгәне бир­ле спорт­ҡа ғашиҡ бала була. Үҙенә исем ҡушыу тарихын Шәһит былай тип һөйләй: “Миңә исемде Нәзифә ҡартәсә­йем һай­лаған. Шә­һит ғә­рәп­сәнән тәржемә ит­кән­дә “ҡорбан” тигән­де аңлата. Мин хал­ҡы­быҙҙың арҙаҡлы улы, аҙашым Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек илемә файҙалы шәхес булыр­ға хыялланам”, – ти ул.

Im_ShehitӘсә­һе Гүзәл апай һөй­лә­үен­сә, Шә­һит өс-дүрт йәш­лек сағын­да өй эсен­дә мо­то­уҙыш­тар ойош­тор­ған. Баҡ­тиһәң, ул өс тә­гә­рмәс­ле велоси­педҡа ултыра ла, “Буланкин!”, “Крас­ников!” тип ҡысҡыра-ҡыс­ҡыра, өй эсе буй­лап түңә­рәк яһап, шәп итеп йө­рөй икән. Бын­дай ҡыҙыҡлы уйын­ды ойош­тороп маташыуы ла, ололар менән бер­гә ултырып, телевизор­ҙан мотоуҙыш­тар ҡара­уы­нан килгән­дер. Шулай уҡ бәләкәй сағын­да, аға­һы Фә­һим һәм уға килгән дуҫта­рына эйәреп, теннис та уйна­ған. Улар өй­ҙәге ҙур өҫтәл­дән тен­нис өҫтәле яһаған, ә ки­тап­тар­ҙы ракет­ка урынына ҡул­лан­ған.

Шәфҡәт ағай ҙа, балалар­ҙың спорт­ҡа мө­киб­бән булыуын иҫәпкә алып, өй эсен­дә баскетбол тубын ыр­ғыта тор­ған ҡулса яһап ҡуя. Малай­ҙар бер-бер артлы шул ҡулсаға алыҫтан туп таш­лап та етеҙ­леккә өйрәнгән. Шулай уҡ футболды ла яраталар, хат­та Шә­һит футболсы булыр­ға хыял­лана.

Бына шун­дай спорт­ҡа ғашиҡ Шә­һит мәк­тәптә уҡый баш­лағас та үҙенең маҡ­сатынан сит­кә кит­мәй. Үҙ бул­мышын ул тап ошо өлкәлә таба. Был хаҡ­та уның бүл­мә­һен­дә эленеп тор­ған бик күп миҙалдар һөй­ләп тора. Дип­ломдар­ҙың да, Маҡ­тау ҡағыҙ­ҙарының да, Рәхмәт хат­тарының да нин­дәйе генә юҡ! Улар­ҙың күп­легенән күҙ­ҙәр ҡамашып китә: барыһы ла тырыш егет­тең бала саҡ­тан уҡ спорт­ҡа бул­ған һөйөүенең емешелер ул.

Мәк­тәптә уҡыған­да Шә­һит физкультура уҡы­тыу­сыһы Венер Тәл­ғәт улы Таһиров алып бар­ған самбо, көрәш секцияларын­да шөғөл­ләнә. Был спорт төр­ҙәре буйын­са уның еңеүҙәре лә бай­таҡ ҡына: район, республика кимәлен­дә һәр ваҡыт призлы урын­дар яулай.

Ярыш ваҡы­тын­да Шә­һит­тең нин­дәй хис-тойғолар кисере­үен һорағас, ул былай тип яуап­ланы:

 
Отличник синдромы PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Тормош һабаҡтары
09.11.2016 11:13

18Күпселек атай-әсәй балаһының бар яҡ­лап та өлгөлө булыуын теләй, шул уҡ ва­ҡыт­та уҡыуҙа ла һынатмауын ҙур бүләк итеп күрә. Быға өлгәшеү өсөн йыш ҡына ба­лаларына бик ҡаты талаптар ҡуялар, көн­дә­лектәрендә тик яҡшы билдәләр кү­рергә теләйҙәр. Тик “бишле”гә уҡыу һәм юғары күрһәткестәр шулай ныҡ мөһимме икән?

Һүҙ ҙә юҡ, әгәр бала үҙе белемгә ынтылып, өйгә тик “бишле”ләр генә алып ҡайт­һа, бик яҡшы. Ләкин шундайҙар араһында “отличник синдромы”на дусар булғандар ҙа йыш ҡына осрап ҡуя.

Отличник синдромына дусар булыусылар һәр саҡ бөтә яҡлап алдынғы булырға, улар бер ваҡытта ла хаталаныуға юл ҡуй­маҫ­ҡа тырыша һәм үҙ-үҙҙәренә бик юғары талаптар ҡуя.

Ундай кеше:

Теләһә ниндәй тәнҡит һәм иҫкәр­мә­не үтә ауыр ҡабул итә;

Башҡалар яҡшы билдә алһа йәки маҡ­тал­һа, көнләшә;

Уҡыуҙа уңышҡа өлгәшеү өсөн еңел генә үҙенең шөғөлдәренән йәки дуҫтары менән аралашыу­ҙан баш тарта ала;

Әгәр уҡыуҙа уңышһыҙлыҡҡа юлыҡ­һа, тө­шөн­кө­лөккә бирелә. Үҙ эсе­нә йомолоп, унда де­прессия баш­ланыуы ихтимал;

Үҙен тотороҡһоҙ баһалай: маҡ­та­һа­лар – үтә юғары, ә тәнҡитлә­һә­ләр – тү­бән;

Әгәр уны маҡтарға онотһалар, ныҡ кәйефе төшә, хатта күҙ йәш­тәренә лә ирек биреүе ихтимал;

Яҡшы билдә алыу өсөн, алдашыуы йә­ки хәйләләшеүе лә мөмкин;

Уҡыуҙа уның өсөн иң мөһиме – “бишле” алыу, шулай уҡ тирә-яҡтағы­ларҙың хуплауын һәм һоҡланыуын уятыу.

 
“Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, бер-берегеҙгә ҡушамат аташмағыҙ!” PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Һабаҡ
09.11.2016 10:46

_“Эх, ошолар­ҙың синыфы! Килеп инә­һең... зоопарккамы ни!” – тип көлә тор­ғай­ны беҙ­ҙең уҡытыу­сыбыҙ. Сөнки сины­фы­быҙ­ҙа бер-беребеҙ­гә “хомяк”, “волчара”, “кар­ку­ша”, “мед­ведь”, “змей”, “брой­лер” кеүек хай­уан исемдәрен ҡушамат итеп ҡушып бөтөр­гән инек һәм тәнәфестә бер-бере­беҙ­гә исем­ләп түгел, ә шул ҡушамат­тар буйын­са өн­дәшә инек...

Хәҙер­ге көн­дә уй­лап ҡарайым да, ҡайһылай алйот бул­ғанбыҙ тип ҡуям. Үҙебеҙ­ҙең атай-әсәй­ҙә­ребеҙ тыуған сағыбыҙ­ҙа бир­гән исем­дәр­ҙе ниңә улай ҡәҙер­һеҙ­лә­гәнбеҙ икән? Исемдәр бит юҡ­тан ғына алып ҡушыл­май. Уны мәғәнә­һенә, матур­лы­ғына ҡарап һай­лап алалар. Күп осраҡ­та исемде тотош ғаиләләр, туған­дар, дуҫтар менән һай­лай­ҙар. Шун­дай ҡәҙер­ле һәм кеше тормошон­да мөһим нәмәне нисек кәм­һетеп ҡушамат­ҡа ал­маш­тырмаҡ кәрәк?

Алйот бул­ғанбыҙ шул... Бөгөнгө аҡылым ул көн­дәр­ҙә бул­һа, бер-беребеҙ­гә насар ҡуш­мат­тар әй­т­термәҫ инем. Әй­телгән һүҙ терелтә лә, үлтерә лә тигән­де ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр, мо­ға­йын. Бына шул ҡушамат­тар ҙа һүҙ булып әй­телә бит! Ә бөгөн ғалимдар һәр һүҙ­ҙең үҙ энер­гияһы бар, уны әй­теү менән һүҙ юҡ­ҡа сыҡмай, ә тирә-яҡ донъялағы мәғлүмәти ысын бар­лыҡ­ҡа инеп урын­лаша, шулай итеп, кешеләр­ҙең яҙмышына йоғонто яһай тип иҫбат итә.

Быға бер миҫал – халҡыбыҙ­ҙағы йөрөгән мәҡәл: һарыҡ­ҡа йөҙ тапҡыр сусҡа тип әй­тһәң, ул хорхолдай баш­лай, тиҙәр. Кешеләр менән дә шул уҡ: берәй бик тә етеш, теремек аҡыл­лы баланы гел генә “алйот” тип әр­ләп йөрөт­һәң, бер аҙ­ҙан ул, ысын­лап та, “алйот”ҡа әй­ләнә баш­лай. Сөн­ки үҙе лә аңламаҫтан, үҙен ысын­лап та алйот тип һанай баш­лай икән!

10-2016-1

Ярай, был мәсьәләнең бер яғы. Ә икен­се я­ғы кешеләр­ҙең ысын исемдәрен үҙ­гәртеп әй­теү. Мә­ҫәлән, Илдар­ҙы – дарик, Азат­ты – азюк, Данисты дан­сик тигән­дәрен ишет­кәнегеҙ бар­ҙыр. Әле­ге лә бая­ғы исемдәр­ҙең кеше яҙ­мышына йоғонто яһай тигә­ненә әй­ләнеп ҡай­тып, һәр исем­дең үҙенә һалын­ған мәғәнә­һе бар­лы­ғын әй­теп үт­ке килә. Улар­ҙың һәр береһе була­саҡ шәхес тормошона махсус “програм­ма” бирә. Мәҫәлән, ҡыҙ­ҙар­ҙың Ай­һылыу тигән исемен алып ҡарайыҡ. Ул ҡыҙ кешегә ай кеүек һылыу бул­һын, тормош­тоң ҡараң­ғылы­ғын­да яҡ­тылыҡ өләшеп йөрөһөн тип ҡушыл­ған бит. Йәки Илшат­ты алып ҡарайыҡ – ил шатлы­ғы! Тимәк, Илшат исем­ле бала киләсәк­тә иленә шатлыҡ килтереүсе әҙәм булыр­ға тейеш­ тә­баһа! Ә кемдер уға “ишәк” тигән ҡушамат тағыр­ға йөрьәт итә... Әлбит­тә, был ҡушамат­тан малай­ҙың ҡойроғо ла, оҙон ҡолағы ла үҫеп сыҡмаясаҡ. Әм­мә уның аңына ишәк­тәр­гә хас һыҙат­тар (тиҫкәрелек, аңла­маусан­лыҡ, үсексән­лек) инеп ҡалыуы их­тимал.

 
Мөхәббәткә маңҡа мәшәҡәтләмәйме?! PDF  | Печать |
"Аманат" рубрикалары - Мәңгелек сер
09.11.2016 10:16

9-сы һандағы теманы дауам итеп:

МӨХӘББӘТКӘ МАҢҠА МӘШӘҠӘТЛӘМӘЙМЕ?!

Мәктәптә уҡытам, кейәүҙә түгелмен. Бер заман унынсы синыф егете, дәрестән һуң ҡалып, миңә мөхәббәтен белдерҙе. “Һеҙ миңә оҡшайһығыҙ, аңлайым беҙҙең арала бер нәмә лә булыуы мөмкин түгел икәнен, тик һеҙҙе көн һайын күрге килеп тик тора”, – ти.

Быға тиклем дә, тәнәфес ваҡытында инеп, хәл белешеп, һөйләшеп сыға ине. Дәрестәремдә беренсе партаға килеп ултыра башланы. Һеҙҙең предметты ярата башланым, ти. Ә мин хәҙер был хәлдән һуң ни эшләргә белмәйем, бөтәһе лә шул турала белгән кеүек...

Әрләмәгеҙ, зинһар.. Кәңәштәр көтәм.

ҠЫҘ, 23 йәш.


MenSer_logoВенера:

Юрый мыҫҡыл итәләрҙер тием мин. Аҙаҡтан, ысынлап та, көлөп һөйләп йөрөрҙәр, исемегеҙҙе сығармағыҙ. Унан статья бар!!! Уйланығыҙ!!!


Миңсара:

Ашыҡма! Һынау үтәһең инде шулай. Уҡып бөткәнен көт, һуңынан күҙ күрер. Егетте өмөтлән­дермә. Бәлки, ул дуҫтары менән бәхәсләш­кән­дер.


Таңһылыу:

Йәш айырмаһы 6-7 йәш, ул мәктәпте уҡып бөткәс, 18 йәше тулғас, ҡарарһың. Бәлки, бәхәс тә түгелдер, ул егетте белмәйбеҙ бит. Минеңсә, егетте әрләп торорға кәрәкмәйҙер, тим. Сөнки ул ысынлап та оҡшатһа, беренсе мөхәббәтенән яҡты хәтирәләр ҡалһа, яҡшыраҡтыр. Беҙ ҙә ҡыҙҙар менән уҡытыусы ағайҙарҙы оҡшата торғайныҡ, улар беҙҙең өсөн өлгө һымаҡ ине.


Гөлфиә:

Уҡыусы менән уҡытыусы араһында ниндәйҙер ара, дистанция булырға тейеш. Иң мөһиме, үҙең башыңды юғалтма. Хеҙмәттәштәрең, ата-әсә­ләр, уҡыусылар алдында абруйынды төшөрмә!


Зөлфиә:

Үҙеңде уҡытыусы урынында тот, дәрәжәңде төшөрөргә, исемеңде бысратырға юл ҡуйма! Ул һинең өсөн – у-ҡ-ы-у-с-ы! Закон талаптарын да уйла.

Гүзәл:

Яҡшы баһалар өмөт итәлер был егет.


Ҡәйүм:

Яратһа ни, ярата ла ҡуя инде, һин оятҡа ҡалып йөрөмәһәң булды.

 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 1 из 38

Ҡаҙаныштарыбыҙ

Podpiska-2017

"Аманат" журналы тарафынан

даими ойошторолған

КОНКУРСТАР

Иғтибар, фотоконкурс!!!

БДИ хаҡында ғына!!!

2016
Декабрь
ДшШшШрКсЙмШбЙш
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Уҡығыҙ - беҙҙең рубрикалар

boy-ruka

Көләмәстәр ояһы!

"Аманат" энциклопедияһы Беҙҙең вернисаж

ҠыҫтыбыйСпорт

Телефоны доверияТелефоны доверия

Ышаныс телефондары

ГУ МЧС РФ по РБ 8(347)233-99-99

Наркоконтроль 8(347)250-20-30

Респбубликанский центр Социально-психологическая помощь семье, детям, молодежи 8(347)273-09-00

ГорЦентр "Индиго" 8(347)223-22-11

УГИБДД МВД РБ 8(347)235-85-04

tel

extrslujbi

anticorruption

antiteror_1

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Һорауыбыҙ бар ине!

Синыф менән "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы?